Йәшәй-йәшәй тормош үҙе беҙгә һис ҡасан онотолмаҫлыҡ, сәхнә скетчтарына торошлоҡ тарихтар бүләк итә. Шундай иҫтәлекле һәм көлкөлө хикәйәләрҙең береһен ҡасандыр утынға барып, ҙур мажараға юлыҡҡан ҡайным һөйләргә ярата ине. Был хәл Күгәрсен районының билдәле «Бүләк» ҡосағында (Бүләк урманында) булып үтә.
Ҡәйнәгә утын кәрәк!
Бер көндө ҡайным ҡәйнәһенә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләп бирергә тип, ат егеп, үҙе генә Бүләк ҡосағына юллана. Үҙе килешле итеп, бөхтә итеп арба тултырып утынын тейәй ҙә, ҡәнәғәт булып ауылға ҡарай юл ала. Йырлай-йырлай ҡайтып килгәндә, ҡапыл алдына мылтыҡ аҫып, ҡаты ҡарашлы урыҫ леснигы (урман ҡарауылсыһы) килеп сыға.
Ул ваҡытта закон ҡаты — рөхсәтһеҙ утын киҫкән өсөн ҙур штраф ҡарай. Лесник атты туҡтата ла, ҡағыҙ-ҡәләмен сығарып, урыҫса ҡәтғи итеп һорау ала башлай.
«Урманшин Ҡамыш Шылғанович»
Утын өсөн бир ниндәй ҙә документ булмағас, ҡайным ҡаушап ҡалмай, тиҙ генә мейеһен эшләтеп, урман менән бәйле яңы исем-шәриф уйлап сығара.
Лесник ҡағыҙына яҙырға әҙерләнеп:
— Как фамилия? — ти.
Ҡайным, бер ҙә икеләнмәй, урманда тотолғас:
— Урманшин! — ти халыҡса итеп.
— Имя?
Ҡайным тирә-яғына ҡарана ла, урманда үҫкән ҡамышҡа күҙе төшөп:
— Камыш! — ти.
Ниһайәт, протоколды тултырып бөтөр өсөн атаһының исемен белешергә була:
— Отчество?
Шул ваҡытта ҡайным бөтөнләй аптырап ҡалмай, урыҫсалатып:
— Шылганович! — тип яуап бирә.
Лесник ҡағыҙына ҡалын хәрефтәр менән «Урманшин Камыш Шылганович» тип теркәп ҡуя. Ҡайнымдың һайлаған исеменә ышанып, арбалағы утынын да бушаттырмай, бик довольный булып, тыныс ҡына тороп ҡала һәм ҡайнымды ебәрә.
Иртәгәһенә ауылдағы тауыш
Хикәйәнең иң ҡыҙығы иртәгәһенә башлана! Был урмансы үҙе Ырымбур леснигы булып сыға, шул яҡтан килеп эшләп йөрөгән икән. Ул Ырымбур өлкәһенең Алмалы тигән ауылынан булып, был ауыл Күгәрсен районының Түңгәүер ауылынан бөтөнләй алыҫ та түгел, ике өлкә сигендә генә урынлашҡан. Законды теүәл үтәргә яратҡан Ырымбур леснигы, иртәгәһенә үк протоколын тотоп, күрше Күгәрсен районы Түңгәүер ауылына килеп тә еткән.
Ауыл урамдары буйлап кешеләрҙән:
— Урманшин Камыш Шылганович где живёт? — тип етди ҡиәфәт менән һорап, эҙләп йөрөгән, ти.
Ауыл халҡы аптырап, бөтә ерҙән ошондай исемле кешене эҙләй башлай. Әлбәттә, бөтә районда ла, ауылда ла «Ҡамыш Шылғанович» тигән кеше бөтөнләй булмағас, лесник аптырашта ҡала, ә ҡайным иһә ҡәйнәһенә тейешле утынын имен-аман алып ҡайтып еткергән була.
Ошо утын менән мейес яғып, йылы өйҙә ултырғанда, был тарихты иҫләп, ҡайным гел көлөп һөйләгән. Тапҡырлыҡ та, зирәклек тә ҡайһы саҡта ошондай ҡыҙыҡлы еңеүҙәргә алып килә шул!
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)