Беҙ икебеҙ ҙә таҙа башҡорт мөхитендә үҫтек, ауылда бөтә кеше тик үҙ телендә аралаша ине. Беҙҙең өсөн урыҫ теле — ҡаласа, заманса һәм ҡайһыҙыр урында хатта «тәмле» тел булып тойола ине. Бер көндө беҙ Фәнилә менән: «Әйҙә, бөгөн тик урыҫса ғына һөйләшәбеҙ!» — тип ҡарар иттек.
Әммә бәләкәй баланың һүҙлек запасы ни тиклем булһын инде? Беҙ ҡаушап ҡалманыҡ, үҙебеҙҙең уникаль «урыҫ телен» уйлап таптыҡ. Урыҫса һүҙҙәрҙе белмәгәс, улар урынына донъялағы иң ҡәҙерле тип һаналған һүҙҙәрҙе — «шоколад» менән «мармеладты» ҡушып һөйләшә башланыҡ. Йәнәһе, ошо һүҙҙәрҙе һәр һүҙгә ялғап әйтһәң, һөйләм шунда уҡ урыҫсаға әйләнә!
Иң ҡыҙыҡлы һәм хәтерҙә ҡалған мәл иһә урам буйлап үткәндә булды. Беҙ Фәнилә менән урамдан киләбеҙ, ә лавка эргәһендә (беҙ ул саҡта магазинды шулай тип йөрөтә инек) күрше
ауылдан килгән бер таныш ҡыҙ баҫып тора. Был беҙҙең өсөн ысын һынау майҙанына әйләнде! Беҙ ең һыҙғанып, үҙебеҙҙең бөтә «урыҫлығыбыҙҙы» күрһәтергә булдыҡ.
Уның янынан ҡылланып ҡына, шул тиклем ғорур ҡиәфәт менән: «Мин шоколады да, һин мармилады да, да, дa, бөгөн шоколады да, уйнайбыҙ мармилады да...» — тип һөйләшеп үтеп киттек. Үҙебеҙсә, үтә лә таҙа, акцентһыҙ урыҫ телендә һөйләшәбеҙ инде! Ул ҡыҙ беҙгә аптырап ҡарап ҡалды, ә беҙ эсебеҙҙән генә: «Аһа, беҙҙе таныманы, ысын ҡаланан килгән урыҫ ҡыҙҙары тип уйланы!» — тип балаларса һөйөнөп, ҡыуанып ҡуйҙыҡ. Был сәмле, татлы уйыныбыҙҙан шул тиклем ләззәт алдыҡ.
Иң ҡыҙығы — беҙҙең был «шоколадлы урыҫ телебеҙ» бөгөн дә онотолмаған! Бала саҡ шаярыуы артта ҡалһа ла, уның шаңдауы әле лә йәшәй. Хәҙер ҡаланан ауылға ҡайтһам, ағайым Фәнил мине күреү менән ҡатҡыл йылмайып: «Охо, шоколады-мармелады ҡайтҡан!»тип – шаян йылмая. Йәки Фәниләне урамда осратһа: «Бөгөн шоколады-мармиладыҙы күрҙем әле», – тип һөйләп, беҙҙе ҡабаттан шул татлы бала саҡҡа ҡайтара.
Был тарих миңә бала саҡтың ни тиклем ябай, бер ҡатлы, һис бер ҡайғыһыҙ бәхетле һәм ысынлап та «шоколад тәмеләй» татлы осор булыуын иҫбатлай. Йылдар үтһә лә, ошондай йылы шаярыуҙар аша балалыҡ хәтирәләребеҙҙең йәшәүе, ағайымдың беҙҙең менән бергә бала сағыбыҙҙы һағынып шаярыуы, әхирәтем менән бала сағыбыҙҙың наҙлылығы аша хәтирәләрҙең бөгөн дә беҙҙең менән бергә йәшәүе — үҙе бер бәхет.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)