Бибинур, булмышындағы танһығы ҡанған ҡатындарға ғына хас булған һиллекте сайпылтмаҫҡа тырышҡандай, йомшаҡ ҡына баҫып, тышҡа сыҡты. Июнь таңының ҡуйы томанын йылы һөт кеүек ҡуш услап алып битенә һыпырҙы ла, эсендәге мөлдөр наҙына күңеле ҡытыҡланып, сыңғырлатып көлөп ебәрҙе. Дәү кәүҙәһен йөҙҙөрөп кенә атлап, ҡоймалағы биҙрәләрен алды. Биҙрә шылтырауыиа аҙбарҙағы һыйырҙары тауыш бирҙе, һарыҡтары быҡырҙашып урынынан торҙо, дебет кәзәләре мекерҙәп ялан кәртәнең ҡапҡаһы эргәһенә эркелде, кетәктә тауыҡтары ҡытҡылдашты.
Бибинур кәртәгә һыйыша алмай торған буралай һыйырының осаһынан шапылдатып яратты ла сүгәләп еленен йыуҙы. Маңлайын һыйырының йылы бөйөрөнә терәп, гөбөрҙәтеп һауа башланы.
Ул арала шығырҙап солан ишегенең асылғаны ишетелде. Ишек бер асылды, бер ябылды. Ире Тимербулаттың башын ҡырын һалып эшлекле ҡиәфәт менән ҡарап торғанын күҙ алдына килтереп, Бибинурҙың эсе йәнә һөйөнөскә тулды: «Шығырҙай, – ти инде. – Саҡ ҡына өйҙә тормаһаң, донъяның рәте китә. Эх-ма...» Ысынлап та хужа кешенең дәртле һыҙғырып ишек күгәнен майлауы ишетелде.
«Исмаһам, бөгөн йоҡлаңҡыраһа нимә булған инде, тынғыһыҙ», – тип яратып ҡына орошто ҡатын балаларының атаһын эстән генә.
– Сәсеүҙе бөтөп ҡайттығыҙмы, Тимербулат улым? – Быныһы күрше бабай өндәшә. – Быйыл бигерәк һуҙҙығыҙ.
– Кисә кискеһен генә ҡайтып йығылынды. Ярай бисә мунса яғып ҡуйған. Сыуаш утарында ун көн ҡыялдыҡ бит.
– Ерҙәре һаҙамыт шул. Саҡ ҡына һибәләп үтһә, ингеһеҙҙер. Ярар, һабантуйға өлгөрттөгөҙ инде.
Һөйләшкән арала ла Тимербулат тик тора белмәне, ларҫ-лорҫ йөрөп тауыҡтарҙы асып ем һипкәне, Аҡтырнаҡҡа аш ҡойғаны ишетелде.
«Йыл әйләнәһенә шул олоғара кирза итеген сисә белмәне инде», – тип көлөмһөрәй Бибинур. Өлкән һыйырын һауып бөтә һалын, һөткә мөлдөрәмә тулы ҙур биҙрәне һарай ишегенән Тимербулатҡа һондо. Ҡырылып бөткән алама пинжәген эләктереп, үҫмер малай ише генә баҫып торған ирен күреп булмышына йәнә наҙ йүгерҙе: «Үҙенән оло күҫәген тотоп алған була ла шул...» Тимербулат иһә, хужаларса тамағын ҡырған булып, ҡырҡыу ғына өндәште:
– Йә, йәһәтлә. Әсмә әбей ҡыуып китте инде...
Танаҡайының имсәге йомшаҡ, холҡо ла тыныс – һауыуы бер ләззәт. Бибинур, күҙҙәрен генә көлдөрөп, иренә яратып ҡараны ла икенсе биҙрәне лә һондо.
– Аласыҡҡа ултырта тор. Мин башмаҡтың ҡойроҡ аҫтына керәлин һөртөп ебәрәйәм. Һыйыр мөгөҙө тейеп ярылып ҡайтҡан, ҡортлап китер.
Тимербулат һыйыр ҡыуып китте. Бибинур аласыҡта мәшәҡәтләнде, һөтөн йылытып, сепарат ҡороуға тупырлашып берәм-берәм малайҙары тороп сыҡты.
– Йоҡлай бирһәгеҙ ни була? Уҡыуға тиһәң, ятыр инегеҙ әле, – тип һуҡранған булһа ла, һәр береһенә яңылыштан ғына ҡағылғандай булып, мөлдөрәмә наҙынан бишеһенә лә өлөш сығарҙы әсә.
Ул арала самауыр борҡоп ҡайнап сыҡты. Кинйә улы менән уртансыһы сепарат табаҡсаһындағы ҡаймаҡҡа тейеште. Йыуынғыс янында суптырҙап, тыңлауһыҙ сәстәрен һыулап тарап мәшәҡәтләнгән өлкән улына сәй ултыртырға ҡушып, башҡаларын да ашыҡтырып, йәһәт йөрөнө Бибинур: «Ҡояш ҡалҡҡансы өйҙәге эште бөтөрә һалайыҡ...»
– Әсәй, һабантуйға һин дә бараһыңмы? – Ҡыҙҙар кеүек яғымлы икенсе улы Байбулат иғтибар менән әсәһенең йөҙөнә ҡараны. – Сәпсим бөткән тиерлек тә инде... Йәшкелт- һары урыны ғына ҡалған. Икенсе күҙеңде лә килештереп кенә буяйбыҙ ҙа...
– Тик күлдәгеңдең оҙон еңлеһен кей. Беләгеңдәге күк ҡайтмаған... – тип ҡушылған өлкәне, атаһының килгәнен күреп, башлаған һүҙен йотто. Тимербулат, улының әйткәндәрен ишетеп уңайһыҙланды, сикәләре ҡыҙарып, күҙҙәрен йүгертеп, боршаңланы.
«Ҡылғанына үкенеп йөрөһә лә, сер бирмәй бит әле», – тигән уйынан йөрәккенәһе семетеп алған Бибинур:
– Йә, ҡана, атайығыҙ ҡулын йыуһын да сәйгә ултырһын. Атайығыҙҙың үҙенең ултырғысын ҡуйығыҙ. Теге ҡайрағын алып килегеҙ, өйҙә саҡта бысаҡты үткерләтеп ҡалайыҡ, – тип малайҙарҙың һәммәһенә эш тапты. Үҙе, усаҡ алдындағы сәйнүктән эҫе һыу һалып, йыуынғыстың һыуын таманланы, кинйәһенә таҙа таҫтамал тоттороп, атаһы янына баҫтырҙы.
Йырлап ултырған самауыр тирәләй урынлаштылар. Тимербулат, ҡабарып бешкән дәү сүрәк икмәкте күкрәгенә терәп телеп, улдарына өләште. Тегеләре йәш ҡаймаҡ өҫтөнә бал яғып тәмләп ашарға кереште.
– Төпкө һарайҙағы буҡты түгеп, яҡшы иткәнһегеҙ. Йыуынды һыу соҡорон да матурлап күмгәнһегеҙ, – тип малайҙарының үҙе юҡта эшләгән эштәрен барлап маҡтаны Тимербулат. Тегеләре пырхылдап көлөштө. Өлкәне ялп итеп әсәһенә ҡарап алды ла күҙҙәрен емелдәтеп: «Һөйләйемме, әсәй?» – тип шуҡ ҡына һораны. Оло самауыр янында кәбән кеүек ултырған Бибинур ҙа улдарына ҡушылып ауыҙ йырҙы.
– Көлөгөҙ, әйҙә, көлөгөҙ әсәйегеҙҙән.
– Һин юҡта бер мәрәкә булды, атай. Бер көндө әсәйем төн уртаһында тороп иҙән йыуа башланы. Тишек-тошоғон ҡырғыслап тороп йыуа. Унан мейестең көлөн алып сығып иләне. Икенсе көндө төшкә тиклем иҙән аҫтындағы баҙҙы таҙаланы. Ярҙамлашайыҡ тиһәк, яҡын да юлатмай. Унан түшәк-маҙар ҡағырға, кер йыуырға тотондо. Шунан беҙгә кәртә таҙаларға ҡушты. Үҙе һәр тиҙәкте ваҡлап тиерлек кәритәгә тултыра, беҙ картуфлыҡҡа түгәбеҙ, йыуынды һыу соҡорон аҡтара башланы, тауыҡ кетәген таҙартты, ишек алдын һеперҙе. Өс көн, өс төн ултырып та торманы, йүгереп кенә йөрөнө. Әсәм инде ни хәл итер, таҙалар ер ҡалманы, тип тора инек, Ғайнан еҙнә килеп инде. «Машинам боҙолдо. Асыҡтым», – тип. Сәйгә ултырҙыҡ. «Ҡалай бөтөрөнгәнһең, ҡайынбикә. Ауырыйһыңмы әллә?» – тип һорай әсәмдән. «Эй, кейәү, Тимербулат бүләк иткән алтын алҡамдың һыңарын юғалтҡанмын бит. Эҙләмәгән ер ҡалманы, юҡ», – тип әйтеүе булды, Ғайнан еҙнә: «Ҡайҙа, ҡайҙа, ҡайынбикә», – тип әсәйемдең уң ҡолағы артынан алҡаһын әйләндерел тә ҡуйҙы. Алҡа эҙләйем тип донъя таҙартҡан икән әсәйем.
Малайҙар һене ҡатып көлдө. Тимербулат та ҡатынына йылыҡас ҡарашын һирпеп: «Эй, һапата», – тигән булды ла ауыҙ йырҙы.
– Көлөп рәхәтләнегеҙ инде әсәйегеҙҙең ауһарлығынан, – тип ҡәнәғәт гөрһөлдәне Бибинур ҙа күңеле бөтөнлөктән башы күккә тейеп. Өҫтәл түрендә тубығына кинйәбоҙон атландырған ире ҡояштай балҡып ултыра. Ҡалған дүрт улы ла, ҡояшҡа баҡҡан көнбағыш кеүек күҙҙәрен балҡытып, аталарына боролған. Өйҙөң ҡотон арттырып, самауыр йырлай, табын тулы ризыҡ, ихата тулы ҡош-ҡорт, кәртә тулы мал. «Минең фил кеүек кәүҙәмә кем ҡыҙыҡһын», – тип, ҡарт ҡыҙ булып ҡалдым тип, ҡасандыр күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башлаған Бибинурҙың ошондайын хөрлөккә ҡыуанмаҫлығы бармы?
Өй эштәрен теүәлләп, барыһы сынъяһауҙан кейенеп, Әсмә әбейҙән донъяға күҙ-ҡолаҡ булыуын һорап, һабантуйға киттеләр.
Малайҙар ҡапҡаға тиклем генә бергә түҙеп барҙы ла сығып сапты. Ап-аҡ күлдәк, ҡап- ҡара салбар, лаклы туфлиҙар кейеп алғас, сборға йыйынған пионерға оҡшап киткән Тимербулат башын-түшен кирә биреп алдан атланы. Йәйге ҡояшта йылҡылдап торған ялтыр күлдәген кейгән Бибинур иһә, иренә ихтирам күрһәтеп, дүрт-биш аҙым арттан бара. Атаһы менән әсәһе лә гелән шулай йөрөй торғайны. Алдан тау кеүек булып мөһабәт кәүҙәле атаһы атлай, уның артынан ябыҡай ғына әсәһе йүрмәләй.
«Беҙ ҙә шулай, – тип уйлай Бибинур. – Тик бына... – ти ҙә үҙе лә аңғармаҫтан һаман йоҙроҡ эҙе бөтмәгән күҙ төбөн һыпыра. Буяп та ҡараны, тик кеше барыбер абайлар инде. – Тик бына Тимербулаттың кәүҙәгә бәләкәс булыуы ғына...» – тип инде нисәнсе ҡат әсенде ҡатын. Хәйер, Бибинур былай ҙа ҡәнәғәт. Иренең кәмһенеүе генә йәнде ҡыя. Хатта ваҡыт-ваҡыт күк талаҡ итеп туҡмап ташлауына ла риза булыр ине. Тик күңеле генә бөтөн булһын балалары атаһының. Шуға күрә бер-бер артлы уҫлаптай биш бала табып бирҙе бит Тимербулатына. Улдары бөтәһе лә йөҙҙәре менән атаһына, кәүҙәләре менән әсәһенә оҡшап тыуған.
Бибинурҙы Тимербулатҡа йәрәшкәс, ҡыҙҙың атаһын: «Нишләп ат кеүек ҡыҙыңды шул итек башына биреп әрәм итәһең?» – тип мәрәкәләгән ти бер мәғәнәһеҙе. «Янғуразовтарҙың ҡулдары ла, холоҡтары ла алтын, шуға нәҫелдәрен эреләтәйек тинем», – тигән мәрхүмең. Шаярып әйткән һүҙе раҫҡа сыҡты. Тик кеше һүҙе кеше үлтерә шул. Ир-ат ҡотортмаһа, ҡатынына ҡул күтәрер инеме Тимербулат. Кәүҙәгә ҡатынынан бәләкәс булыуына эсе көтөрҙәгәнен һиҙеп, юрый һөсләтәләр мәлғүндәр, шунан ирмәк табалар, аҙаҡтан мәрәкәләп йөрөйҙәр. «Һеҙҙең ләғер бисәләрегеҙ, бер төртһәң осоп барып төшә. Ә мин Бибинурымды тәмләп тороп, рәхәтләнеп туҡмайым», – тип маҡтана Тимербулат, тип көләләр.
Уйға батып китеп барған Бибинурҙы уҙып, Тимербулат эргәһенә туҡтаған кырандастан дуҫтары Сәлимйән менән Сәкинә ҡул болғаны.
– Әйҙәгеҙ, – тип һөрәнләне инде ҡыҙмасаланып алған ир. – Тимербулаттың ҡорос аты һабантуйға барырға эшкинмәй бит инде. Мөрхәтһенеп кенә минең дөлдөлгә ҡунаҡлағыҙ әле.
– Һинең ҡурсаҡ арбаң әхирәт менән мине күтәрһә... – тип мәрәкәләне уның тумалаҡ ҡына ҡатыны.
Һабантуй яланына тиҙ үк барып еттеләр, һәр кем, иш-тошон табып, табын ҡора башланы. Бибинурҙар ҙа, кырандастан аҫалы балаҫты алып, шау сәскәле балан ҡыуағы аҫтына түшәне.
Түрәләр һабантуйҙы асты. Колхоз рәйесе, телмәр тотоп, алдынғыларҙы бүләкләй башланы. Иң тәүгеләрҙән булып майҙан уртаһына Тимербулатты саҡырҙылар. Бибинур рәйестең, ирен ҡабат-ҡабат ҡотлап, арҡаһынан тапап-тапап яратыуына, матур-матур һүҙҙәр әйтеп, көллө халыҡ алдында ҙурлауына йөрәкһенеп, күҙҙәре йәшкәҙәп ҡарап торҙо. Малсыларҙы бүләкләй башлағас ҡына кырандас артына кереп боҫто, алдынғы быҙау ҡараусы тип исемен ҡат-ҡат ҡысҡырғандарын ишетһә лә, сыҡманы. Үҙен килеп тапҡан Сәкинәгә: «Эйе шул, күҙем күгәреп шунда сығып баҫмай ни», – тип ҡул һелтәне. «Рәйестең үҙенең көйәҙ бисәһе, күҙенең зәңгәрлеген күрһәтәм тип ҡашына тиклем күккә буяп йөрөй ҙә инде», – тип көлдө әхирәте.
Көршәк ватҡанды, ҡолғаға менгәнде ҡарап, йүгереү-һикереүҙә беренселекте алған малайҙар өсөн ҡыуанып йөрөгән Бибинурҙы ҡатындар табынға саҡырҙы: «Ирҙәр уйынға әүрәгәндә аулаҡлап ултырып алайыҡ», – тиештеләр.
– Әхирәт, мине таныйһыңмы? – тине табындағыларҙың береһе Бибинурға. – Һай, үткән ғүмер, бер партала һигеҙ йыл бергә ултырған кешең танымаһын әле...
Үзбәкстанда йәшәп, үҙе лә үзбәк ҡатынына оҡшап бөткән бала саҡ әхирәте Гөлйыһан икән. Ҡосаҡлаштылар. Гөлйыһанға барыһы ла ҡыҙыҡ ине, әле береһен, әле икенсеһен һорашты: «Эй һағынам, ҡыҙҙар», – тип иламһыраны. Үҙҙәренме, унымы йәлләгән башҡа бисәләр ҙә мышҡылдашты. «Һин тегендә һағынаһың, беҙ бында йонсойбоҙ. Ҡуй, илама. Үҙеңә ҡара ла беҙгә баҡ. Һин һаман ҡыҙҙар кеүекһең, ә беҙ әбей булып бөткәнбеҙ»,– тиештеләр.
– Бынауындай көндә һыҡташып ултырып ни, – тип геүләне күңелсәк Сәкинә. – Әйҙә, тотоғоҙ. Бер йотҡандан әллә ни булмаҫ. Ана, ирҙәр көн дә эсә.
Ирҙәр тигән һүҙ сыҡҡас, Бибинур күҙҙәре менән генә Тимербулатын эҙләне. Күренмәне. Ул да, берәй табынға эләгеп, иҫереп ятмаймы?
– Һинеке лә күренмәй, минеке лә, әле баштан иҫереп йөрөмәһендәр, – тип хафаланып Сәкинәгә ҡараны.
– Һинекенең бүләк сәғәтен йыуалар. Закуска алып киттеләр, – тине тегеһе вайымһыҙ ғына.
– Әллә абышҡаһы йығылып ҡалыр тип көйөнөп ултыра инде Бибинур?! Һиңә нимә, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙың да алып ҡайттың, ана минең әрҙәнә ауһа... – тип шарҡылдашты бисәләр.
– Гөлйыһанға һөйлә әле, Сәкинә, теге мажараны, – тине береһе.
– Ҡайһы, урыҫты дөмпәҫләгәндеме?
Үткән көҙ, Ҡыуандыҡ баҙарына шәл һатырға барҙыҡ Бибинур менән. Рәхмәт төшкөрө, Тимербулат ат егеп Хуторға ҡаршы алырға килгән. Быҫҡаҡлап ҡына ямғыр яуа. Көнө буйы йөрөп йонсолған. Әхирәт менән икебеҙҙе брезентҡа төрөп ултыртҡайны, йоҡлағанбыҙ. Яман итеп аҡырышҡанға уянып китһәк, әзмәүерҙәй ике урыҫ Тимербулатты типкесләй, береһе атты тотоп тора. Бандиттарҙың береһе арбаға табан килә башлағайны, Бибинур күбәләй булып тороп баҫты ла ерән урыҫтың йән еренә генә тибеп ебәрҙе. Тегенеһе эт кеүек сыйнап осоп барып ятты. Быны күреп, ат башы тотҡан дәүерәге ажарланып килә башлағайны, һикереп төшкән Бибинур тегене ерҙән умырып алды ла күтәреп тороп Ҡаҫмартҡа бырғаны. Тимербулатты дөмпәҫләгәне быларҙы күреп аңшайып тора ине, әхирәт уны ла бер бармағы менән генә төртөп юл эргәһендәге канауға аунатты ла абышҡаһын арбаға күтәреп ултыртып алды. Шунан елдереп ҡайтып киттек.
Бисәләр геүләшеп көлөштө. Ә Гөлйыһан аптырап Бибинурҙың күгәргән күҙенә ымланы:
– Шунан туҡмалып йәшәйһеңме?
– Ир ләһә...– тип яуапланы Бибинур бошмай ғына.
Уның ошо бер генә һүҙендә быуындан-быуынға, өләсәйҙән әсәйгә, әсәнән ҡыҙға күсә, тапшырыла килгән аҡыл: ирҙе ир итеү, хөрмәтләү, бары шул юл менән генә тормошоңдо бөтөн итеү тойғоһо һалынғайны.
– Ирҙәр килә, эсегеҙ, – тип шыйылдап ҡысҡырҙы Сәкинә. Шул ыңғайға быға тиклем ҡыҫтатып ултырған бисәләр барыһы ла бер юлы, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, араҡыларын ауыҙҙарына түңкәрҙе.
– Ай алла, эсмәйем тигәйнем бит әле, – тип ыуаланды Бибинур.
– Нишләп, әхирәт, әллә ҡалдың дамы? – тип күҙ ҡыҫты Сәкинә.
– Юҡ та, Тимербулат ай ярым сәсеүҙә йөрөнө бит, өлгөрмәнек. Тик быйылдан да ҡалып булмай инде. Ҡартайғансы бер ҡыҙ кәрәк.
– Иптәш кәрәк, кәрәк. Малайҙар, үҫкәс, килендең һүҙенән сыҡмай ул, – тип йөпләне ҡатындар.
Ул арала көрәште ҡарайым тип киткән сәмле Сәғиҙә, йәне көйөп, кире килде:
– Кит инде, ғибрәт. Теге элекке йыл да, былтыр ҙа тәкәне алған Магнит урыҫы тешен ыржайтып майҙанда бер үҙе тороп ҡалды. Әҙәм мәсхәрәһе!
– Нишләп ҡатнаштыралар шул кәсепсене. Үҙебеҙҙең колхоздыҡылар ғына көрәшә, тиһен дә ҡуйһындар. Бер нәмә эшләмәй, һабантуйҙан һабантуйға йөрөп, тәкә йыя ти бит ул.
– Үҙебеҙҙең ирҙәргә оят инде. Шул бер ерән урыҫты ла бөрөп һала алмағас.
Ерән урыҫ тигәнгә тертләп киткән Сәкинә Бибинурҙың бөйөрөнә төрттө:
– Һин күтәреп йылғаға ырғытҡан ерән урыҫ кеүек тә түгел бит быныһы, – тип әйтеп һалды. – Тәүәккәлләйһеңме әллә?
– Ҡуйсәле, ҡуй, әҙәм көлдөрөп...
– Нишләп көлһөндәр ти, ҡыуанырҙар. Ғәрлек тә инде, өс йыл рәттән бер әрәмтамаҡ өсөн тәкә һимертәбеҙ, һинең урында мин булһаммы...
– Ҡуй әле, ҡуй, бөтә ғаләм алдында итәгең асылып, тарбаңлап ятмай ни... – тип ҡаршылашты Бибинур.
Быларҙың һөйләшеүен ишетеп, башҡа бисәләр ҙә Бибинурҙы ҡыҫымға алды. Бер рюмка араҡы башына йүгергән ҡатынды ай-вайына ҡарамай көрәш майҙанына алып киттеләр.
Теге батыр тағы берәүҙе күтәреп бәргән дә үтә һауалы ҡиәфәт менән майҙанда тора. Уның һап-һары керпектәре аҫтынан мыҫҡыллы секерәйеп торған күҙҙәре менән суҡмар танауы бигерәк тә ныҡ оҡшаманы Бибинурға.
Майҙансы Мотаһар ҡарт: «Йә, тағы кем көсөн һынап ҡарай, азаматтар? Батырҙар бөткәнме ни һуң беҙҙә, йәмәғәт?» – тигән булып әйҙүкләп йөрөһә лә, башҡа теләүсе табылманы. «Ҡалай мәсхәрәләп ҡарап тора, дуңғыҙ, – тип яһилланды Сәкинә. – Их, ҡеүәтең миндә булһасы, Бибинур. Танауын ҡыйшайта һуғып, күрмәгәнен күрһәтеп ҡайтарыр инем».
– Баш аша ташлап була инде былай, – тип ҡуйҙы самалап ҡарап торған Бибинур икеләнеберәк.
Ул арала Мотаһар ҡарт тәкәне алып сығырға ымланы.
– Туҡтағыҙ әле, сабыр итегеҙ! – тип сырылдап уртаға ырғыны ярһыуынан ярылырға етешкәй сәмле Сәғиҙә. Кире халыҡ араһына ташланып, баҙнатһыҙланып торған Бибинурҙың беләгенән эләктерҙе. Уға Сәкинә ярҙамлашты. Тегеһен ҡуҙғата алмағандарына асыуы килгән икенсе ҡатын арттан килеп этеп ебәргәйне, уртаға сыҡҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалды өс ҡатын. Ни булды, тип аптырабыраҡ торған халыҡ уларға ҡарап көлә башлағайны, Бибинур ҡыҙҙы ла китте, һаман да беләгенә аҫылынып торған әхирәтен һелкте лә:
– Ҡана әле, Мотаһар ағай, – тип ҡарттың ҡулынан таҫтамалды алды. Бер ни аңламай ғәжәпләнеп торған урыҫ баһадирының ҡаршыһына баҫты. Мотаһар ҡарт һыбыҙғыһын ауыҙына ҡабып та өлгөрмәне: «Был урыҫ таҫтамалы менән бөрөп тотһа, итәгем күтәрелер инде», – тип ҡурҡып торған Бибинур батырҙы баш аша ергә бәреп тә ҡуйҙы. Майҙан тирәләй ҡупҡан шау-шыу, аҡырышыу, һыҙғырыуға, тирә-яҡҡа таралған халыҡ ни булды тип аптырашып, йүгерешеп килде, һеңгәҙәп ятҡан урыҫты саҡ торғоҙоп, иптәштәре, Мотаһар ҡартты уратып алып, көрәштең ғәҙел булмағанын иҫбатлай башланы. Ҡарттың улар менән ризалашмай сараһы юҡ ине. Кеше араһына инеп йәшенгән Бибинурҙы йәнә өҫтөрәкләп уртаға сығарҙылар. Әммә мәсхәрәгә ҡалған урыҫ бәһлеүәне, башы ауыртыуға һылтанып, ҡабат көрәшеүҙән баш тартты.
– Джентльмен булараҡ, бүләктән ҡатын-ҡыҙ файҙаһына баш тартам, – тип киң күңелле булып ҡыланмаҡсы ине лә, ҡатын сәмләнеп: «Нинә, әйҙә, ғәҙел итеп көрәшәйек һуң?» – тип әйтеп һалды. Әммә үҙенә өҫтән аҫҡа ҡарап торған ҡатынға бер һирпелеүҙән үк тубыҡ аҫтары ҡалтыранған урыҫ үҙенең көсһөҙлөгөн танырға мәжбүр булды...
Ҙур тәкәне Бибинурға етәкләттеләр. Бисә-сәсә сыуылдашып уны ҡосаҡланы, үпәсләне, рәхмәт яуҙырҙы, әбейҙәр, бабайҙар арҡаһынан һөйҙө. Ир-ат шау-гөр килеп Тимербулатты күккә сөйҙө.
«Батыр тәкәһенең итен ауыҙ иттерәһегеҙ инде», – тип геүләшкән ауылдаштарының барыһын кискелеккә ашҡа саҡырҙылар. Мәрәкәләшеп, Сәлимйәндең кырандасына ултырышҡанда Тимербулаттың ғазаплы йылмайыуҙан сытырайған йөҙөн абайлап, йөрәге сәнсешеп киткәйне Бибинурҙың. Тик унан да, бынан да тартҡылағастары, онотолдо. Һәпте юҡ иҫереп алған Сәлимйән: «Еңеүселәрҙе елдертеп алып ҡайтам», – тип, юл буйына атын саптырҙы. Унда ла арба мөйөшөнә генә ҡунаҡлаған Тимербулатҡа һүҙ ҡушырға форсат булманы. Ҡайтыу менән ире аяҡ терәп ҡарышҡан тәкәне һарайға һөйрәп алып китте. Бибинур өҫ-башын алыштырырға өйгә инде. «Сала һалһын да, эсәк-ҡарынынан тултырма ла бешерергә тура килер, шул тиклем халыҡты туйҙырырға ла кәрәк бит», – тип ыуаланды.
– Атаһы, – тип өндәште бысаҡ тотоп аласыҡтан сыҡҡан Бибинур. – Тимербулат!.. Һин ҡайҙа?
Һарайға бикләнгән батыр тәкәһенең баҡырыуынан башҡа тауыш-тын ишетелмәне. Ҡапыл шомланып, һарай ишеген бәреп килеп инде Бибинур. Инде лә ҡото осоп ултыра төштө. Кейәү егете кеүек матур итеп кейенгән Тимербулаты һарай өрлөгөнә тағылған дилбегәлә бәләкәс кенә булып аҫылынып тора ине.
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.