Мөршиҙә: «Үткән ғүмер менән ҡалған хәтер һис табылмай, алтын-көмөш бүләк итһәң дә...» – тип, үҙ алдына мөңгөрләй-мөңгөрләй, фатирына табан туйтанлай. Хөршиҙә ҡәрендәшенең хәтерһеҙлегенә йәне көйҙө, әле лә асыуы баҫылмаған.

«Хөршиҙә ҡәрендәшем» тиергә яратһа ла, Мөршиҙә ҡарсыҡ унан ни бары ун көнгә өлкән. Әммә Мөршиҙә ишле ғаиләлә баш бала ине, үҙенән кесе һеңле-ҡустыларын тәрбиәләргә тура килде. Нәҡ ошо сифат ҡәлбенә һеңгән. Шуғалыр, ахыры, Хөршиҙәгә аҡыл өйрәтергә, кәңәш-төңәш бирергә бик ярата.

...Ҡан баҫымы күтәрелеп, башы ауыртыуға ҡарамаҫтан, көн һәйбәт башланғайны: Хөршиҙә ҡәрендәше йома сәйенә саҡырҙы. Йәһәт кенә йыйынып, юлға сыҡты Мөршиҙә.

Хөрт йәшәмәй Хөршиҙә: ҡоймаҡ ҡойған, бәлеш бешергән. Өҫтәлдәге гәлсәр һауытта өймәләм емеш-еләк тора.

Хужабикә өлтөрәп сәй ҡуйып ебәрҙе.

– Сәй ҡайнағансы, әйҙә, ейәнсәремә бәйләгән куфтамды күрһәтәйем. – Хөршиҙә ҡунағын залға алып сыҡты, йомшаҡ диванға ултыртты ла алдына кофта һалды. Йәшел төҫтәге йөнгә ялтыр еп ҡушып бәйләнгән әйбер һәләк матур: йылҡылдап тора.

– Яҡшы булған, ейәнсәреңдең йылы тәнендә туҙһын. – Мөршиҙә кофтаны һыйпап йылмайҙы. – Йәш сағыңдан «йәшел» тип йәнең сыҡты.

– Шулай шул: Әфтәхемдең күҙҙәре лә йәшкелт ине. Биҙәкәй күҙҙәре менән күңелемде арбаны. Тик ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды. Бөгөн төшөмдә күрҙем: ҡосаҡларға тырыша, мин ҡасам, ул баҫтыра, мин йәшенәм. Әллә янына саҡырамы икән? Хәйер бирәйем әле: хәләл йәмәғәтемдең рухы шатланһын. – Хөршиҙә йәшел алма һүрәте төшкән ике киҫәк һабынды әхирәтенә һондо.

Быныһы белгән доғаһын ихласлап уҡыны. Ул арала әсе сигнал тауышы ишетелде. Ике ҡарсыҡ урындарынан һикереп торҙо.

– Әй, йома бит, бөгөн туйҙар гөрләй торған көн. Еңел машиналар ҡысҡырталыр. – Хөршиҙә, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, ҡарана башланы. – Был яҡта түгелдер, әйҙә, әхирәт, балконға сығайыҡ әле.

Әммә балкондан, унан лоджиянан тирә-яҡты күпме байҡаһалар ҙа, туй машиналары күренмәне. Үткән-һүткән кешеләрҙе, майҙансыҡта уйнаған бала-сағаны хәтһеҙ ваҡыт тамаша ҡылғас, тамаҡтары кибеп киткәйне, йома сәйе иҫтәренә төштө.

Аш-һыу бүлмәһенән көйөк еҫе танауға бәрелде, төтөн залға ҡәҙәре таралған...

Хөршиҙә ҡапыл кухняға ташланды:

– Аһ, харап ҡына булды. Өр-яңы әйберҙе әрәм иттем.

Әхирәтенең йән әрнетерлек әсе тауышын ишеткәс, Мөршиҙә лә шунда ашыҡты.

Плитә өҫтөндәге сәйнүк ҡап-ҡара ҡором, һемәге иреп төшкән...

– Ейәнсәрем алып биргәйне. «Өләсәй, – тигәйне, – сәй ҡайнатырға ҡуяһың да онотаһың. Ҡайнай башлағас, сигнал бирә торған сәйнүк был. Һәйбәт һыҙғыра, тауышы паровоздыҡынан кәм түгел», – тип маҡтағайны. Әй, Аллам, ни бары ике-өс мәртәбә сәй эсергә өлгөрҙөм, – тип иламһыраны хужабикә. – Быйыл ғына нисә сәйнүк яндырҙым.

– Нисәү? – Мөршиҙә, тәфтишсеме ни, үтә лә етди тексәйгәйне.

– Был – дүртенсеһе...

– Шәпһең инде: пенсиәң сәйнүк алырға ла етә икән. – Ҡунаҡ мыҫҡыллап һөйләнеүен дауам итте. – Бая әсе сигналды ишеттең бит. Туй машиналары, имеш... Сәйнүгеңдең шулай һыҙғырыуын онотҡанһың. Бигерәк иҫһеҙгә әйләндең әле. Минән ун көнгә йәшһең, ә хәтерең иләк кеүек тишелеп бөткән. Рәхәтләнеп сәй эсермен, тиһәм... – Ҡунаҡ кипкән ирендәрен яланы.

– Әлегәсә ниндәй зиһенле инем. Бер нәмәне лә онотмай торғайным, – Хөршиҙә тәрән көрһөндө.

– Ғүмереңә шулай булдың. Пенсиәгә сыҡҡас, нимәштәнең? Иртә менән эшкә әҙерләнеп, фабриканың ҡапҡаһы янына еткәс, хаҡлы ялда икәнеңде иҫкә төшөрөп, кире ҡайтҡаныңды һөйләп, мине би-и-ик аптыратҡайның.

– Гел эшкә йөрөп өйрәнгәнгә, өйҙә ултырып күнекмәгәнгә шулай яңылышҡайным... – Хөршиҙә аҡланып маташты.

Мөршиҙә уны тыңлап бөтөрлөк хәлдә түгел:

– Радионан да, телевизорҙан да баш мейеһен эшләтә торған дарыуҙарҙы маҡтап, көнө-төнө таҡылдайҙар. Ал, эс шуларҙы. Күнекмәләр яһа.

– Ниндәй күнекмәләр? – Хужабикә, Мөршиҙәнең күпте белеүенә һоҡланып, оло хөрмәт менән ҡараны.

– «Мин онотманым, онотмайым, онотмаясаҡмын», – тип зиһенеңде нығыт, үҙеңде шуға күнектер.

– Ярай, – тигән булды быныһы, әллә ни аңламаһа ла.

Ҡыҫҡаһы, сәйҙе кәстрүлдә ҡайнатырға тура килде.

Баллап-майлап сәй эскәндә ирегән сәйнүк иҫтәренән шыпа сыҡҡайны инде.

...Мөршиҙә йортона ҡайтып етеүгә, ҡаршыһына күрше ҡатын осраны.

– Апай, һаумы, – тине илгәҙәк күрше. – Ҡайҙа йөрөнөң?

– Әхирәтем йома сәйенә саҡырғайны. – Сәйнүк менән булған хәлде тәфсирләп һөйләргә ниәтләгән ҡарсыҡ таяғын эскәмйәгә һөйәне.

Әбекәйҙең хәбәрҙе үтә тәмләп, оҙон-оҙаҡ һөйләргә яратҡан ғәҙәтен белгән ҡатын, тиҙерәк ҡотолорға тырышыптыр, уның һүҙен бүлдерҙе:

– «Тиҙ ярҙам» саҡырғанһың икән...

Ҡарсыҡтың ҡапыл төҫө ҡасты:

– Әттәгенәһе! Ҡан баҫымым күтәрелгәс, шылтыратҡайным шул: сәпсим хәтеремдән сыҡҡан. Мәлһеҙ сәйгә саҡырҙы Хөршиҙә лә. – Ул йәһәтләп подъезд ишеген асты.

– Ҡабаланма, апай, табиптар китте.

– Килгәс-килгәс, көтһәләр ни була? Һәр саҡ шулай...

– Һәр саҡ шулай шул, апай, «Тиҙ ярҙам» саҡыраһың да, йә магазинға, йә дуҫ-ишеңә китәһең. Исмаһам, ҡайҙа барғаныңды миңә әйтһәң, ни була?

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ: Мөршиҙә әбей өндәшмәне, йәһәтләп фатирына йүнәлде. Ишеген асырға өлгөрмәне, әлеге күршеһе килеп етте:

– Табип тигәндә, таяғыңды ла онотоп йүгерәһең, хи-хи-хи. – Ҡатынҡай эскәмйәгә һөйәгән әйберҙе әбейҙең ҡулына тотторҙо.

– Артыҡ хихылдайһың, Алла бойороп, ғүмерең булһа, ҡартлыҡ һиңә лә килеп етер. Ә таяғым өсөн рәхмәт, әлдә шәйләгәнһең, юғалыр ине. «Атлы килеп, йәйәү ҡайтмайҙар» тигән әйтем бар, мә, һеңлем. Осраған сағында икәүҙе алғайным, береһе һиңә булһын. – Хөршиҙә ҡәрендәше хәйергә биргән йәшел алма һүрәте төшөрөлгән һабынды Мөршиҙә ҡарсыҡ күршеһенә һондо...

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.