

– Тәүге уҡытыусым Бикә Ғәлләм ҡыҙы бер дәрестә “Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?” – тип һораны. Мин: “Яҙыусы!” – тигәс, класташтарым көлдө, ә Бикә апай: “Зимфера киләсәктә йә башланғыс кластар, йә рус теле уҡытыусыһы булыр, яҡшы уҡый”, –тине. Уның һүҙҙәре Хоҙайҙың “Амин!” – тигән сағына тура килгәндер, – тип һөйләй 38 йыл эш стажына эйә тәжрибәле уҡытыусы. –7-8-се кластарҙа дружина советы рәйесе булғанда бер нисә класташ менән бәләкәстәргә вожатый булдыҡ. Герой пионерҙар тураһында уҡый, һөйләй торғайныҡ. Шунда балаларҙың беҙҙе ауыҙ асып тыңлап ултырыуы уҡытыусы булырға дәртләндергәндер, тип уйлайым хәҙер.
Уҡытыусы булыу теләге уны Башҡорт дәүләт педагогия университетына алып килә. Шунда "Тамсылар” әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөй. Остаздары, яҙышҡан кешегә баш ҡалала ҡалырға кәрәк тип, уны ҡалдырыуҙы юллай һәм ул Өфөләге 1-се балалар йортонда эш башлай.
– Балалар йорто эргәһендәге мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы ла ауырып китеп, мине ваҡытлыса уның урынына эшкә саҡырҙылар. Беҙҙе башҡорт теленән уҡытырға Ейәнсура районы Ағурҙа ауылынан булған шәп уҡытыусы Йыһания Ғәли ҡыҙы Нәбиуллина өйрәткәйне, уҡытыуҙан ҡурҡып торған юҡ. Китаптарҙы алып ҡайттым да әҙерләнеп, тәүге дәресемә барҙым... Бер айҙан теге уҡытыусы эштән киткәс, уның урынына саҡырҙылар. Ә минең хыялдар башҡасараҡ.
Ул тотта ла “Ленинсы” гәзитенә эшкә урынлаша. Ә 1990 йылда Ибрай егете Дәүләтбай Буранбай улы менән ғаилә ҡорғас, педагогик хеҙмәт юлын килен булып төшкән ауылда 92-се йылда башлай. Өс бала: Зөбәржәт, Ғәзиз, Ғәзимгә ғүмер бирә Аҡбутиндар, хәҙер улар өсөһө лә үҙ аллы. Ғаилә башлығы вахта менән Себергә йөрөй.
“Уҡыусыларҙың абруйын нисек яуларға?” – тигән һорауыма, Зимфера Хәкимйән ҡыҙы:
– Уҡытыусыла ундай уй булырға тейеш түгел. Уны балалар көн дә һынай. Һорауҙары, ҡыланыштары, тотоштары менән. Балаларҙы яратырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре тураһында хәбәрҙар булырға кәрәк. Дөрөҫ йүнәлеш, ваҡытында уратып ҡына һүҙ араһында кәңәш биреү урынлы. Ҡырҡ атаның балаһы, ҡырк төрлө уй, ҡырҡ төрлө хыял уларҙа – шуны оноторға ярамай. Кешенең киләсәккә юлы мәктәптә һалына, ә шул юлға һуҡмаҡты уҡытыусы һалыша, – тип яуапланы. – Һәр замандың балалары үҙенсә. Хәҙергеләр ҡыйыу, фекерле, маҡсатлы. Уларҙан күп нәмә талап ителеүен аңлайҙар. Әммә ата-әсәләрҙең контроле кәрәк. Көндәр буйы бала телефонда ултырмаһын ине, тигән теләкте ата-әсәләргә еткереүсе лә – шул уҡытыусы.
Зимфера Хәкимйән ҡыҙының педагогик эшмәкәрлеге ижад менән үрелеп бара. Әле уның “Ҡая сәскәһе”, “Артылғанда быуат түбәләрен”, “Атай кеүек буламы мин”, “Һандыҡ төптәрендә”, “Иҙел ҡыҙы”, “Өйрәндем”, “Йәйғорло йыл" исемле китаптары донъя күргән. Ижади уҡытыусы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2012” төбәк-ара конкурсында “Сәсән телле уҡытыусы” номинацияһына лайыҡ була. 2007 йылда “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы" конкурсы еңеүсеһе булып, 100 мең һумлыҡ Президент Грантын ала, 2015 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исемен ала. Зимфера Аҡбутина яңы уҡыу йылын “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” булараҡ башланы. Был маҡтаулы исемде уға август кәңәшмәһендә мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин тапшырҙы.