Хәтерҙәге ҡәҙерле минуттар

«Калинка-стоп» уйнаған бала саҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ауылдың үткән көндәрен, бала саҡ иҫтәлектәрен һәр кем үҙенсә һаҡлай. Кем өсөндөр ул — йылға буйында ҡаҙ бәпкәләре бағыу, кемгәлер — бесән осоро, ә беҙҙең өсөн — ике рәттән генә торған бер урамлы бәләкәй ауылыбыҙҙың киске уйындары. Бүлмәлә компьютер, ҡулда телефон булмаған ул бәхетле замандарҙа беҙҙе урам, йәнле аралашыу һәм үҙебеҙ уйлап тапҡан йәки өлкәндәрҙән өйрәнгән уйындар берләштерә ине.
Шундай сағыу һәм урам тигәндә үк күҙ алдына баҫҡан уйындарҙың береһе — «Калинка-стоп».
Кискә табан урам уртаһындағы ҙур скамейкаға барыбыҙ ҙа теҙелешеп ултырабыҙ. Уйын башлана! Берәү уртаға сыға ла шартты иғлан итә. Миҫал өсөн: «Фәниәләр өйө рәтенән, "Ә" хәрефенә башлана, биш хәрефтән тора!» — ти. Булды! Скамейкала ултырғандарҙың башында шунда уҡ уйланыу процесы башлана. Был шарт Фәниәләр менән бер рәттә йәшәгән кешеләрҙен исемдәрен барлауҙы аңлата. Тынлыҡ урамды ҡаплай, һәр кем ошо рәттән дөрөҫ исемде табырға тырыша.
Ҡапыл берәү ултырған еренән ҡысҡыра: «Әхмәт!» — ти ҙә, тиҙ генә урынынан тороп йүгерергә төшә. Ни өсөн тигәндә, алып барыусы «Калинка-стоп!» тип ҡысҡырып өлгөрөргә тейеш. Әгәр ул үҙ ваҡытында ҡысҡырып өлгөрһә — йүгергән кеше таш ҡатҡандай урынында туҡтарға мәжбүр.
Шунан ҡыҙыҡтың иң ҡыҙыуы башлана. Югереп киткән уйынсы үҙе менән алып барыусы араһындағы алыҫлыҡты күҙаллап, аҙымдар һанын әйтә. «Биш аҙым!» — ти икән, ул алып барыусыға табан аныҡ биш аҙым яһарға тейеш. Әгәр иҫәбе тура килеп, ул алып барыусыға барып етә йәки ҡулы менән тейә ала икән - алып барыусы скамейкаға барып ултыра. Еңеүсе иһә уйынды артабан дауам итә, үҙе яңы исем йәшерә.
Был уйындың беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә уйылып ҡалған иң ҡыҙыҡлы бер ваҡиғаһы бар. Бер көндө әхирәтем Фәниләнең һеңлекәше Фәймә лә ҡатнашырға булды. Үҙе бик бәләкәй генә ине әле. Бына ошо кескәй Фәймә уртаға сығып баҫты ла, үҙенсә етди генә итеп шарт ҡуйҙы: «Беҙ скамейкала ултырған рәттән, "А" хәрефенә!» — тине. Беҙ, үҙебеҙҙе ҙурыраҡҡа һанаған балалар, шунда уҡ ошо рәттә йәшәгән бөтә кешенең исемен берәм-берәм әйтеп ҡараныҡ. Таба алмай аптырап һыуындыҡ, бөтә исемдәрҙе барлап бөткәнбеҙҙер, моғайын.
Аптырағас: «Фәймә, арыныҡ, беҙ белмәйбеҙ, үҙең әйт инде!» — тинек. Шунда кескәй ҡыҙсыҡ, ауыҙын тултырып: «Араҡыя!» — тип ҡарап тора бит! Беҙ тыйыла алмайынса рөхәтләнеп көлгән инек шул саҡ. Бәләкәй Фәймә үҙенең бала саҡ ҡолағы менән күршебеҙ Раҡия әбейҙең исемен «Араҡыя» тип ишетеп, шулай иҫендә ҡалдырған булған икән. Саф, эскерһеҙ бала донъяһы урамды ошондай шатлыҡлы көлөү тауыштарына күмә ине.
Был ябай ғына уйын кеүек күренһә ҙә, беҙҙе сос булырға, тиҙ уйларға, алыҫлыҡты дөрөҫ үлсәргә, иң мөһиме — үҙебеҙҙең ауылдаштарҙы, ошо бер урамда йәшәгән күршеләрҙе яҡшы белергә өйрәтте. Ул беҙҙе дуҫлаштырҙы, берләштерҙе.
Бөгөн ике рәттән генә торған бер урамлы ауылыбыҙға ҡайтҡанда, шул скамейка янынан үткәндә, ҡолаҡҡа бала саҡтың шат тауыштары, Фәймәнең «Араҡыя» тип ҡысҡырыуы һәм балаларҙың дәррәү көлөшөүе сағылып киткәндәй була. Хәҙерге балалар был уйынды уйнаймы икән? Уйнаһындар ине... Йәнле аралашыуҙың, бала саҡ берҙәмлегенең иң матур, иң ҡәҙерле миҙгелдәре бит ул.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)