– Юҡ ул мөхәббәт тигән нәмә! Хыялый шағирҙар уйлап сығарған алдаҡ ул! Бисәләрҙең минең һымаҡ иҫәүәндәрҙе эләктерә торған тоҙағы!
Түрьяҡтағы телевизор алдында ултырған Ғәфүрйән, киленсәк менән боҙолошоп, әсәһе янына күңел яраларын имләргә ҡайтҡан төпсөк улының асыулы мөңгөрҙәгәнен ирекһеҙҙән ишетеп, артына боролоп ҡараны. Улының: «Юҡ ул! Юҡ!» – тип өҙгөләнеүенә, уйына килгән йыр юлдары менән: «Һөйөү бар ул, бар ул, валлаһи!» – тип яуап ҡайтарғыһы килде. Ошо елкендергәс уйынан ике бите гөрф итеп тоҡанып, күҙҙәре янып киткән иренең ҡарашын абайлаған Миңзада, бөтөн булмышы менән ирәйеп йылмайҙы ла башын ҡайғылы һәлендереп ултырған улының тырпый сәсенән һыйпаны.
* * *
Һигеҙенселә уҡыған йылы ине Ғәфүрйәндең. Сентябрь баштарында колхоздың алыҫ бригадаһына картуф ҡаҙырға алып барҙылар. Әле колорадо ҡуңыҙына тиклемге дәүерҙәр, картуф ишелеп уңған. Эште ул көндө генә бөтөрә алмағас, уҡыусыларҙы тағы бер көнгә ҡалдырырға булдылар. Ҡунырға ауыл халҡы уларҙы дүртәрләп-бишәрләп өй беренса бүлешеп алды. Ғәфүрйән класташ малайҙары менән етеш йәшәгән бер әбейҙең эре бүрәнәләрҙән һалынған күркәм йортона эләкте. Сыуаш әбейе, ул үҙен Феодосия тип таныштырҙы, ҡәҙерле ҡунаҡ көткән һымаҡ бешеренгән, аяҡ өҫтө баҫып тороп һыйлай, уларҙы ярҙамсылар, тип маҡтай. Дәрт бар ҙа, дарман юҡ шул, тип зарлана ла башы менән стеналарҙа эленеп торған маҡтау грамоталарына ишаралай. Ә унда коммунистик хеҙмәт алдынғыһы Феодосия Николаевнаның уңғанлығы тураһында яҙылған. Быға тиклем ауылынан сығып йөрөмәгән үҫмер шунда сыуаштарҙың исемдәре урыҫса булһа ла, телдәре башҡортсаға тартым икәнен дә абайлағайны.
Үҙҙәре генә түгел, күҙҙәре лә туйғас, көнө буйы эшләп арыған малайҙарҙы йоҡо баҫа башланы. Быны күреп, әбей йәһәт кенә урын-түшәк хәстәрләне. Күмәк ғаиләлә үҫеп, бындай ҡәҙер-хөрмәткә күнекмәгән Ғәфүрйәнгә рәхәттән бигерәк ҡыйын ине был иғтибар, шуға күрәлер, ғүмерлеккә зиһененә уйылып ҡалған.
Уянып китһә, бүлмәлә күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы, бары тик ҡорғаны тартылмаған тәҙрә уйымы ғына яҡтыраҡ булып күренеп тора. Эргәһендә иптәш малайҙары мышнай. Икенсе ҡабырғаға боролоп ҡына йоҡлап китер ине, хәжәте ҡыҫтай. Шым ғына тороп кейенде лә һәрмәнә-һәрмәнә тышҡа сыҡты. Көҙгө төн һалҡынса. Эре-эре йондоҙҙар суҡ-суҡ булып баш осонда аҫылынып тора, ҡулыңды һоноп өҙөп алмалы... Нишләптер үҙәк өҙгөс һағыш тойҙо шул саҡ: ғүмерендә беренсе тапҡыр ситтә ҡунғанға ятһыныу инеме ул, инде тыуған өйөн һағынып та өлгөргәйнеме?!
Шул тойғонан ҡасырға теләгән һымаҡ ҙур урыҫ ҡапҡаһын асып сыҡты ла, алан-йолан ҡаранды: урам осонда, улар көндөҙ картуф ҡаҙған ерҙә, усаҡ яна, кемдәрҙер күренә. «Беҙҙекеләр!» Күңеленә эркелгән ҡыуаныстан шул яҡҡа атлыҡты.
Уртала усаҡ яна, унлаған бала ике яҡтан эре бүрәнәләргә теҙелешеп ултырған.
– Әһә, – тип йүгереп килешләй үк хәбәрен башлағайны, бер нисә кеше ышылдап тыя һалды. Ә дәрестә бер минут та шым ултыра алмаған шаян Рәүеф саҡ ҡына шылыңҡырап эргәһенән урын бирҙе лә:
– Таңһылыу космос тураһында ҡыҙыҡ китап һөйләй, – тип шыбырланы. Шунда ғына Ғәфүрйән бөтәһенең дә күҙҙәре усаҡтың арғы яғындағы бүрәнәлә әхирәттәре араһында ултырған ҡыҙыҡайға төбәлгәнен абайланы.
Андромеда томанлығы тураһында ниндәйҙер фантастик әҫәр ине ул. Ике күҙе йондоҙ һымаҡ нурланған, башҡаларҙың да күҙҙәрен балҡытҡан ҡыҙға тәү башлап күргәндәй, аптырап ҡараны үҫмер.
Барыһы ла йотлоғоп Таңһылыуға текләгән, донъяларын онотҡан. Баштан уҡ тыңламағас, китаптағы ваҡиғалар хәтерендә ҡалмаған Ғәфүрйәндең. Ә бына ауылдаш ҡыҙыҡайҙың мәғлүмәтенә, белеменә хайран ҡалғаны иҫендә.
– Андромеда томанлығы – ул спираль рәүешендәге ғәләмәт ҙур галактика. Ә ул галактикала бер триллионға яҡын йондоҙ тупланған. Ә беҙҙең Ҡояш йондоҙо Ҡош юлы галактикаһында урынлашҡан.
– Ҡояш йондоҙо? Беҙҙең ҡояш йондоҙмо ни ул? – тип аптыраштылар.
– Ә ҡайҙа Андромеда?
– Ана, ҙур Етегән, Бәләкәй Етегән, Кассиопея, Пегас, – тип һананы Таңһылыу. Барыһы ла уны уратып алды:
– Ҡайҙа, ҡайҙа?
– Ныҡ алыҫ булғас, бик һәйбәт күренмәй. Беҙгә әле генә килеп еткән яҡтыһы ул йондоҙҙан, беләһегеҙме, ҡасан юлға сыҡҡан?
– Ҡасан?
– 2,5 миллион йыл элек. Беҙ бит йондоҙло күккә ҡараған саҡта уның әлеге, ошо ваҡыттағы хәлен түгел, уның үткәнен күрәбеҙ.
– Нисек инде?
– Баш етмәҫлек...
– Йыһан үлсәмдәре беҙҙең башыбыҙға һыйырлыҡ түгел шул, – ти Таңһылыу. – Йондоҙ беҙҙән ни тиклем алыҫ булһа, уның нурына беҙгә килеп етер өсөн шул тиклем күберәк ваҡыт кәрәк. Хатта бына торған ҡояштың нуры беҙгә килеп еткәнсе һигеҙ минуттан артыҡ ваҡыт үтә. Әгәр ҡояш, тәүбә, тәүбә инде, һүнә ҡалһа, беҙ был турала тик һигеҙ минут үткәс кенә белер инек. Йондоҙҙарҙың яҡтылығы беҙгә килеп еткәнсе миллион йыл үтә икән, бәлки, анау, йәки бынау йондоҙ күптән үк һүнгәндер инде.
– Әле ошонда берәй йондоҙҙа йәшәп ятҡан кешеләр шып итеп килеп төшһәләр, ҡалай ҡыҙыҡ булыр ине, ибет, – тип ҡуйҙы класс һайын ике йыл ултырып, яңы саҡ алтынсыға килеп еткән Рамазан әҫәрләнеп.
Дәррәү көлөштөләр, ниндәйҙер бер ихлас, яҡын күреп көлөү ине был. Сөнки барыһы ла аңлатып булмаҫлыҡ бер тылсым тәьҫире аҫтында ине.
– Бына әле беҙгә бүрәнә өҫтөндә тик кенә ултырабыҙ һымаҡ тойола, – тине Таңһылыу.
– Тик ултырабыҙ ҙа инде.
– Юҡ шул, – тине ҡыҙыҡай, күҙҙәре тағы ла балҡыуыраҡ булып китте. – Беҙ әле йыһан киңлегендә сәғәтенә 107 мең километр тиҙлектә осоп китеп барабыҙ.
– Нисек?
– Сәғәтенә 107 мең?!
– Шаҡ ҡатырғыс!
Әгәр ҙә уҡытыусыларының:
– Атаҡ-атаҡ, һеҙ һаман йоҡламай ултыраһығыҙмы? Иртәнсәк нисек тормаҡсы булаһығыҙ? – тигән асыулы тауышы яңғырамаһа, күпме ултырырҙар ине икән, билдәһеҙ.
Барыһы ла үҙҙәрен әллә нисек бүтән, ҡанатланған һымаҡ тоя, был тойғонан шул тиклем рәхәт, шуға күрә урындарынан торғолары, айырылышҡылары, ошо тылсымдан ысҡынғылары килмәй. Тик уҡытыусыны тыңламай ҙа сара юҡ – теләр-теләмәҫ таралыштылар.
Әлеге шул Рәүеф ырғый-һикерә үҙе ҡунған өйгә табан йүгергән ыңғайға Ғәфүрйәндең арҡаһына шапылдата һуғып:
– Һин әллә ауа-түнә саҡ атлап китеп барам тип уйлайһыңмы? Һин әле икһеҙ-сикһеҙ йыһан киңлегендә сәғәтенә 107 мең километр тиҙлек менән осоп китеп бараһың, – тип әйтеп үтте.
– Үткән заманды күргең киләме? – тип уға ҡушылды бер ҡыҙ. – Йондоҙло күккә ҡара!
Икенсе көндө лә хәбәрҙәр йондоҙҙар тирәһендә өйөрөлдө.
Таңһылыу йыһан, йондоҙҙар тураһында хыялланһа, Ғәфүрйән ошо көндән алып Танһылыу тип хыял итә башланы.
* * *
Шул төндән һуң Ғәфүрйән үҙенең ярлы ғына, һай ғына тормош менән йәшәп ятҡанын аңланы: яттым-торҙом, асмын-туҡмын һәм вәссәләм. Ә баҡһаң, донъя бейеклектәренә – буй, тәрәнлектәренә зиһен етмәҫлек серле икән, Күк йөҙө иһә Яңы йыл байрамына сәй ҡурғашынан ҡырҡып яһалған йондоҙҙар йәбештерелгән тәҙрә быялаһы түгел, ә үҙенә убып алырҙай бөткөһөҙ мөғжизә...
Юҡ, Ғәфүрйән насар уҡыусы түгел, дәреслектәргә нимә яҙылғанын белә. Тик бығаса иҫ китерлек оло ғаләм менән үҙенең ҡәҙимге генә көнитмешен бергә бәйләмәгән булған. Әле килеп ул донъяға үҙенән ике синыф түбән уҡыған ошо ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре менән ҡараны ла йыһандың һулышын, йәшәйештең һулҡылдап торған тибешен, энергия тулҡынын, ул энергияның бөтә нәмәне үҙ- ара тоташтырып, үҙенең тәне аша ла аҡҡанын тойҙо. Үҙенең ябай ғына ауыл малайы түгел, ә ошо серле ғаләм менән, тормош тип аталған мөғжизә менән бер бөтөн икәнен уйлап һушы китте. Гүйә, ошо төндә уның башында ниндәйҙер асҡыс шылтлап боролдо ла, булмышы шар асылып, ошо оло донъяны үҙенең эсенә индерҙе. Иң ҡыҙығы: ул тылсымлы асҡыс аръяҡта ғына йәшәп ятҡан бер ҡыҙыҡайҙа йөрөгән булып сыҡты. Эйе, ошо ҡыҙыҡай бүрәнәлә ҡарлуғас һымаҡ теҙелешеп ултырған барса һабаҡташтарын асҡан да, мөғжизәгә әйҙәп алып ингән. Ысын тормошҡа! Ә Ғәфүрйән, бығаса ун биш йыл буйы йәшәп тә, тормошта мөғжизә барлығын да белмәй ғүмер һөргән. Иң ғәжәбе – быны ул ғына түгел, усаҡ янында ултырған барыһы ла тойған, улар ҙа ошо тылсымға арбалған. Хатта көлгә тәгәрләтеп бешерелгән картуф та, уның ирендәрҙе өтөп алған ҡайнарлығы менән ауыҙҙа оҙаҡ һаҡланған тәме лә тылсымдың күркәм бер өлөшө булған икән дә баһа...
Тормошонда төрлө мәлдәре булды Ғәфүрйәндең, тик ошо тылсымды һағыныуы ғүмерлеккә ҡалды. Ул әле үҙен, тәүге һөйөү тигән әсенән бигерәк, татлы, әрнеүҙән бигерәк, ләззәтле хис сорнап алғанын аңламай ине, әммә элекке ғәмһеҙ йылдары артта тороп ҡалғанын тойҙо.
Был тәмле генә хисте, аҫыл бер хазина һымаҡ, күңеленең иң түренә йәшереп ҡуйҙы үҫмер. Хатта башта был турала үҙенә лә белдерергә ҡыйманы. Танауына еҫ инә башлағайны бит инде: уйындарҙан һуң, башҡа тиңдәштәре һымаҡ, ул да ҡыҙҙар артынан йүгерҙе, әле берәүҙе, әле икенсене оҙатты. Ә Таңһылыуға яҡын килеү ҡайҙа, ситтән генә күҙәтеп йөрөнө. Хәйер, бының үҙенә күрә бер бик етди сәбәбе бар ине: ҡапыл ғына һорнайып үҫте лә китте ул ҡыҙыҡай. Буйы менән артыҡ маҡтана алмаған Ғәфүрйәндән аша ҡарап торған ҡолғаға әйләнде. Ҡолға тип әйтеүе үртәлеүҙән инде. Шулай ҙа Таңһылыуҙың да шыпа битараф түгеллеген тоя ине үҫмер – унда-бында осрағанда ҡуңыр күҙҙәрҙең иркәләп тә, иркәләнгән һымаҡ та ҡарағанын күрмәҫ өсөн һуҡыр булырға кәрәк.
* * *
Бөтә өмөтө армияла булды Ғәфүрйәндең. Әллә күпме һынағаны бар, хеҙмәткә киткән егеттәрҙең барыһы ла буйға үҫеп, мыҡтыланып, мөһабәт булып ҡайта. Бәләкәйҙән хыяллана ине, теләге тормошҡа ашты: диңгеҙ флотына эләкте. Учебканы үтеп, сержант булып, үҙе алдында баһаһы күтәрелеп киткәс кенә – бары шунда ғына – баҙнаты етеп хат яҙҙы ҡыҙға. Таңһылыу яуап ҡайтарҙы. Хаты оҙон, әңгәмә: ауыл хәбәрҙәрен, уҡыған китаптарын, ҡараған киноларын йыбанмай, тәфсилләп яҙған. Шунан ары хаттар тегеләй-былай китә торҙо, килә торҙо. Икеһенең дә хаттарында хистәр тураһында бер нәмә лә юҡ ине. Ғәҙәти, дуҫтарса хәбәрләшеү. Әммә Ғәфүрйән ошо йомро ғына тигеҙ хәрефтәр сылбырынан йәшерен мәғәнәләр, әйтеп бөтөлмәгән ишаралар таба ла башы күккә тейерҙәй булып йөрөй...
Бына Таңһылыу ҙа мәктәп тамамланы, университетҡа уҡырға инде – астроном булырға тигән ниәтенә бер ҙур аҙымын яһаны. Ғорурлана ине Ғәфүрйән һөйгәненең был арманы менән. Гүйә, был хыял Ғәфүрйәндең дә абруйын күтәрә ине. Ул арала дембель дә яҡынлашты. Өс йыл буйы хәрби карапта диңгеҙ-океандар гиҙгән моряк тыуған яҡтарға ҡайтыуға ныҡлап әҙерләнде. Ҡыҙҙың алдына нисек барып баҫасағын, ни рәүешле һушын аласағын меңәр тапҡыр күҙ алдына килтерер ине.
Караптағы иң һуңғы иртәнге аш... «Славянканың хушлашыуы» маршы... Күҙ төптәрен тоҙло йәш әсеттереп алды. Тыуған йорт һымаҡ яҡын булып киткән урындарҙы: ғүмерлек һағынышы булыр диңгеҙҙе, сопкаларҙы һуңғы тапҡыр ҡарашы менән байҡап, ҡалыусылар менән ҡосаҡлашып, шап-шоп арҡа ҡағышып һаубуллашты ла автобус менән вокзалға... Флоттағы хеҙмәт йылдары – алтын мәлдәр шул. Аҙаҡтан уйлап-уйлап, моғайын, ғүмеренең иң бәхетле дәүере булғандыр, тигән һығымта яһап ҡуя. Ә ул көндө иһә ысын бәхете алда көтөп торған һымаҡ ашҡынды.
* * *
Өфөгә поезд менән иртәнсәк килеп төштө. Тимер юл вокзалында оҙаҡ ҡына үҙен тәртипкә килтереп, һыланып-һыйпанды. Нисек кенә тимә, беҙҙең флоттың формаһы донъяла иң матуры шул. Өфө урамы буйлап атлағанда осраған бер кешенең һоҡланыулы ҡарашы быны ҡабат-ҡабат раҫлап күңелен күтәреп ебәрҙе. Ауылда аллы-гөллө болон гөлдәре араһында үҫкәс, ҡыҙҙарға сәскә бүләк итеү һымаҡ нәмәне аңлап та, өнәп тә етмәһә лә, булғас, булһын инде, тип хатта уныһына ла тәүәккәлләне. Оҙаҡ һайланы, уға оҡшағаны ҡиммәт, аҡсаһы йәл булмағаны – бик үк күркәм түгел һымаҡ. Сәскә һатыусы апай моряктың хәлен аңланы, буғай, бер шәлкем раузалар тотторҙо: ваҡ булһалар ҙа еҫкәп туйғыһыҙ, үҙебеҙҙә үҫкән һылыуҡайҙар...
Университетҡа китеп бара, гөлләмә тотҡан морякка барыһы ла йылмайып, айырым бер йылылыҡ менән ҡарай. Башта ундай иғтибарҙан тартынғайны, тора-бара уғата оҡшап китте: яурындарын ҡалҡытып, башын ҡайҡайтып ебәрҙе. Хаттағы адрес буйынса ятаҡҡа барғайны, ишек төбөндәге вахтер әбей ил һаҡлап ҡайтҡан егеткә хөрмәт йөҙөнән тәфсилләп төшөндөрөп ебәрҙе – нисә минуттан һуңғы дәрес бөтә, ҡайһы ишектән килеп сығырға тейеш. Барып баҫты Фрунзе урамындағы аҡ мәрмәр колонналы бейек басҡыстар янына. Эске ҡалтырауын баҫырға була, тирә-яғына күҙ һалды. Теге яҡтараҡ, миләш ағасы күләгәһендә, уның һымаҡ тағы бер Мәжнүн тора: ҡаласа кейенгән оҙон буйлы сибәр егет. Эйе, тап шулай, үтә сибәрлеген көнсөлөрәк ҡараш менән шунда уҡ баһаланы. Егет тә бер уға, бер сәғәтенә ҡарай-ҡарай тора. Ә Ғәфүрйәндең, буйға армияла ла ырата алмағанлыҡтан, бар өмөтө Таңһылыуҙың ҡабат үҫмәүендә...
Көткәс, ваҡыт айырыуса ығыш... Бына бейек ишектәр шар асылып китте лә эркелеп йәштәр сыға башланы. Иң тәүгеләрҙән булып атылып килеп сыҡҡан Таңһылыуҙы шунда уҡ таныны Ғәфүрйән. Ҡала ҡайһылай килешкән ҡыҙыҡайға! Бына ҡыҙ аяҡтарын етеҙ йүгертеп, ырғый- һикерә бейек баҫҡыстан төшә башланы. Йылмайып туп- тура Ғәфүрйәнгә табан килә. Егет ҡаушауҙан сигенгәндәй булды ла бер аҙым алға атланы. Тик Таңһылыу, уға күҙ ташлап ҡына алды ла үтеп китте, ҡайһы аралалыр артҡа килеп баҫҡан теге сибәр егеткә барып һыйынды. Баштан-аяҡ боҙло һыу ҡойонған һымаҡ шаңҡып күпме торғандыр Ғәфүрйән, иҫенә килеү менән ҡырт боролдо ла башы һуҡҡан яҡҡа ташланды. Юл ыңғайында бахырсыҡ раузаларҙы күҙенә салынған сүп һауытына тығып китте. Ғәрлегенән үлә яҙҙы, йылдар буйы хыялланғаны, айҙар буйы әҙерләнгәне өсөн үҙен үҙе мыҫҡыллай-мыҫҡыллай, үрһәләнә-үрһәләнә йүгерҙе.
Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, эләгә-тәгәрәй тигәндәй, текә һуҡмаҡтан Ағиҙел буйына атылып төштө. Тиреһенә һыйыша алмайынса, бер алға, бер артҡа ташланды, әптән бышлығып, ярҙы ҡаплаған бетон плита өҫтөнә ултырҙы ла сытырҙатып күҙен йомдо, былт итеп килеп сығырға торған ғәрлек йәштәрен тыйыр өсөн... Ишшыу, етмәһә, ҡыҙҙар өсөн илап ултырырға ҡалған ине!
Шунда илаһа, үҙен ғүмерҙә ғәфү итмәҫ ине! Баш осонда аҡсарлаҡ ҡысҡырҙы, күпер эргәһендә теплоход гудок бирҙе. Алыҫ океанға, карабына барып юлығыр ине ошо мәлдә хәленән килһә. Бөтәһен дә яңынан башлар ине!
Аҙаҡтан, йылдар үткәс, уйланы: әгәр ҙә шул тиклем хыялланмаһа, шул тиклем ашҡынмаһа, ул ҡәҙәрле ҡыйын да булмаҫ ине, бәлки. Нисек вокзалға барып, һаҡлағыс камеранан сумаҙанын алғанын да, нисек поезға ултырғанын да йүнләп хәтерләмәй. Әллә ниндәй таныштарының таныштарын осратты, кемдәр менәндер әшнәләште, ҡосаҡлашты, ҡул ҡыҫышты, уйнаны, көлдө – һыу өҫтөндәге күбек кенә булды барыһы. Күңеле үрткә тотолған дала һымаҡ әсендереп көйрәй ине.
* * *
Әптән үҙгәрҙе ул был хәлдән һуң. Элек тә йомоҡ фиғелле әҙәм эске донъяһын тотош томалап ҡуйҙы, күҙен һөрөм баҫты, йөҙө ҡара көйҙө. Баш осондағы йондоҙло көмбәҙҙе күрә алмаҫ булды. Төндә генә түгел, хатта көндөҙҙәрен дә башын һәлендереп ергә текләп йөрөргә күнекте. Колхоз эшенә төштө. Колхоз юлламаһы буйынса ситтән тороп агрономлыҡҡа уҡырға инде. Кем менәндер кәзекләшкән һымаҡ: «Беҙҙең өсөн ер ҡәҙерле, – тиергә яратты. – Ер алдында йөҙ тапҡыр эйелһәң, мең тапҡыр бәрәкәт табырһың».
Ҡатын-ҡыҙ затын тере биреһе һымаҡ күрҙе. Әле береһенең башын әйләндерҙе, әле икенсеһен илатты. Нишләп шул тиклем үсекте, үҙе лә аңламаны, барлыҡ ҡыҙҙарҙан үс алғандай ҡыланды. Армиянан ҡайтҡас уҡ ҡыҙыулыҡ менән өйләнгән кәләшен һанға һуҡмағандай йәшәне. Хәйер, донъя көтөштө инде, тапҡан-табынғанды өйгә ташыу – нәҫелдән килгән холоҡ, балаларын да ҡарашманы тип булмай – уныһы бар.
Ә күңел тигәне тумбығып ҡатҡайны. «Мөхәббәт, имеш, алдаҡ ул, һөйөү ҙә юҡ, тылсым да юҡ»... Ысынлап та юҡ ине, ҡәҙимге тормош, ҡайҙа ҡарама талаш-тартыш, буш мәшәҡәт, ығы-зығы...
Үҙен, «Таңһылыу бармы-юҡмы – миңә барыбер», тигән һымаҡ тотто. Уның тураһында бер тапҡыр ҙа һорашманы ғына түгел, һөйләгәндәрендә лә ишетмәмеш булды. Тик ауыл бит ул. Ғәфүрйән армиянан ҡайтҡансы Таңһылыуҙың бер туған ағаһы менән еңгәһе урам аша ғына өй һалып сыҡҡан. Еңгәһе Ғәфүрйәндең әсәһе менән дә, бисәһе менән дә йомошлаша. Үҙе килеп тороп шаран-яран, хәбәрсән. Юҡ-юҡта ҡалалағы бикәсе менән маҡтанып алғылай. «Беҙҙең кейәү балаҡай буласаҡ егет торғаны бер кәртинкә, – тип ебәрә. – Булыр-булыр ҙа шул тиклем сибәр егет булмаҫ».
Бер көн килеп: «Бикәс кейәүгә сыға, – тигән хәбәр һалды. – Туйға әҙерләнәбеҙ. Ҡоҙалар ныҡ бай, ҡалын нәҫелле кешеләр, ти. Төп ҡоҙағый иҫке универмагта баш бухгалтер икән. Туйҙы бер яҡта ғына, ресторанда үткәрәбеҙ, тигәндәр. Өҫ-башты бөтәйтмәй булмай, туйға һалырға ла аҡса кәрәк. Һуғымға тигән башмаҡты әле баштан һуйып кейенмәһәк булмай инде...»
Шулай тип ай буйы алдан һөйләнеп йөрөнө. Ә туй көндәре етә башлағас, ауыҙына һыу ҡапҡандай, әллә нишләп шымды...
Ғәфүрйәндең әсәһенең һораштырғанына: «Бикәс аяғын һындырған, гипста ултыра», – тигәйне, аяҡ уңалырҙай ваҡыт уҙғас та туй тураһында һүҙ сыҡманы. Сер йәшереп буламы ни, бер мәл, кейәүгә сыҡмай икән, никах балдаҡтары алып бөткәс, кәртинкә егете менән ташлашҡандар, тигән хәбәр таралды.
Ярты йыл да үтмәне, ахыры, был юлы бер кемгә лә әйтмәй, ҙурҙан ҡупмай ғына туйға барып ҡайттылар. Һис кем белмәй ҡалыр ине, еңгә Ғәфүрйәндең Миңзадаһына һыйырын һауырға әйтеп киткәйне.
Ә инде ҡайтып төшөп, күстәнәстәр тотоп, ризалатырға ингәс, күңелһеҙ генә: «Ашап-эсеп ҡайттыҡ инде алҡынғансы, тик кейәү менән кәләш ҡатнашмағас, уны туй тип атап буламы икән?» – тип серле генә итеп әйткән булған да, әллә ҡайҙа Әрмәнстанда булған ер тетрәүгә һылтаған. Өфө ҡайҙа ла, Әрмәнстан ҡайҙа, уның ни ҡыҫылышы бар – төпсөшкән кеше лә булғандыр (ауыл бит ул), әммә асылы Ғәфүрйәнгә ҡараңғы булып ҡалды.
Бер һүҙ менән әйткәндә, килеп сыҡманы күктән йондоҙ өҙөп алырҙай булып йөрөгән Таңһылыуҙың тормошо, уңманы, маҡтанырлығы булманы. Дүрт курс уҡығас, нишләптер уҡыуын ташлаған, астроном да булманы, йондоҙ ҙа асманы. Кәртинкә һымаҡ егете лә алманы, шаулатып туйҙар ҙа үткәрмәне.
Хатта үҙ-үҙен дә, «үткән-бөткән, елгә кипкән, күптән оноттом», тип ышандырырға маташһа ла, онотманы инде Ғәфүрйән. Ғүмер буйы, шым ғына үсәне. «Кеше рәнйеше ебәрәме ни ул?» – тине. Тик үсәү ҙә булмаған икән ул, баҡһаң, һүнеп юҡҡа сығырға теләмәйенсә һаман күпсеп торған өмөтө булған. Таңһылыуҙы бахыр итеп күргеһе килеүе лә, ҡасандыр үҙе пьедесталға мендереп баҫтырған кешеһенең түбәнгә ҡолауынан рәхәтлек эҙләүе лә шул өмөт арҡаһында булған.
Килер бер көн, уңайлы ғына мәле сығыр ҙа, Ғәфүрйән уға хистәрен асыр, асыр ҙа бәхетле итер, йәнәһе...
Хәйер, бер кем дә белмәҫ ине уның йән серен, алйотлоғона барып, бер мәл ҡатынына һөйләп ташланы: йүнлегә түгел, әрнетер өсөн әйтте, яратмағанын белдереп әсендерер өсөн. Йәнә бер тапҡыр эскән баштан Таңһылыуҙың ағаһына ысҡындырған. Шунан ни, билдәле инде, утыҙ ике теш араһынан сыҡҡан, утыҙ ике кешегә барып еткән. Моғайын, иртәме-һуңмы, Таңһылыуҙың үҙенә лә барып ишетелгәндер.
* * *
Үтте ғүмер, Биктимер, тигәндәй, йылдар бер-бер артлы елдереп уҙа торҙо. Сикәләр көмөшләнде, битте йыйырсыҡтар семәрләне. Инде балалар башлы-күҙле була башланы. Олатай-өләсәй булынды. Яйға һалынған тормош һәүетемсә генә, тау түбәненә кәлтер-көлтөр тәгәрләгән алама арба кеүек, бара бирҙе. «Бармай ҡайҙа барһын?!» – тигән булыр ине һәр бер кеше кеүек үҙен был ҡояш аҫтында мәңге йәшәр кеүек тойған Ғәфүрйән. Тик алтмышын да тултыра алмай, йә инфаркт, йә инсульт менән китеп барған ҡорҙаштар күбәйгән һайын күңеле йышыраҡ шомланды: «Снарядтар янда ғына шартлай башланы», – тиер булды. Шундай көндәрҙең береһендә инде оҙаҡ йылдар ситтә йөрөгән Таңһылыу ҡайтып төштө. Ағаларына байтаҡтан бирле ауырып түшәктә ятҡан әсәһен ҡарашырға ҡайтҡан. Баҡһаң, врач икән, ғүмер буйы врач булып эшләгән... Үҙе лә һаулыҡҡа туймай, тигән хәбәр ҙә таралды. Шулайҙыр, оҙаҡ та йонсомайынса әсәһе мәрхүмә булып ҡалғас та китмәне, атай нигеҙендә йәшәй бирҙе. Балалары башлы-күҙле, ире байтаҡтан вафат, тинеләр. Ошо кәкрәйгән иҫке донъяға килеп терәлгәс, көткән донъяһы ла һуш китерлек булмағандыр, күрәһең.
Бер ауылда торһалар ҙа, Ғәфүрйән уның еңел кәүҙәһен алыҫтан ғына күрә йөрөһә лә, бер ҙә тап булышҡандары юҡ ине. Ә бер көндө буп-буш урамда күҙмә-күҙ осраштылар. Тыҡрыҡтан боролоу менән абайланы уны Ғәфүрйән. Әйтерһең дә, тиҫтәләрсә йыл уҙмаған: ҡойолдо ла төштө. Йөҙөнә эҫе ҡан эркелде, тирләп-беште. Аяҡтарына гер баулаған һымаҡ, күтәргеһеҙ ауыр. Тик ҡалайтаһың, бараһың – малай-шалай ише кире боролоп ҡасып булмай. Ҡайырылып инеп сумырға ҡулай ғына урын да юҡ. Ике күҙен аҫҡа сәнсеп, юғалтҡан аҡсаһын эҙләгән бала һымаҡ атланы. Ике битенә ут ҡапҡан, ә һатлыҡ ирендәре дер-дер ҡалтырай.
– Һаумы, Ғәфүрйән.
Тауышы ҡалай яғымлы! Ҡалҡып ҡараны ла Ғәфүрйән – бөттө. Иркәләп тә, иркәләнеп тә ҡараған ҡуңыр күҙҙәрҙән ағылған йылылыҡтан тумбығып ҡатҡан күңеле имшеп йәнә һулҡылданы. Йылдар уны ла аямаған, сикә сәстәре ағарған, ҡаҡса йөҙө лә һулыған. Тик күҙҙәре һаман йондоҙ һымаҡ балҡып тора, ә булмышынан шифалы бер нур ағылған һымаҡ. «Был күҙҙәрһеҙ мин нисек йәшәнем икән?!» – тигән уй башынан йәшен һымаҡ үтеп китте.
* * *
«Был күҙҙәрһеҙ мин нисек йәшәнем икән?»
Ошо осрашыуҙан һуң унда-һанда, алыҫтан ғына булһа ла күреүҙән дә йәм табып йәшәй башланы Ғәфүрйән. Ҡарыуы ҡайтҡанға шулай сабыр инеме, теге көләмәстәге: «Бынан да яҡшы күренә бит һуң?!» – тип ярҙың аръяғындағы сибәр ҡыҙға алыҫтан ғына һоҡланыуҙы ҡулай күргән ҡарт һымаҡ... Ҡарт һымаҡ булмаһаң да ни ҡылмаҡ кәрәк? Осраған һайын ҡаш һикертеп, теленең осон ғына сығарып ирен ялап ымһындырып үткән дәртле ҡатындар көнөнә төшөрөп, күҙ бәйләнгәс ишеген барып ҡағаһыңмы ни?!
Тик был тормошта, улай булмаҫ, былай булыр, тип әйтерлек түгел шул. Күк эңерҙә йәки ҡара төндә килеп ҡаҡҡыһы килгән ишекте көпә-көндөҙ шаҡырға мәжбүр итте ул. Ҡаҡтырҙы ғына түгел, дөбөрҙәттерҙе...
* * *
Ғүмере бер башым ауырта, йә тешем һыҙлай тип тә сытаймаған ҡатыны ҡапыл йығылды бер көндө. Һыйыр һауам, тип кенә сығып киткән еренән эсен тотоп һығылып килеп инде лә, курткаһын юл ыңғайына сисеп ырғытып, диванға барып йомарланды.
– Анауында, дарыу ҡумтаһында, но-шпа бар ине, шуны ғына бир әле, – тип ыңғырашты.
Түрьяҡта телевизорға текләп ултырған еренән ялҡау ғына тороп йыбырлағайны, дарыу менән һыу һонған ваҡытта ҡатынының ап-аҡ булып киткән йөҙөн күреп борсола төштө Ғәфүрйән.
– Фельдшер саҡырайыммы әллә? – тип һорайһы итте.
– Но-шпа эсһәм, ебәрер ул, – тине Миңзада, дарыуҙы йотоп. – Бынау буранда кешене йонсотоп...
Ысыны ла шулай. Күҙ асҡыһыҙ бит. Март башында өс көнгә һуҙыла торған «биш ҡунаҡ» бураны. Ҡасандыр ошо мәлдә ҡунаҡтан ҡайтып килгән биш кеше ауылға еткәс, аҙашып, туңып үлгән, тип һөйләй торғайны ҡарттар. Бындай мәлдә өйөңдә генә ултырыуҙан да һәйбәте юҡ.
Дарыу эскәс, ҡатыны йоҡлап киткән һымаҡ булды. Шул рәүешле кис етте, төн уҙҙы. Дауахана юлын тапарға яратмаған ауыл кешеһе түҙә бит ул. Үтерлек сир үтеп китә, яманы аҙып үлемгә илтә.
– Гөлдәр киленде саҡырмай булмаҫ, – тине Миңзада, икенсе көндө төшкә табан. – Берәй уколын һалмаһа, түҙерлек әмәлем ҡалмай бара.
Телефонға барып тотонғайны Ғәфүрйән, уныһы эшләмәй булып сыҡты. Буран берәй урында сымын өҙгән, күрәһең. Кеҫә телефоны уларҙа бындай елдә тотҡаны ла юҡ. Арғы урамда йәшәгән фельдшер ҡатынды саҡырыр өсөн үҙенә йүгерергә тура килде. Ел аяуһыҙ көслө, сығыуы булды, тыны быуылып төрҙө. Илла-алла менән саҡ барып урағансы хәлдән тайҙы. Фельдшер килеп инеп Миңзаданың көл төҫөнә ингән йөҙөнә күҙ һалыу менән, тунын сисеп элергә торған хужаға:
– Кәңәшкә Таңһылыу апайға ла өндәшәһегеҙме әллә, Ғәфүрйән ағай? – тине. – Бында хәлдәр мөшкөл булмағайы...
Нимә тиһен, йәһәт кенә кейенә һалып, йәнә урамға сыҡты. Был юлы йүгерә-атлай барҙы, күңеленә шом оялағайны.
Ҡаршы иҫкән елгә тонсоға-тонсоға арманһыҙ булып барып инде ғәзиз ихатаға. Тәүҙә ишекте шаҡыны, унан дөбөрҙәтте, шунан ҡапҡаслы тәҙрәләрҙе туҡылдатырға кереште.
Ниһайәт, ашығып килеп ишекте асҡан Таңһылыу, уның ауыҙ асҡанын да көтөп тормайынса, ҡабаланып кейенә башланы.
– Ҡасан ауырып китте? – тип кенә һораны.
Ғәфүрйәндең аптырап ҡарауына, көпөһөнөң замогын тартышлай:
– Йәш ир йүгереп килә икән – ҡатыны бәпәйләй, өлкәне килһә – ҡатыны ауырып йығылған, – тине лә, «икенсе көн инде эсенән түҙмәй», тигәнде ишетеп, Ғәфүрйәнде көтөп тә тормайынса, алдан йүгерҙе.
Бышлығып төшкән Ғәфүрйән килеп ингәндә, ике медик алғы яҡҡа сығып нимәлер кәңәшләшә ине.
– Хәлдәр ныҡ етди, Ғәфүрйән ағай, – тине фельдшер. – Миңзада апайҙы тиҙ арала дауаханаға алып барып еткерергә кәрәк.
Үҙе лә һиҙмәҫтән, ел олоған тәҙрәгә күҙ ташлап алған Ғәфүрйән ишек төбөндә тапанып:
– «Биш ҡунаҡ» бит, – тине. – «Биш ҡунаҡ»... – тип ҡабатланы.
Бының менән уның: «Буран иртәгәнән дә ҡалмай туҡтай бит ул», – тип тә, «Әле юлға сығыу – үлем менән бер», – тип тә әйтергә теләүе ине.
– Иртәгә тиклем һуң булыуы бар шул, – тип йомшаҡ ҡына өгөтләне уны аңлап торған фельдшер. Ғәфүрйәндең һаман ҡымшанырға йыйынмағанын күргәс, көйәләнеп китте:
– Ҡарап тороп үлтерәйекме ни?
Ғәфүрйән ситтәрәк өндәшмәй торған Таңһылыуға өмөт менән ҡарағайны, уның һынсыл һәм бысаҡ йөҙө һымаҡ ҡырыҫ ҡарашына ҡаҡлыҡҡандай булды. Шул ҡараш аҫтында ауыр атлап буран ҡосағына сығыуҙан, эстән генә бисәләрҙең алйотлоғон һүгә-һүгә йөрөп «Нива»һын тоҡандырыуҙан башҡа сараһы ҡалманы.
Машина йылынған арала, ҡапҡа төбөн нышып-нышып килтереп тултырған ҡарҙан таҙартты.
Эсен тотоп уртаға бүленгән Миңзаданы ике яҡтан ҡосаҡлап алып сыҡтылар. Ауырыу артҡа ултырғылағансы, Таңһылыу йүгереп барып ҡапҡаға һөйәлгән көрәкте Ғәфүрйәнгә килтереп тотторҙо: «Кәрәк булыр». Багажнигында һәр ваҡыт көрәк йөрөтһә лә Ғәфүрйән өндәшмәне, быныһын да шунда тыҡты. Башында: «Ауыл осона ла сығып етә алмай батһаҡ ярай ҙа һуң, – тигән уй ине. – Ҡырҙа батып, аҙашып туңғансы...»
– Һин ҡайт, һылыу, – тине Таңһылыу фельдшерға. – Балаларың ваҡ бит. Бөгөн урап ҡайтып булмаҫ ул.
«Әгәр ҙә урап ҡайтһаҡ...» – тип уйланы Ғәфүрйән уның тыныслығына, барып етә алыуҙарына ышанғанына аптырап.
Ауыр ыңғырашҡан Миңзаданы алдына ярым ятҡырып, Таңһылыу артҡа урынлашты.
Алға ултырған фельдшерҙы өйө тәңгәлендә төшөрөп ҡалдырҙылар. Әлегә юл таҡыр, ҡайһы бер урындарҙа һепертмә буран бөтә ҡарҙы осороп алып киткән. Ғүмер буйы ошо юлдарҙан йыл әйләнәһенә йөрөгән Ғәфүрйән белә: ҡыуанырға иртә. Юл айырсаһына хатта буран булмаған мәлдәрҙә лә килтереп тултыра торған. Бейек көрт янына барып туҡтанылар ҙа тышҡа сыҡтылар. Бына ҡайҙа кәрәк булды ике көрәк. Ҡаҡса ғына Таңһылыуҙың ҡарҙы ен кеүек борҡотоуына аптырарлыҡ. Башҡа ваҡытта Ғәфүрйән «булмай» тип ҡулын һәлендерер урында ҡәҙимге йырмасланылар, улар таҙартҡан урынға ел ҡабаттан алып килеп тултыра торһа ла, сантиметрлап алға, алға барҙылар. Бәхеттәре бар икән, арыраҡ, бейек түң булып ятҡан урында, ҡар тығыҙ булып сыҡты. Белгән генә доғаларҙы уҡый-уҡый унан да үтеп киттеләр. Тик хакимиәт урынлашҡан ауылға дүрт саҡрым ҡалғас, инде еңелерәк һуларға була тип иркенләгән Ғәфүрйән, абайламайыраҡ ҡалды ла тайғаҡ ерҙә кәйелеп киткән машина көрткә барып сумды.
– Бөттөк! – тине ир ирекһеҙҙән әсе һүгенеп.
Руленә сытырман йәбешкән килеш башын һәлендерҙе лә шиңде. Инде ыңғырашыуҙан да туҡтаған Миңзаданың башын йәтешләп һалып, Таңһылыу тышҡа сыҡты. Сыҡты ла юҡ булды. Күпме ваҡыт үткәндер, Ғәфүрйәнгә тотош быуат һымаҡ тойолдо. Ҡыштырҙау ишетеп боролоп ҡарағайны, ҡатыны иләмһеҙ ҡыбырлап урынынан шыуып төшөп бара. Күҙҙәре әйләнә башлаған.
Уға ҡарап ҡото осҡан Ғәфүрйәндең ҡыл өҙөрлөк тә хәле юҡ. «Ә Таңһылыуы ҡайҙа сығып олаҡты? Инде уныһы ла ғәйеп булдымы?!» – тигән ҡурҡыныс һорау өтөп алып бара. Тик ни ҡылмаҡ кәрәк? «Биш ҡунаҡ» бит был, «биш ҡунаҡ»...
Бына бер мәл буран араһынан шәүлә күренде, ишекте көскә асып Таңһылыу алға инеп ултырҙы, битендәге еүеш ҡарҙы һыпырып тәрән тын алды ла иҫе инәрле-сығырлы һымаҡ ҡуҡайған Ғәфүрйәнгә ҡарап:
– Тау битләүендә телефон тота икән, – тине. – Хакимиәттең ҡар таҙартҡыс тракторы хәҙер ҡаршы килә. «Ашығыс ярҙам» менән МЧС машинаһы ла юлға сыҡты. Әйҙә, беҙ ҙә ҡыбырлай торайыҡ, юҡһа, ҡар баҫып, абайламай үтеп китеүҙәре лә бар.
Йәнә ике көрәк менән машинаны әрсәләргә керештеләр. Байтаҡ ҡыялғандан һуң, Ғәфүрйәнгә алдан этергә ҡушып, Таңһылыу рулгә үҙе ултырҙы ла артҡа бирҙе. Аллаһы Тәғәлә үҙе ярҙам итәме был ҡатынға, әллә ен-шайтандарымы – сыҡтылар бит! Һушһыҙ Миңзаданың ауырайып киткән кәүҙәһен ҡосаҡлап артҡа урынлашҡан Ғәфүрйән үҙе үлем сигенә еткән ине. Уға ҡатынының түгел, үҙенең тәне һыуына, Миңзада менән бергә үҙе лә үлеп бара һымаҡ тойолдо. Сараһыҙлыҡтан бәлтерәп төшкәйне. Саҡ ҡына бара биргәйнеләр, ауыл хакимиәтенең тракторы ҡаршы килә! Ҡар ярып барған трактор артынан эйәргәс кенә эсенә аҙыраҡ йылы инде Ғәфүрйәндең.
«Ашығыс ярҙам» машинаһы тап булған саҡта улар район үҙәгенә етеп киләләр ине инде. Миңзаданы носилкаға һалып, тура операция өҫтәленә алып инеп киттеләр.
* * *
Буран күҙ асҡыһыҙ. Бындай мәлдә нисек ҡайтырға сығаһың? Рөхсәт алып, иҫке-моҫҡо йыһаз тултырылған бүлмәлә таң атҡансы ҡалырға тура килде. Ҡатынына янаған хәүеф үткәс, Ғәфүрйәндең аҙыраҡ рухы күтәрелеп китте. Дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән туғаныраҡ тейешле ҡыҙҙан сәй ҡайнаттырып алды, теш араһына ҡыҫтырырҙай ризыҡ тапты.
Ҡыҙыҡ был донъя – бер бәхетле форсат сығыуына, берәй ерҙә аулаҡта ғына осрашырға күпме хыялланды, ә хәҙер нимә тип әйтергә лә, нимә эшләргә лә белмәй ыуаланды. Ике ҡулына ике ҙур бокал тотоп эҫе сәй алып инде, өҫтәл һымаҡ йәтешләгән ултырғысҡа ҡуйҙы. Ялбырлап ҡабарған болоттай дебет шәленә уранған килеш үҙен-үҙе ҡосаҡлап буран ҡоторонған, ел олоған эңер ҡараңғылығына төбәлгән Таңһылыуға ҡарап баҫҡан урынында тапанды. Сәйер тойғо ине күңелендә: бында килгәндә бер нәмәгә ҡарамай алға-алға ҡыуалаған, көрткә батҡан машинаны үңәсе өҙөлөрҙәй булып эткән, машинаны ҡарға сумдырып өмөтһөҙлөккә төшкән Ғәфүрйәнде һөйрәп тигәндәй алып бырғап рулгә үҙе ултырған тәүәккәл, талапсан, ҡырыҫ ҡатын, уның ваҡыт-ваҡыт бысаҡ йөҙө кеүек ялтлап киткән аяуһыҙ ҡарашы, тартылған кереш һымаҡ зыңғырлап торған ихтыяры ҡаушатҡан, хатта шаңҡытҡан ине уны. Таңһылыу иһә боролоп ҡараны ла уның баҙнатһыҙлығын үҙенсә аңлап:
– Һин борсолма, Ғәфүрйән, – тине. – Ултыр, ял ит. Иң мөһиме, Миңзада иҫән-аман, операция һәйбәт үтте. Бер кискә – кер мейескә, ти торғайны ҡартатам. Миңә күнегәһе түгел, ғүмер буйы ошондай шарттарҙа эшләргә тура килде.
Йәнә шымдылар. Ғәфүрйән мөйөштәге бер йәшник һымаҡ нәмәне шылдырып ултырҙы ла сәйгә үрелде. Ә Таңһылыу, күңеленең упҡынына текләгәндәй, бер нөктәгә ҡарап байтаҡ ултырғандан һуң, кинәт кенә башын күтәрҙе лә йәнә һынсыл ҡарашын төбәп:
– Ә бит теге ваҡытта мин һине таныманым, – тине. Ғәфүрйән уның нимәне күҙ уңында тотҡанын шунда уҡ аңланы. Әйтерһең, ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтмәгән, күңел тетрәнеүҙәре булмаған, әле барыһы ла һил, барса хыялдар бөтөн, мөхәббәттең барлығына шик тыумаған ғәмһеҙ саҡ. – Һиңә ҡарап, «бер бәхетленең армиянан егете ҡайтҡан», тип уйланым хатта.
Ҡатыны икенсе ҡаттағы реанимацияла әжәл менән алышып ятҡанда бындай һөйләшеүҙе килештермәгән Ғәфүрйән:
– Уҙаһы уҙған, ямауы туҙған инде, – тип мығырлаған булды. Әммә Таңһылыу уны ишетмәгәндәй дауам итте:
– Мин шунда уҡ һинең артыңдан йүгерҙем, тик һин ер йотҡан һымаҡ әллә ҡайҙа юҡ булғайның инде. Ә раузаларҙы ҡотҡарҙым, улар шул тиклем хуш еҫле ине.
Был һөйләшеү ҡыйын да, рәхәт тә ине Ғәфүрйәнгә. Күңелендә ғүмере буйы шырау булып торған нәмәне бөгөнгө ауыр көн, аҙаплы юл, уртаҡ хәүеф булған мәлдә ҡуҙғатҡыһы килмәй ҙә, әллә бар, әллә юҡ ғүмерҙә тағы ла ошолай икәүҙән-икәү осрашырға яй сығырмы-юҡмы тип уйлаһа – килә лә...
– Әҙәм балаһы ҡыҙыҡ бит ул, – тине Таңһылыу. – Барыһы ла онотолған, яралар уңалған һымаҡ. Уларҙы йылдар туҙаны, ҡайғы-хәсрәт, мәшәҡәттәр күмеп киткәндәй тойола. Тик ул йәрәхәттәр тәрәндә гел һулҡылдап тора, булғанына ҡыуанып, рәхәтләнеп йәшәргә ирек бирмәй йонсота.
Уйланып ултыра бирҙе лә, аҡланған да, үкенгән дә кеүек йәнә башланы:
– Ә бит мин ул хат алышыуҙарға үтә ҙур әһәмиәт тә бирмәгәнмен. Һалдатҡа ауылынан килгән һәр бер сәләм ҡәҙерлелер, тип уйлап беҙ дуҫ ҡыҙҙар менән һеҙҙең кластан башҡа егеттәргә лә яҙа торғайныҡ. Рәүеф ағай менән дә беҙ бер нисә йыл буйы хат алыштыҡ. Оҙон-оҙон мәрәкә хаттар яҙа торғайны.
Ғәфүрйәнгә, ныҡ ҡәҙерле бер нәмәһен тартып алған һымаҡ, ҡыйын булып китте, хас та күкрәк тәңгәлендә ҙур бер киҫәкте умырып алдылар ҙа урыны өңрәйеп, ҡанһырап ҡалды...
Өндәшмәй, тыштағы буранға ҡолаҡ һалып, һәр кем үҙ уйына батып китте. Тора биргәс, Ғәфүрйән:
– Ә теге кәртинкә егетең ҡайҙа булды? – тип һорай ҡуйҙы. Һораны ла, үҙе шул ыңғайҙан уңайһыҙланып китте, сөнки тауышы үсеккән дә, үсәгән дә һымаҡ яңғыраны.
Таңһылыу яуап ҡайтарманы. Уйҙарының сөңгөлөнән ҡалҡып сыға алмағандай ултыра бирҙе. Ғәфүрйән уның тыныс, алсаҡ йөҙөнә күҙ һалып: «Ә, бәлки, был тиклем ел олоуында ишетмәгәндер ҙә», – тип өмөтләнә лә башлағайны, ҡатын нисектер балҡып киткән ҡарашы менән уға туп-тура ҡарап йылмайҙы.
– Ысынлап та, үтә сибәр егет ине шул Айбар, – тине. – Шундай фыртым ҡала егетенең миңә, бер ябай ғына ауыл ҡыҙына, ҡарағаны хатта ғәжәберәк тә ине. Ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың: «Ҡуйсәле шуны, һинең өсөн артыҡ матур. Ирҙәргә ни, маймылдан саҡ ҡына йәмлерәк булһалар, шул етә инде», – тип асыҡтан-асыҡ әйткәндәре лә булды. Ә миңә оҡшай ине. Унан беҙ икебеҙ ҙә йондоҙҙарға мөкиббән инек бит. Обсерваторияла, төндә телескоптан күкте күҙәткән ваҡытта, һөйләшеп, танышып киткәйнек.
Әсәһе лә, атаһы ла донъя малы тип иҫтәре киткән бөтмөр кешеләр ине Айбарҙың. Сауҙала эшләйҙәр. Айбар – өс ҡыҙҙан һуң тилмертеп кенә тыуған ҡәҙерле малай – һәр бер теләгенең шунда уҡ үтәлеүенә күнеккән. Аҡылы ла, ҡыйыулығы ла, сослоғо ла бар, минең һымаҡ хыялға бай. Тик был хыялдарҙы тормошҡа ашырыр өсөн тырышлыҡ, ныҡышлыҡ, сабырлыҡ түгел, ә танышлыҡ, йәғни блат кәрәк тигән фекерҙә. Маҡсатҡа ирешеү үҙе генә түгел, маҡсатҡа илткән юл да мауыҡтырғыс булғаны башына инеп тә сыҡмай. Хәйер, мин быларҙы ул ваҡытта аңламай ҙа, аңларлыҡ та түгел инем. Эштән башҡаны белмәгән колхозсыларҙың балаһы уның матурлығына, тормошҡа еңел ҡарауына, ғәмһеҙлегенә башым әйләнгәйне. Ә ул: «Әгәр вертолет менән менеп булһа, тауға нишләп үҙеңә үрмәләп йонсорға?!» – тиергә ярата торғайны. Ул дәүерҙә үҙенең Марсҡа осоу проекты менән Илон Маск йәшәп ятҡан булһа, Айбар әллә ниндәй юлдар табып ул проектҡа мотлаҡ эләгергә тырышыр ине. Ә инде ундай мөмкинлек булмағас, ул йондоҙҙарға минең хыял арбамда ғына яҡынаймаҡ ине, ахыры. Берәй заман артист булып китермен тип, хыялланып, театрға сәхнә эшсеһе булып урынлашҡан, театр гардеробында эшләгән ҡыҙға өйләнеүен арманына илткән бер аҙым тип ҡыуанып йәшәгән кеше һымаҡ.
Беҙ ике хыялбайзың ниәте хәтәр ине ул мәлдә. Атай-әсәйҙәр туй яһай ҙа, беҙ Советтар Союзындағы иң данлыҡлы обсерваторияларҙың береһенә эшкә урынлашабыҙ. Мин ситтән тороп уҡырға күсәм, ә ул, берәй нисек аттестат ала ла, минең һымаҡ уҡ астрономлыҡҡа уҡырға инә. Ниндәйҙер сираттағы мажараһы арҡаһында унынсы кластың сығарылыш имтихандарын тапшырмағанға, әлегә тиклем аттестаты юҡ ине. Нишләп ул әле үк киске мәктәптә уҡымай? Нишләп беҙгә мотлаҡ өйләнешергә лә ҡайҙалыр ер аяғы – ер башына олағырға кәрәк? Бындай һорау беҙҙең башыбыҙға ла килмәй, үҙебеҙ уйлап сығарған йондоҙло донъяла бәхетле булып тик йөрөйбөҙ. Хәйер, минең фантазиямдың, алыҫ галактикалар тураһында һөйләгәндәремдең тоҙағына хатта һин дә эләккәнһең бит! – Таңһылыу Ғәфүрйәнгә көлөмһөрәп ҡарап ҡуйҙы. – Хәҙер уйлайым да аптырайым: миңә егерме, Айбарға егерме бер – ә шул тиклем елбәҙәк, бала аҡыллы булғанбыҙ. Беҙҙең балалар күпкә тормошсаныраҡ, маҡсатлыраҡ, төплөрәк хәҙер.
* * *
Таңһылыу уйҙары менән теге йәмле йәйгә, аяғы ергә тейгән урында тейеп, теймәгән урында осоп, бәхеттең етенсе ҡатында йөрөп ятҡан мәлдәренә китеп олаҡты.
– Әгәр ҡыйыш баҫып аяғымды һындырмаған булһам, миллиондарса кешеләр һымаҡ, «мөхәббәт, бәхет, тормош шулай була икән», тип һәүетемсә йәшәп тик ятҡан булыр инем микән?! – тине ул.
Сәйер, ул көндәге һәр бер һүҙ, ҡараш, хатта төҫтәр – барыһы ла күңелгә уйылған да, ул ваҡиғалар кинофильмдағы һымаҡ күҙ алдынан үтә. Ә емерек йыһаз, ҡатырға йәшниктәр тултырылған тар бүлмәнең тәҙрәһенә текләгән Таңһылыу алыҫ йәйҙә философия тарихынан имтихан тапшырып, ап-аҡ мәрмәр баҫҡыс буйлап ырғый-һикерә аҫҡа йүгергән егерме йәшлек үҙенә ҡарай. Өҫтөндә ап-аҡ ерлеккә ҡыҙыллы-зәңгәрле йондоҙҙар төшкән штапель күлдәк, аяҡта – йәтеш кенә танкетка. Алда каникул, каникулда – туй, аҙаҡтан иң ҙур телескоп торған тауҙарға сәйәхәт... Яурынына ҡанат үҫкән һымаҡ еңеллектән бына-бына осоп китергә әҙер ул ҡыҙ...
– Түкмәсләп барып төштөм дә үҙәк өҙгөс ауыртыуҙан ҡараңғы упҡынға сумғандай булдым. Ишек төбөндә ултырған вахтер «Ашығыс ярҙам» саҡырған. Бәхетемә, Телеүҙәк яғынан бер машина килә ятҡан булған, шунда уҡ носилкаларын тотоп йүгереп килеп инделәр. Ул саҡта иҫемдә инем, ҡуҙғата башлағас, тырпайып торған һыныҡ һөйәгемде, сәптереп торған ҡанды күреп, ҡабат һуштан яҙғанмын.
Травмпунктҡа алып килеп, носилкала кабинетҡа индерҙеләр ҙә кушеткаға күсереп һалдылар. Врач – урта йәштәрҙәге оҙон буйлы ир. Хәстәрлекле, тыныс, ауырттырмаҫҡа тырышып, ипләп кенә ҡағыла. Үҙе мине һөйләндереп әүрәткән була.
Ҡатыраҡ баҫып ауырттырғас, күҙемә ирекһеҙҙән йәш эркелде.
– Ғәфү ит, – тине. – Саҡ ҡына йонсотмай булдыра алмайым шул. – Шунан башын икенсе яҡҡа бороп: – Далан, – тип өндәште. Уң яҡта төпкө бүлмә бар икән. – Һин бушайһыңмы әле?
– Бөтөп барам, Василий Егорович, – тигән күңелле тауыш ишетелде. – Нишләп?
– Уңайһыҙ итеп һынған. Кәңәшләшергә кәрәк ине...
– Хәҙер, Василий Егорович...
Хәүефләнеп киткәнемде абайлап, Василий Егорович йылмайҙы.
– Һин ҡурҡма, туйға тиклем төҙәлә ул.
– Төҙәлмәй шул, – тинем дә илап ебәрҙем. – Туй бер аҙнанан булырға тейеш ине.
– Саҡ ҡына һуңыраҡ булыр. Йәй оҙон бит әле, – тине доктор. – Студентмы?
– Эйе.
– БДУ? – тип хәбәргә ҡушылды теге бүлмәләге шаян тауыш.
– Эйе.
– Филфакмы, инфакмы? – тип төпсөштө ул.
– Нишләп?
– Бөтә матур ҡыҙҙар ҙа филфак менән инфакта уҡый. Дөрөҫ әйттем бит...
– Дөрөҫ түгел, – тип ҡаршы төштөм.
– Нимә дөрөҫ түгел?
– Унда гел матур ҡыҙҙарҙың ғына уҡығаны...
– Нишләп, һин матур түгелме ни?
– Юҡ, мин филфак менән инфакта уҡымайым.
– Уҡымайһың? Ә ҡайҙа?
– Физфакта, – тинем мин, нишләптер йәнем көйөп.
– Физик булаһың икән, – тигән булды Василий Егорович йомшаҡ ҡына. Ул, мин күрше бүлмәләге тауыш менән һүҙ көрәштергән арала, һынған һөйәгемде йәтеш кенә итеп тоташтырып ҡуйғайны. – Бик шәп.
– Юҡ, – тинем мин.
– Шәп түгелме ни? – тип һаман бәйләнде теге тауыш.
– Астроном булам.
– Хәтәр бит, әй! Тимәк, йондоҙ асаһың?
– Бәлки...
– Юҡ, һин мотлаҡ асырға тейешһең, – тигән булды Василий Егорович.
Ул арала төпкө бүлмәнән гипслаған ҡулын муйынына аҫҡан өлкән генә ҡатынды яурынынан һаҡ ҡына ҡосаҡлап бер йәш егет сыҡты. Әгәр ҙә өҫтөндә йәшкелт төҫтәге махсус кейем булмаһа, уны өләсәһе менән килгән үҫмер малай, тип уйларға булыр ине. Ә мин аптырап уға текләгәнмен дә киткәнмен: ул тотош яҡтылыҡтан туҡылған һымаҡ, сырайынан ғына түгел, булмышынан нур һирпелеп тора. Бына ул әбейҙе ишеккә тиклем оҙатып, хушлашты ла, уны кемгәлер тапшырғандан һуң, ашығып эргәмә килде. Миңә ҡарап йылмайҙы:
– Тауышыңдан мин һине тап ошолай күҙ алдыма килтергәйнем... – тине, шунан һынған аяғыма эйелде.
Ә мин эргә-тирәмдәге донъяның үҙгәреп киткәнен абайланым, гүйә, быға тиклем ҡаҙаған бөтә уколдар әле генә ярҙам итә башлаған һымаҡ булды – күҙ алдым яҡтырып китте. Әллә ниндәй ҡурҡыныс инструменттар: ҡайсылар, эҫкәктәр, бысаҡтар ялтырашып ятҡан өҫтәл, ҡырылып бөткән дерматин тарттырылған һике, иҫке генә ултырғыс, бысраҡ йәшелгә буялған стена – өшәндергес, ҡотһоҙ булған бүлмә йәмгә күмелде. Ике доктор кәңәшләшә-һөйләшә аяғымды ҡарай, шунан гипс һала башланылар. Мин уларға шым ғына ҡарап, рәхәтлеккә бирелгәнмен дә ултырам. Йәш доктор миңә ҡырыныраҡ баҫҡан, уның саҡ ҡына алһыулыҡ йүгергән нәфис кенә бите, өҫкә туғарланып торған оҙон керпектәре күренә. Ә миндә, бүтән бер ниндәй ҙә ғәмем булмағандай, «шул керпектәргә тейеп ҡараһаң ине» тигән алйот бер теләк тыуа.
Улар байтаҡ маташты. Ниһайәт, Василий Егорович башын күтәрҙе:
– Бына, бөтәһе лә тәртиптә, – тине. – Күп тигәндә ике айҙан тағы ла шәберәк йүгереп йөрөрһөң. Ә һин һынған урындың элеккенән дә нығыраҡ булып уңалғанын беләһеңме?
Белмәй инем. Ғөмүмән, мин инде бер нәмә лә белмәй инем, башымда уй тигәндең әҫәре лә ҡалмағайны. Донъям түңәрәкләнгәйне. Сәйер исемле йәш доктор төпкө бүлмәнән бер ҡултыҡ таяғы алып килде, мин бер яҡтан – уға, икенсе яҡтан таяҡҡа аҫылынып, һыңар аяғымда һикерәңләп кабинеттан сыҡтым.
– Һин саҡ ҡына көтөп тор, – тине доктор мине коридорҙағы һикегә алып барып ултыртҡас. – Оҙаҡламай минең эш көнөм бөтә. Ярты сәғәттән дуҫым машина менән килергә тейеш. Беҙ һине ятағыңа алып барып ҡалдырырбыҙ. Һин Фрунзе урамында йәшәйһең бит, шулаймы?
– Эйе, – тинем. Уның оҙатып ҡуйырға теләгәне лә тәбиғи күренде – әллә ҡасандан уҡ белгән, ныҡ яҡын күргән кешем һымаҡ...
Ҡаршы яҡ һикелә башына тимер көршәк кейгән дүрт-биш йәштәрҙәге улы менән сират көтөп ултырған йәш әсә беҙҙе күреп урынынан ҡалҡты. Туҡтауһыҙ нимәлер лыбырлаған малай ҙа шымды. Шунан беҙҙең яҡҡа ғорур ҡараш ташлап:
– Әсәй, мин кашманавт, ибет, – тип ҡуйҙы.
– Ысынлап та, кашманавт, – тине йәш доктор уны етәкләп. – Нишләй, һине ракетаға ултыртып космосҡа осороп ебәрәйекме, әллә скафандрыңды әлегә систереп торайыҡмы?
– Сисәйек, – тине малай. – Атыу әсәйем илар.
Кабинеттан ишетелгән тауыштарға ҡарағанда, скафандрҙы сисеү еңелдән булманы, шулай ҙа бер аҙҙан һуң, ҡыҙарынып-бүртенһәләр ҙә, ҡәнәғәт ҡиәфәт менән әсәле-уллы көршәкһеҙ генә килеп сыҡтылар. Уларҙың артынан кейемен алмаштырып өлгөргән, шуға күрә тағы ла яғымлыраҡ, нурлыраҡ булып киткән Далан менән Василий Егорович күренде.
– Ҡалай беҙҙең йондоҙло көн булды бөгөн, Далан, – тине өлкән доктор уңыштар теләп һаубуллашып тороп ҡалғанда. – Бына бит, бер астрономдың аяғын ялғаныҡ, бер йәш космонавтты ҡотҡарҙыҡ!
* * *
Травмпункттан сыҡҡас, ишек төбөндә туҡтаныҡ. Күҙем тротуар ситендәге матур аҡ «Жигули»ға төштө.
– Юҡ, – тине Далан көлөмһөрәп. – Беҙҙеке дөлдөл түгел. – Ул мине саҡ ҡына арыраҡ торған иҫке «Москвич» яғына алып китте. – Беҙҙеке – әрһеҙ йөк аты. Ғәлим, һин ҡайҙа? – тип өндәште ул тауышын күтәрә биреп.
– Бында, бында, – тип яуапланы йүгерә-атлай килгән оҙон буйлы егет. – Кеүәҫ алдым, – тип ҡулындағы полиэтилен тоҡсайын өҫкә күтәрҙе. – Бигерәк эҫе бит. Сарсатты.
Уларҙың һөйләшеүенән Ғәлимдең Даланды аварияға эләккәндән һуң инде ярты йылдан ашыу түшәктә ятҡан ағаһына массаж яһатырға алып ҡайтырға килгәнен белдем. Ғәләүетдин тигән ул абзый Ағиҙел аръяғындағы Сиған аҡланында үҙенең йортонда йәшәй икән. Беҙҙе әскелт кенә, һалҡын кеүәҫ менән һыйлағас, дуҫы Даланға ҡараны:
– Хәҙер ҡайҙа барабыҙ?
– Тороп тор, Ғәлим, – тине Далан. – Мин саҡ ҡына уйлап алайым да, йәме. – Ҡашын төйөп, бармағы менән маңлайын ышҡып алды, сырайы етдиләнеп киткәс, күҙ ситтәрендәге йыйырсыҡтарға ҡарап, уның үтә йәш түгеллеген, кәмендә егерме биште тултырған булыуын абайланым. Ә ул, уйын бүлеп, тәүәккәл тауыш менән: – Бөгөн Ғәләүетдин ағайҙы торғоҙайыҡ беҙ, башҡаса һуҙмайыҡ, – тине. – Минең ике-өс көндән командировкаға китеп барыуым бар. – Уның был һүҙҙәренән әллә нишләп ҡыйын булып китте.
– Оҙаҡҡамы? – тип борсолдө Ғәлим.
– Бөтәһе лә ыңғай ғына булһа, кәмендә бер айға. Мин ҡайтҡансы ятһа, абзыйҙы ҡуҙғатыу өсөн беҙгә күтәргес кран кәрәк буласаҡ.
– Уныһы раҫ, – тип баш ҡаҡты Ғәлим. – Тик теге юлы һымаҡ килеп сыҡмаһын өсөн беҙгә тағы, исмаһам, бер кеше кәрәк була.
– Көслө кеше, – тип аныҡланы Далан сәғәтенә күҙ һалып. – Хәҙер елдерһәк, Толянды тотоп өлгөрәбеҙме? – Һораны ла миңә ҡараны. – Һин нисек? Саҡ ҡына урап барһаҡ, һиңә ҡыйын булмаймы?
– Булмай, – тинем. Яңы ғына мин был егеттәрҙең донъяла барлығын да белмәй инем, әле уларҙың араһында үҙ кеше һымаҡ ултырам. Был мауыҡтырғыс та, аҙға ғына юғалтышып торған яҡындарымды тапҡан һымаҡ рәхәт тә ине.
«Геофизприбор» заводы эргәһенә килеп туҡтау менән Далан, һикереп төшөп, эркелеп эштән сыҡҡандар араһында килгән дәү бер егеткә ҡаршы атланы. Ҡосаҡлашып, арҡаларына шап-шоп һуғышып күрештеләр.
– Мөслимгә лә әйтәйек, – Далан артынан машинаға инеп ултырған Анатолий сәғәтенә ҡараны. – Ул да хәҙер сыға... Шәп була, һыу ҙа инербеҙ.
– Мунса яғырбыҙ, берәй тауыҡтың башын киртербеҙ, – тине Ғәлим. – Кешегә зарығып ятҡан ағайҙың да күңеле булыр. Һинең ваҡыт яғы нисек, Далан?
– Унға – дауаханаға, – тине заводтан сыҡҡан эшселәр ағымынан күҙен алмаған Далан. – Төнгө дежур. – Шунан борсолоп миңә ҡараны. – Һиңә ҡыйын түгелме?
– Юҡ, юҡ, – тип баш сайҡаным да ихлас ҡыҙыҡһындым: – Көнө-төнө ауырыуҙар менән булашып ялҡытып китмәйме?
– О, дауахана уның был донъяла иң яратҡан урыны бит! – тип көлөп ебәрҙе Анатолий.
– Мин бит дауаханала үҫтем, – тип ихлас йөпләне доктор. – Бәләкәй саҡта йыш ауырый торғайным. Ә унда бит һәр саҡ иғтибар күп. Эшһеҙлектән ялҡып ятҡан ауырыуҙар һине йәлләй, һыйлай, йомоштарын тыңлаһаң, тәм-том тоттора, ваҡ аҡса бирә.
– Шунан бер мәл ҡайтып инә беҙҙең Даланыбыҙ Ҡыш бабай һымаҡ тоҡсай-тоҡсай күстәнәс йөкмәп, сереп байып, беҙҙең күҙебеҙҙе ҡыҙҙырып, – тип хәбәргә ҡушыла Ғәлим. – Ул мәлдәрҙә хәтерләүҙән йөҙөнә балаларса йылмайыу ҡуна.
– Шул тиклем нисек байый?
– Ауырыуҙарға гел кефир алып киләләр бит. Шуларҙың шешәләрен йыйып алам да йыуып магазинға тапшырам. Дауахананың ҡоймаһында мин һыймалы ғына бер ярыҡ була торғайны. Шул тишектән ҡасан теләһәм, шунда инеп-сығып йөрөйөм, өлкәңдәрҙең йомоштарын да үтәйем. Кемдең тартырға тәмәкеһе бөткән, кемдең кәнфит ашағыһы килә. Курьер инде, ҡыҫҡаса әйткәндә. Ә байып ҡайтһаң, ҡәҙерле булаһың. Былар бөтәһе лә элмәңләшеп эргәңдә йүгереп йөрөй, – тип дуҫтарына ымлай Далан. – Ә инде аҡса бөтә башлаһа, тағы нисек ауырып китергә, шунда барып эләгергә, тип баш вата башлайым. Тора- бара әптән оҫтарып алдым – ҡасан теләйем, шунда ауырыйым да китәм. Хәҙер аңлайым: психосоматика... Дауаханала бөтөнләй үҙ кеше булып бөттөм. Аҙаҡтан былай ғына ла барып йә бер урында, йә икенсе урында ярҙам итәм. Ҡарт-ҡороно ҡарашам. Унан эшкә саҡыра башланылар. Теләгең булһа, унда һәр саҡ шөғөл табылып тора. Суднолар йыуаһыңмы, көршәктәр таҙартаһыңмы...
– Хатта бер каникулда моргка урынлашҡайның, иҫеңдәме? – тип һүҙгә ҡушылды Толян. – Үлектәр тураһында һөйләп ҡотто ала торғайның...
– Хирург булам тип хыялланған кешегә һәйбәт тәжрибә инде, – тине Далан уйсанланып. – Нимә эшләһәң дә файҙаға. Санитарҙың игелеге профессорҙың яҡшылығынан һис тә кәм түгел үлем менән йәшәү араһында ятҡан кеше өсөн...
Дауаханаларҙа яҡшылыҡ ныҡ күп кәрәк. Һау сағында әллә кем булып йөрөгән типһә, тимер өҙөрлөк бәһлеүән дә, бармаҡ ҡыбырлатырлыҡ та хәле булмайынса, кеше көнлө булып ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кеше үҙенең тәне генә түгел, йәне лә барлығын бары шул саҡта, йәне сығып барғанда ғына иҫенә төшөрә. – Ул кинәт кенә баш һелкеп, шуҡ ҡына әйтеп ҡуйҙы. – Ә шулай ҙа иң яратҡан урыным – травмпункт...
– Нишләп?
– Башҡа ваҡытта танау буйынан ғына ҡарап үтә торған ҡыҙҙар үҙҙәре муйыныңа килеп аҫылына бит, – тине лә миңә күҙ һирпеп алды. Ә мин, ысынлап та, яңы ғына уға сат йәбешеп, аҫылынып килгәнемде иҫемә төшөрөп ҡып-ҡыҙыл булдым.
– Аҫылынмаһалар ҙа ҡыҙҙар, тип аптырамайһың инде, – тине Толян.
– Шулай шул, – тине Далан етди ҡиәфәт менән, хатта танауын сөйә биреп ҡуйҙы. – Мин матурмын бит.
– Эйе, эйе, – тип йөпләй һалды Толян. – Хатта матурһың!
Өсәүләшеп шарҡылдап көлөп ебәреүҙәренән уларҙың ниндәйҙер бер лаҡапты иҫкә төшөргәндәрен аңланым, тик төпсөнөргә тартындым.
Үҙ-ара теннис тубы ырғытышҡандай һүҙ ташлап, ҡыҙыҡ ҡына һөйләшеүҙәренән, яғымлы ҡараштарынан араларында яҡын туғандарға ғына хас була торған йылылыҡ һиҙелә, уларға бер-береһе менән ныҡ рәхәт икәне күҙгә ташланып тора. Ул арала төптән йыуан сыҡҡан, йөҙө көлөп торған йәнә бер егет килеп етте.
– Был тапалған кәнсир нишләп тора, тиһәм, мине көтә икән, – тине ул машинаның иҫкелегенә төрттөрөп.
– Ул кәнсир һиңә эләкһә, «эһем» тиер инең әле, – тип шунда уҡ ауыҙын яптылар ҙа, хәлде аңлатып, туҡталышта көтөп торорға ҡушҡандан һуң, мине алып киттеләр.
– Муслик тәки бүләк сәғәтеңде систереп алған икән, – тине Толян Даланға йәне көйгән һымаҡ.
– Ярай, уға кәрәгерәк, – тине Далан иҫе китмәй генә. – Уның ҡыҙыҡайына фырт егеттәр оҡшай.
– Ә һинекенә? – ти дуҫы миңә күҙ ташлап.
Йәнә гөлт итеп ҡабынғанымды тойҙом. Далан күҙҙәрен көлдөрөп, миңә ҡарап ҡына ҡуйҙы.
– Даланға алтын сәғәт нимәгә? Уның ҡулы алтын... – тине Ғәлим.
– Үәт, үәт, егеттәр, маҡтағыҙ әле мине, маҡтағыҙ. Минең шул тиклем был ҡыҙға оҡшағым килә...
– Ә-ә-ә, һин был ҡыҙға һаман оҡшаманыңмы ни әле?! – тип аптыраған булды Анатолий.
Ул арала минең ятағыма килеп еттек. Ике егеттең муйынына аҫылындым, өсөнсөһө ҡултыҡ таяғын тотоп арттан эйәрҙе. Һыңар аяҡта һикерә-һикерә, илла-алла менән саҡ дүртенсе ҡаттағы бүлмәмә ҡайтып индем. Мине юғалтып та өлгөрмәгән ҡыҙҙарым аптырап китте. Ул арала Далан карауатымда миңә урын йәтешләне.
– Тороп йөрөмәһен, тик кенә ятһын инде, ҡыҙҙар, ҡарағыҙ, – тине ул ах-уах килгән бүлмәләштәремә. – Бик уңайһыҙ итеп һынған. Яңылыш ялғанһа, ҡабат һындырыуҙан да ҡыйыны юҡ. Бер ун биш көн булһа ла һикергеләмәҫкә тырыш, – тине ул миңә талапсан ҡарап. – Ишетһен ҡолағың, юҡһа, минең һымаҡ сатан булып ҡалырһың. – Шунда ғына уның йүгергән саҡта ерҙең тартыу көсөнә буйһонмағандай, бына-бына осорға әҙерләнгән һымаҡ баҫҡанының серен аңланым. Ә ул:
– Ярай, инде ял ит, – тип йылы усы менән күҙемә төшөп барған маңлай сәсемде артҡа һыпырҙы ла, ашығып ишеккә табан йүнәлде.
Мин аптырап ҡалдым – ҡапыл ғына ҡояш батҡан, яҡтылыҡ һүнгән кеүек булды. Күңелемдә хасил булған бушлыҡты тойоп нимә ҡылырға ла белмәйенсә уның артынан ынтылдым:
– Инде хәҙер миңә нимә эшләргә? – тинем. Ул минең күңелемдең: «Инде миңә нисек һинһеҙ йәшәргә?» – тип ҡысҡырғанын аңланы. Ишек тотҡаһына йәбешкән еренән кире боролоп килде, урыныма ҡабат ятҡырҙы, йәнә мендәремде ҡалҡытып йәтешләне лә, күҙемә тултырып ҡараны:
– Тик кенә ятырға, – тине. – Сабыр итергә. Бөтәһе лә яҡшы. Мин һине таптым бит инде. Был – иң мөһиме.
Эргәлә баҫып торған әхирәтем Раушания аптырап һораулы ҡарашын бер миңә, бер уға күсерҙе. Далан сығып китте. Ишекте япҡанда артына боролоп ҡараһа ине тип теләнем – ҡараманы. Минең бынан өс-дүрт сәғәт элек кенә хыялға, бәхеткә тулышып, нурланып-балҡып торған донъям мәғәнәһеҙ, буп-буш булып ҡалды. Йәйҙең йәме, тормоштоң мәғәнәһе уның менән бергә иҫке «Москвич» машинаһында китеп барҙы.
* * *
Иртәгәһенә иртүк ҡаты итеп ишек шаҡығанға уянып киттек. Сәғәт ете. Карауаты ишеккә яҡын булған Варя арлы-бирле халатын ябынып келәне ыскындырғандан һуң: «Бер секунд!» – тип ҡысҡырып кире барып ятыуға:
– Ҡыҙҙар, ғәфү итегеҙ, тик врачтарҙың эш көнө иртә башлана, – тип Далан килеп инде. Шәп-шәп атлап карауатым янына үтте. Ярым-яланғас йоҡлаған ҡыҙҙар сырылдашып япмаларына уранғансы күҙен йомоп торҙо ла:
– Ҡыҙҙар, борсолмаһағыҙ ҙа була, анатомиянан имтиханды мин бишкә бирҙем – әҙәм балаларының бөтәһенең дә тышлығы бер иш, беҙҙең эслегебеҙ генә башҡа, – тип йылмайҙы.
– Нисек эслегебеҙ? Эсәк-ҡарыныбыҙмы ни? – тип аптыраны Варя.
– Йөкмәткебеҙ. Һәр беребеҙҙең үҙенә үҙе ҡорған эске донъяһы, – тип аныҡланы Далан, арҡаһындағы ауыр рюкзагын иҙәнгә ҡуйып. – Тағы ла шул: әлеге мәлдә мине ғәриптәр генә ҡыҙыҡһындыра.
Ул ҡулындағы ҙур сепрәк сумканан судно һалынған шыптыр сығарҙы, уны сәхнәләге артистарса өҫкә күтәреп күрһәтте:
– Дәүләт милке, танышлыҡ буйынса ғына алып торҙом, күҙ ҡараһылай һаҡлап тотоноуығыҙҙы һорайым, – тип карауатым аҫтына тыҡты. Ул арала гел бер төрлө ятып ойоған кәүҙәмә уңайлыраҡ боролорға ярҙам итте, бүрәнә һымаҡ ятҡан гипслы аяғымды әсәй кеше биләгән сабыйына ҡағылған һымаҡ, һаҡ ҡына йәтешләп һалды. Шунан рюкзагынан ҡалын-ҡалын китаптар алып тумбочкам өҫтөнә һала башланы: – Былары – минең шәхси милек, рәхәтләнеп уҡығыҙ.
– Булгаков, Чехов, Сәғит Агиш... Хатта Сәғит Агиш та! – тип уҡыны күрше карауаттан башын һуҙып ҡарап ятҡан Раушания. – Нимәгә ул тиклем? Беҙ филфак түгел дәһә...
– Беренсенән, – тине Далан, – кем уҡырға ярата, уға бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмай. Ә әхирәтегеҙгә күпме ятырға кәрәклеген беләһегеҙме? Иң кәмендә – бер ай!
– Ә икенсенән? – тип төпсөндө Варя.
Далан сәғәтенә күҙ ташланы ла, эргәмдәге ултырғысҡа терәлде:
– Ярай, тыңлағыҙ, улайһа, – тине. – Бәләкәй саҡта ныҡ яратҡан төнгө тәрбиәсем бар ине. Йоҡлар алдынан беҙгә ҡыҙыҡ итеп китап һөйләй торғайны. Кейәүгә сығып, икенсе ҡалаға күсеп киткәнендә үкереп илап ҡалдым. Шунда ул миңә: «Эй тиле, – тине. – Мин бит китапхананы алып китмәйем. Һин тиҙерәк уҡырға өйрән. Уҡый башлаһаң, бер ваҡытта ла яңғыҙ булмаҫһың. Китап яратаһың икән, донъялағы иң аҡыллы кешеләр менән дуҫ булаһың». Үәт шулай. – Ул ашығып урынынан торҙо: – Төшөндөгөҙмө инде, буласаҡ уҡытыусылар? – Шунан миңә ҡарап яғымлы йылмайҙы. – Һәм буласаҡ йондоҙ асыусылар. Ярай, хәйерле иртә! Мин йүгерҙем.
– Ә һеҙ травмпунктҡа зәғифләнеп килгән бөтә ҡыҙҙарҙы ла шулай ҡайғыртаһығыҙмы, доктор? – тип уның артынан ҡысҡырып ҡалды Варя. Коридорҙан көлгән тауыш ҡына ишетелде.
– Үәт метеор!
– Бына был доктор, исмаһам! – тип геүләште ҡыҙҙар уның артынан ишек ябылыу менән.
– Иллаһи-биллаһи, тип әйтәм, әгәр ҙә уны ҡаратып алмаһам, исемем Варвара булмаһын! – тине Варя.
Педагогия училищеһын тамамлап, ике йыл уҡытып килгән, егеттәр тип иҫе китеп бармаған өлкән фиғелле бүлмәләшебеҙгә ғәжәпләнеп ҡараныҡ. Быға тиклем уның ауыҙынан ундай-бындай хәбәр сыҡҡаны юҡ ине.
– Әстәғәфирулла, – тине Раушания. – Хәйерлегә булһын. Тик ишетмәнеңме ни, уны ауырыуҙар ғына ҡыҙыҡһындыра бит.
– Ишеттем. Әгәр ҙә Таңһылыуҙың аяғы төҙәлгәнсе ҡаратып өлгөрмәһәм, үҙемдең берәй бармағымды булһа ла һындырырға тура килмәгәйе...
– Тәүбә, тиген! – Раушания миңә мәғәнәле итеп ҡараны ла шкафты асып аҡтарына башланы. Зиһенемдә яралған: «Ә мин һуң?» – тигән һорауыма унда аҡ күбек кеүек эленеп торған туй күлдәгем яуап биргән һымаҡ булды.
Башымды стена яғына бороп яттым да шым ғына илап ебәрҙем.
* * *
Туй мәшәҡәттәре менән ҡайҙалыр ауыл яғына барып, өсөнсө көндө кискә генә килеп ингән Айбарҙы:
– Туй булмай, тип хәбәр итә һалырға кәрәк, – тип ҡаршы алдым.
– Нишләп бөтөрөнәһең? – тип йыуатты ул, минең шул тиклем өҙгөләнеүемә ғәжәпләнеп. – Бер айға һуңыраҡ булһа ни була? Каникулың оҙон бит әле.
Раушания, сабыр ит, өндәшмәй тор, тип өгөтләп, иҫәрлегем өсөн әрләһә лә, ошоға тиклем бергәләп киләсәгебеҙ тураһында хыялдар ҡорған кешемде күҙенә ҡарап алдап ята алмай инем. Айбар һаман да ихлас, ни алып, ни бирергә белмәй өҙөлөп тора, ә мин үҙемде хыянатсы итеп тоям. Әлегә мин үҙемде үҙем дә аңламайым, тик күңелемдә ҡупҡан ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар ҡойоно ихтыярыма буйһонорлоҡ түгел. Быға тиклемге бөтә ғүмерем, алған тәрбиәм, ата-әсәмә булған тәрән хөрмәтем, Айбарға булған хистәрем әлеге тормошомдоң ағышында, күнегелгән ярҙар ҡыҫымында йөҙөргә әйҙәһә, күңелемдә хасил булған ниндәйҙер ҡөҙрәт, барыһын да пыран-заран килтереп, бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡайыра ине.
Өҙөп-йыртып, бутала-бутала булһа ла, мин бер кешене осратҡанымды, бына нисәнсе көн инде унан башҡа бер нәмә тураһында ла уйлай алмағанымды әйттем.
Айбар үҙ баһаһын яҡшы белә, иң матур, иң шәп булғанына бәләкәйҙән үк күнегеп үҫкән. Хайран ҡалып:
– Минән артыҡ ҡайһы ере бар һуң уның шул тиклем арбарлыҡ? – тип һораны. Уның үҙәктәрҙе өҙөп, тынды ҡурырлыҡ сибәр йөҙөнә тәүгә күргән һымаҡ текләп уйға ҡалдым.
– Ул сатан, – тинем. – Бер аяғы икенсеһенән саҡ ҡына ҡыҫҡараҡ.
Айбар аптырап ҡарап торҙо ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ул мине шаярта тип уйлай ине булһа кәрәк.
– Шунан, – тине ул рәхәтләнеп көлгәнгә килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.
– Нимә шунан?
– Шунан тағы һаҡау түгелме?
– «Р» хәрефен йотоңҡорап, ауыҙында сәтләүек тәгәрләткән һымағыраҡ итеп әйтә.
– Үҙе сатан, үҙе һаҡау, тағы, ҡолағы ҡарпыш, ауыҙы салышмы, йәки күҙе ҡылыйҙыр? – Айбарға үҙенең мин-минлеген шифалаған был уйын оҡшап китте, ахыры. Ә уның кәйефе саҡ ҡына булһа ла күтәрелгәнгә минең күңелемдәге һәлмәк таш еңеләйә төшкән һымаҡ.
– Салыш та, ҡылый ҙа түгел, – тинем. Айбарҙың йөҙөнә ҡарап мин Даландың ҡиәфәтен сағыштырырға, мөмкин тиклем ғәҙелерәк булырға тырыштым. – Яғымлы. Үҙен «матурмын» тип әйтә.
Егетемдең ирен ситтәрендә пәйҙә булған мәсхәрәле йылмайыуын күреп, телемдең зәғифлегенә үртәлеп, өнһөҙ ҡалдым.
* * *
– Һөйкөм, – тине үҙе лә шунда йөрөгән һымаҡ тыңлап ултырған Ғәфүрйән.
– Нимә? – тип һиҫкәнеп һораны Таңһылыу хәтирәләренән айырылып китә алмайынса.
– Һөйкөм, – тип ҡабатланы Ғәфүрйән. – «Төҫкә-башҡа, хатта холоҡ-фиғелгә лә ҡарамаған бер нәмә ул – һөйкөм», тип әйтә торғайны минең Нурислам олатам. Ҡарасман ғына, бәләкәс кенә, өндәшмәҫ кенә Ғәйникамал өләсәмде әллә ни иткән була торғайны. «Әллә ниндәй һөйкөмлө һөйәге бар ул минең әбейемдең», – тиер ине.
– Эйе. Уларҙы саҡ ҡына иҫләп ҡалам, – тип йөпләне Таңһылыу. – Ул олатай үҙе ҡайһылай күркәм, бәһлеүән кеше ине бит. – Әйтте лә шымды. Оҙаҡ ултырҙы. Ә Ғәфүрйән уның йәшәреп, тағы ла мөләйемерәк булып киткән йөҙөнә, ҡаштарының йә төйөлөп, йә яҙылып китеүенә ҡарап, уйҙарының юҫығын самалап ултырҙы – һәләк мауыҡтырғыс ине был күренеш.
Далан матур ғына түгел, арбағыс ине. Хатта уның ауыҙы, ысынлап та, салыш, ҡолағы ҡарпыш булһа ла нур уйнаған йөҙөндәге тылсым, булмышынан бөркөлөп торған йылылыҡ үҙенә магнит һымаҡ тартып тороуҙан туҡтамаҫ ине. Был арбағыс көс тышҡы матурлыҡтан сағыштырғыһыҙ юғарыраҡ, ҙурыраҡ һәм әһәмиәтлерәк ине. Хәҙер аңлайым: травмпункттағы һикелә ултырғанда уҡ мин уның ана шул һөйкөмөн тойғанмын. Уны ысынлап та тояһың, һәр бер күҙәнәгең менән... Ундай кеше янында һулар һауа ла, эргә-тирә яҡ та үҙгәрә. Сәскәгә күмелгән алмағас, муйыл, еләкле ялан – уларҙың хуш еҫе әллә ҡайҙан уҡ аңҡып тора бит, уларҙы бер нисек йәшереп булмай. Ауыл балаһы булғас, мин Даландың һөйкөмөн ана шулай, тәбиғәт аша тойҙом, бүтән шарттарҙа йәшәгән кеше уны башҡаса ҡабул итер ине, бәлки.
Хуш еҫ... Күңелгә рәхәтлек биргән, яраларҙы шифалаған йылылыҡ... Уның ҡулы миңә ҡағылып та өлгөрмәгән, һынған һөйәгем уңала башлаған... Әлбиттә, мин Айбарға быларҙы һөйләп аңлата алманым. Шул уҡ ваҡытта көлкө ҡайғыһы ла юҡ ине миндә – хәлемдең балға батып барған һағыҙаҡтыҡы һымаҡ хөрт икәнен тағы ла нығыраҡ һиҙҙем. Күңелем тулып, күҙемә йәш эркелде. Быға тиклемге тормошом, бәхетем, яҙмышын яҙмышыма бәйләргә йыйынған кешем, шул тиклем оҡшатып, ҡыуана-ҡыуана тектергән, тик кейергә яҙмаясаҡ туй күлдәгем менән ҡып-ҡыҙыл бәрхәт ҡумтала Айбарҙыҡы менән йәнәш ятҡан өр-яңы никах балдағым...
Айбарҙың мине бик өнәп етмәһә лә, өфөлдәп үҫтергән балаһының теләгенә күнмәй булдыра алмаған әсәһенең: «Улымды бәхетле итә күр инде», – тигән кеүек осрашҡан һайын ниндәйҙер көнләшеү ҡатыш йәлләүес итеп ҡарағаны... «Ҡала ҡоҙалары алдында оятҡа ҡалмайыҡ», тип берҙән-бер атын һатып туйға әҙерләнгән атайым менән әсәйем... Бөтәһе лә, бөтәһе лә шул тиклем йәл... Быға тиклем ғәм белмәй рәхәт кенә йәшәп ятҡан иркә генә, ябай ғына, бер ҡатлы ауыл ҡыҙы өсөн был тойғоларым түҙгеһеҙ ҡыйын ине. Ҡулым менән битемде ҡаплап илап ебәрҙем.
Мин элекке үҙемдең хистәрем, хыялдарым, ынтылыштарым менән бергә үлеп барғанымды, шул уҡ ваҡытта асылымды йыртып бөтөнләй икенсе бер заттың тыуып килгәнен айырым-асыҡ, хатта күҙәнәктәрем кимәлендә һиҙҙем. Шул тиклем әсенеп илағанымды нишләргә белмәйенсә ҡарап ултырған Айбарҙың башына ҡурҡыныс уй килде:
– Әллә... әллә, – ҡот осҡос һүҙҙе нисек әйтергә белмәйенсә тотлоғоп торҙо, – ул һиңә тейҙеме әллә? – тине ул йөҙө боҙолоп.
– Юҡ-юҡ, – тинем уның аларып киткән күҙҙәренән тетрәнеп. – Юҡ!
– Әгәр... – тине ул ҡәһәтләнеп. – Әгәр ҙә... Ялпаштыра һуғам, үлтерәм мин уны...
Ул ишекте шапылдата ябып, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сығып китте. Ә мин ҡапыл тынысландым. Йөрәгем хәүефте һиҙмәй ине. Даландың күңел сөңгөлдәреңде айҡап ҡараған күҙҙәренә, мөлдөр һыулы тәрән күлдең үҙенән дә тынысыраҡ булған мөләйем күҙҙәргә ҡараһа, Даланды сорнап алған нурлы мөхиткә барып юлыҡһа, Айбарҙың баҫылырына бер ниндәй ҙә шигем юҡ ине. Әгәр ҙә инде улай булмаһа, бары тик мин генә арбалған булһам, был, моғайын, сихырҙыр. Ә сихырҙы ҡайтарып була, тиҙәр бит. Аптыраған өйрәк, тигәндәй, комсомол башым менән шулай уйланым. Өмөтләндем: бәлки, бер нәмә лә үҙгәртергә кәрәк булмаҫ, әсәйемдәр туйға килер, барыһы ла нисек тейеш, шулай булыр.
Ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғоларҙан шул тиклем йонсоған, йолҡҡоланған инем, үҙем дә һиҙмәй ҡалғанмын: һуңғы көндәрҙә беренсе тапҡыр ҡараңғы упҡынға ҡолағандай йоҡоға сумғанмын. Карауатта бүрәнә кеүек ятҡан гипслы аяҡ менән башҡа нимә эшләй алаһың инде?!
«Һеҙҙең ҡыҙыҡайҙың егете таңғы сәғәт биштә сәсе-башы туҙырап, күҙҙәре ялтырап килеп ингәйне, ҡыҙҙар йоҡлай әле, тип үткәрмәнем». – Иртәнсәк вахтер ҡарсыҡ Раушанияға шулай тип әйтеп индергән.
– Һуғышманылармы икән? – тип борсолоп һораным.
– Һуғышһалар, Айбар еңә инде, – тип утҡа кәрәсин һипте Варя мине үсәгәндәй.
– Фәсихә ҡарсыҡты белмәйһеңме ни? Саҡ ҡына берәй ере сыйылған булһа ла: «Ҡанға туҙып, күҙе-башы күгәреп», тип һөйөнсөләр ине», – тип ҡаршы төштө Раушания.
* * *
Айбар икенсе көндө кис кенә килде: үҙенә хас булмағанса шым, хатта уйсан ине. Миңә ярҙам һорағандай, аптыраулы ҡараны:
– Һинең ул докторың йә бер хыялый, йә гений, – тине. – Төнө буйы һөйләшеп йөрөнөк, һөйләшмәгән нәмә ҡалдырманыҡ. Ул һинең менән минең турала ла ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ нәмәләр әйтте, ә мин ауыҙымды асып уға ҡарап тик торҙом, ҡайтарып әйтерлек бер һүҙ ҙә тапманым. Тапманым түгел инде, теләмәнем дә...
– Ә ул нимә тине? – Ҡурҡа-ҡурҡа булһа ла һорамай түҙмәнем. – Әгәр әйтергә теләһәң инде...
– «Яҙмыш һеҙҙе үҙе аралаған бит, – тине. – Ҡыуанырға тейешһегеҙ. Әле ҡушылып, бер-ике айҙан бер-берегеҙҙән ялҡҡас, нимә эшләр инегеҙ? Һиңә үҙеңдең тиңең, үҙең кеүек сибәр, балҡып торған ҡатын кәрәк. Ҡәҙереңде белгән, ғаиләгеҙҙең етеш, бай тормошоноң баһаһын аңлаған, ул тормошҡа лайыҡ булған, иң мөһиме, әсәйеңдең дә күңеленә ятырлыҡ ҡыҙ», – ти. Үҙе көлә. Әйтерһең дә, әсәйем ҡотортоп ҡуйған. Башта әллә ысынлап та ул яллаған микән, тип уйланым аптырағас.
Ике егеттең үҙ-ара һәүетемсә һөйләшеп мине яраҡһыҙға сығарып ҡуйыуҙары сәмемә тейҙе – күҙемә йәш тулды. Ә Айбар минең кисерештәрем хаҡында уйлап та бирмәйенсә, балаларса бер ҡатлылыҡ менән һөйләй бирҙе:
– Нишләп улай тип әйтәһең? Һин уны йәмһеҙ, миңә лайыҡ түгел, тип тораһың бит һуң, – тинем.
Айбар үҙе шулай ти, үҙе миңә тәүгә күргән һымаҡ тикшереп, һынап ҡарай. Күргәндәренең минең файҙаға түгеллеген тоям да, уның алйот ҡиәфәтенә йәнем көйөп, ҡулымдағы ҡалын китап менән башына ҡундырғым килә. Ә Айбарға кәмһенеүем рәхәтлек бирә, ахыры. Ахыры түгел инде, ысынлап та шулай.
– Ә беләһеңме, ул миңә нимә тине? Һинең ул докторың күҙ ҙә йоммай: «Эйе, – ти. – Һинең яныңда ул матур түгел». Ишетәһеңме, «матур түгел», тине. – Ике битемдең ут-ҡыҙыллығына ҡарап, Айбар уйланып торҙо ла нишләптер дауам итергә булды: – «Ә минең янымда ул сәскә атасаҡ, – тине. – Бөтә тәрәнлегендә асыласаҡ». Мин уның нимә әйтергә теләгәнен аңлап етмәнем, шуға күрә: «Әгәр ҙә беҙ яңылышҡанбыҙ икән, нишләп Таңһылыу түгелеп илап ултырып ҡалды? Һинеңсә икән, ул әле шатланып бөтә алмаҫҡа тейеш түгелме ни?» – тип һорағайным, йәнә көлә.
– Аҡ күлдәк алдығыҙмы?
– Әсәйем заказ менән тектерҙе.
– Балдаҡ та алғанһығыҙҙыр?
– Никах балдаҡһыҙ булмай инде.
– Шулай булғас, бөтәһе лә аңлашыла. Һин ҡыҙҙарҙы белмәйһеңме ни? Килешеп торған ап-аҡ туй күлдәге менән ҡуш күгәрсенле ҡумта эсендә ятҡан алтын балдаҡты кейә алмағанына илай ул!»
– Ауыҙын ҡутара һуғайыммы тип уйлағайным, унан ни файҙа, тип тыйылдым.
– Төнө буйы мине сәйнәп рәхәтләнгәнһегеҙ икән, – тинем мин асыуланып.
– Юҡ, – тине Айбар. – Беҙ күберәк минең турала һөйләштек. Тик быныһы инде һиңә ҡыҙыҡ түгел.
Айбар күҙендәге шекәрәһе ҡырҡып ташланған кеше һымаҡ миңә текләп ҡарап торҙо ла:
– Доктор, моғайын, дөрөҫ әйтәлер. Туйға бер аҙна ҡалғанда үҙенең нимә теләгәнен үҙе аңламай илап ултырған ҡыҙға нисек ышанмаҡ кәрәк?! – тип ҡапыл боролоп сығып китте.
Күңелемә, бер яҡтан, ҡыйын булһа, икенсе яҡтан, еңел булып ҡалды. Мин уның хәлен аңлай һәм нимә тип әйтһә лә риза инем. Шулай итеп, Айбар үҙенекеләргә, мин үҙемдекеләргә, туй булмаясағын хәбәр иттек. Аҙна тирәһе үткәс, ҡәйнәм тиергә насип булмаған кешем әфлисун-лимон, тағы әллә ниндәй затлы күстәнәстәр тотоп килеп инде. Үкенгән ҡиәфәт сығарып арҡамдан ҡат-ҡат һөйҙө, тиҙерәк шәбәйеп китеүемде теләне, тик иҫ киткес ҡәнәғәтлеген йәшерә алмайынса, туй күлдәгемде алып ҡайтып китте. Ул арала Айбар ҙа бер нисә тапҡыр инеп дуҫтарса ғына хәлемде белеште. Ул үҙгәргән, уйланған, хатта олоғайып киткән һымаҡ күренде.
– Беҙ бит, ысынлап та, теге юлы доктор менән күберәк минең хаҡта һөйләштек, – тине ул һаман да, элекке һымаҡ, бөтә нәмәне лә минең менән уртаҡлаша торған ғәҙәтенән арына алмайынса. – Беләһеңме, минең бер ваҡытта ла кеше менән улай ихласлап һөйләшкәнем юҡ ине бит. Хатта күңелдә шулай ҡаҙынып булғанын да белмәй, кешеләр кинола ғына шулай аралашалыр, тип уйлай инем. Беҙҙең өйҙә, ғәҙәттә, аҡса, дефицит, кемде һыйларға, кемдән ниндәй файҙа күрергә – шул турала һүҙ бара бит инде. Ә Далан миңә: «Әле һин бит үҙеңде лә тапмағанһың. Һин әле хатта үҙеңде табырға кәрәклеген дә аңламағанһың. Шул арҡала арыға-бирегә һуғылаһың», – тигәс, башта аптырап торҙом. «Нисек тапмағанмын? Минең йәшенгәнем юҡ, алдыңда торам», – тип шаярып маташтым. Ә инде: «Етмәһә, үҙеңдең артыңдан башҡа берәүҙе өҫтөрәйһең», – тип һинең башыңды бутаған өсөн ғәйеп ташлағас ҡына сәмләнеп киттем.
– Шулай ҙа булһын икән, ти. Ҡайҙан табайым? Үҙемде эҙләйем, тип баш һуҡҡан яҡҡа сығып китәйемме ни?! – тинем.
– Ә нишләп сығып китергә, йәнең һине, нимә теләгәнен белдерер өсөн көтөп тора – үҙ эсеңдә. Бының өсөн иғтибар менән үҙеңә ҡара. Көҙгөлә сағылған матур йөҙөңә түгел, булмышыңа.
– Ҡараным икән, ти. Шунан?
– Шунан һора: һин үҙеңә үҙең нимә теләр инең? Һөйгәнемде, әсәйем менән атайымды бәхетле итергә тигән дөйөм һүҙҙәр бармай. Үҙең нимә теләйһең, үҙең өсөн... – Ә бит доктор дөрөҫ әйтә: бер кем дә миңә юлымды күрһәтә алмай. Минең яҙмышым ул – тик минеке генә.
Мин бындай Айбарҙы белмәй инем. Уның һөйләгәндәрен тыңлаған саҡта, Далан уға биргән һорауҙарҙы үҙемә ҡабатланым. Ә бит мин дә егетемдән йыраҡ китмәгән, тормошҡа ашыры икеле булған хыялдарға сорналып йәшәгән бер елбәҙәк ҡыҙмын...
Мин инде ҡәҙимге ҡултыҡ таяғы менән йөрөп ятам, каникулға ауылға ҡайтырға йыйына инем. Бер көндө Айбар хушлашырға инде. Тейешле мәлдә әсәһе ниндәйҙер хәйлә менән уны армияға ебәрмәй алып ҡалғанын, әле үҙе военкоматҡа барып, хеҙмәткә алыуҙарын юллап йөрөгәнен, оҙаҡламай китергә тейешлеген рухланып һөйләп сыҡты. «Минең йондоҙҙарға үҙемдең ҡанатым менән ынтылғым килә», – тип ебәрҙе. Былары ла мин быға тиклем белгән Айбарға хас һүҙҙәр түгел ине, шуға ныҡ ҡыҙыҡ тойолдо. «Далан сәменә тейгән, күрәһең», – тип уйланым.
– Армияла астронавтар әҙерләй башлағандармы әллә? – тип шаяртырға маташтым.
– Күрерһең, – тип кенә ҡуйҙы.
Ә Далан зым-зыя юҡ булды. Бер аҙна тигәндә Ғәлим ул ебәргән «Наука и жизнь» журналын индереп, сәләм тапшырып китте. Журнал эсенән килеп сыҡҡан хатта Далан үҙенең иң ҙур хыялының тормошҡа ашҡанын, Ҡурғандағы институтҡа оҫталығын арттырырға саҡырыу алғанын, артабан бөтөнләй яңыса эшләргә өйрәнеп ҡайтырға форсат сыҡҡанын яҙғайны. Китешләй хәл белешеп, хушлашҡыһы килһә лә, Айбар менән аңлашҡан мәлебеҙҙә ҡамасауларға баҙнаты етмәгәнен дә юл ыңғайында ғына әйтеп киткән. Шул юлдарҙы уҡығанда мин уның күҙҙәрендә һикерешкән шаян осҡондарҙы һәм яғымлы йөҙөнә ҡунған шуҡ йылмайыуын күргәндәй булдым. Ул үҙен минең яҙмышымдың сценарийын яҙыуҙы үҙ ҡулына алған режиссер һымаҡ тоя ине булһа кәрәк.
Ә беҙҙең вахтер, бөтә нимәне күреп, белеп, һорашып, төпсөшөп ултырған Фәсихә ҡарсыҡ, бер көндө арҡамдан һөйөп:
– Һин, ҡыҙыҡай, егетең юғалды, тип һис көйәләнмә. Ул оҙаҡламай тағы ла һәйбәтерәк доктор булып ҡайта, – тип мине аптырауға һалды.
– Ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?
– Күптән йонсоған сиремә бик һәйбәт дарыу ебәргән, хатта килешә. Ғәлим улым индереп сыҡты. «Ошоно эсә торһон. Бер айҙан тағы ҡарарбыҙ», – тип әйтте, ти. Бигерәк мәрхәмәтле бер тоғро бала. Ундайҙар алдай белмәй ул.
«Ундайҙар алдай белмәй ул»... Ҡырҡ йыл буйы ошо дөйөм ятаҡта эшләп, шул дәүерҙә әллә күпме ғашиҡтарға, мөнәсәбәттәргә һәм хыянаттарға шаһит булған, әҙәм нәҫеле хаҡында фекере бик һәйбәттән булмаған әсе телле ҡарсыҡтың ауыҙынан сыҡҡан йылы һүҙ күңелемә май булып ятты.
Фәсихә ҡарсыҡ саҡ ҡына яңылышты: бер түгел, ике ай үтеп китте. Каникулдан килгәйнем, аяғым да уңалғайны – Далан бүлмәгә беҙ быға тиклем мәңге бергә булған, тик аҙға ғына айырылып торған һымаҡ йылмайып килеп инде лә тормошомдоң ағышын тотошлай үҙенең ярҙарына бороп алып китте.
Шул тәүге осрашыуҙа уҡ ул хәтәр шәп нәмә вәғәҙә иткән һымаҡ:
– Минең янда һинең тормошоң ҡот осҡос буласаҡ, – тине. Мин уның һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәнем. Уның янында тормошом ниндәй генә булһа ла риза инем, шикелле, ул мәлдә.
– Һин бит астроном булырға уҡып йөрөй инең. Нишләп хыялыңа хыянат иттең? – тип һораны йондоҙҙарға мөкиббән ҡыҙға ғашиҡ булған Ғәфүрйән, Таңһылыуҙың хыялына хыянат иткәнен үҙенә хыянат иткәндән дә ауырыраҡ кисергәнен иҫенә төшөрөп. Таңһылыу һорауға яуап ҡайтарманы, әйтерһең дә, ишетмәне.
* * *
– Минең әле быға тиклем бер ваҡытта ла кешелә шул тиклем йәшәү дәрте, тормошҡа ләззәтләнеү, донъяға, һәр бер кешегә, кешеләргә генә түгел, ғөмүмән, йән эйәләренә ҡарата шул ҡәҙәрлем яратыу күргәнем юҡ ине, – тип дауам итте ҡатын. – Далан мин бығаса күргән кешеләрҙең береһенә лә оҡшамаған үҙенсәлекле бер зат ине. Ул минең бүлмәләштәремдең генә түгел, беҙҙең дуҫтар, таныштарҙың да күңелен яулап алды. Үҙенең популярлығын мәрәкәләп:
– Мине яратырға сәбәп күп инде ул. Мин сатан бит, өҫтәүенә, һаҡау, – тип аңлатыр ине. – Етмәһә, киң квалификациялы врач, массаж да яһайым. Шулай булғас, һәр кемдең минең менән тәмләп-онотолоп һөйләшерлек берәй сир-сырхауы мотлаҡ табылып тора.
Шундай кешеләр бар: уларҙың башҡаларға гел оҡшағыһы килә. Уларға оҡшау үҙе оҡшай. Ә Даланда кемгәлер ярарға, иғтибар үҙәгендә булырға тырышыуҙың, яһалмалыҡтың әҫәре лә юҡ, ул, ысынлап та, ихлас; хәл һораша икән, тимәк, ысындан да ҡыҙыҡһына, йәлләй икән, шунда уҡ ярҙам итергә тотона ине.
Ул күстәнәсен тотоп мәңге ас килеп инә. Бөтөн эшебеҙҙе ташлап, беҙ сәй ултыртырға керешәбеҙ. Ә килешләй уға инде кемдер эйәргән була, йә берәйһе үҙенә бороп алып инеп китергә самалай. Һәр кемдең унда эше йә кәңәше бар. Ул мәңге кемделер ҡотҡара, ярҙам итә, дауалай, йомошон йомошлай.
Беҙ уның балалар йортонда үҫкәнен белә инек инде. Уның башта беҙгә сәйер, мәшәҡәтле, тынғыһыҙ тойолған йәшәү рәүеше шул балалар йортондағы ҙур ғаиләнең ығы-зығылы тормошоноң дауамы икәнен беҙ торараҡ ҡына төшөндөк. Ул ҙур донъяны ла үҙе үҫкән балалар йорто һымаҡ күрә, шуға күрә ҡайҙа барһа ла өйҙә, ҡайҙа барһа ла дуҫтар – яттар юҡ. Шул балалар йорто тормошонан ҡалған ҡыҙыҡ ҡына ғәҙәттәре күп.
Бер көн ҡайтып инһәм, өсәүләшеп сәй эсәләр. Уртала ваҡ ҡынаға бүленгән ике генә бөртөк кәнфит.
– Хамп-хомп итеп йотоп ебәрһәң, уның тәме лә беленмәй ҡала. Бына ошолайтып, имеп кенә ашап ҡарағыҙ әле, – ти Далан. Ул бөтә нәмәне лә мөкиббән китеп, онотолоп, ләззәткә бирелеп эшләй. Уға ҡарайһың да, ҡабатлағы килә.
– Ысынлап та, – тип ризалаша ҡыҙҙар.
– Был минең бәләкәй генә сағымда эшләгән иң тәүге асыштарымдың береһе, – ти Далан сәйен һемереп. – Хәтәр шәп асыш булды ул, тормошомдо шул тиклем ыңғай яҡҡа бороп ебәрҙе.
– Беҙгә лә һөйлә, – ти Раушания. – Бәлки, беҙҙең тормош та боролоп китер.
– Тыңлағыҙ, улайһа. – Ул үҙенең бөткөһөҙ хәтирәләрен шулайтып башларға ярата. – Беҙҙең балалар йортонда Саҙрый бабай тигән ҡарауылсы була торғайны. Иҫ киткес һәйбәт кеше, тик бер етешһеҙлеге бар – кәгергә әүәҫ. Унар-ун бишәр көн буйы эсеп, юғалып тора ла, шул тиклем егәрле булып килеп сыға, ҡулы теймәгән урын, тәртипкә һалынмаған мөйөш ҡалмай. Уны шуға күрә ҡыумай тотҡандарҙыр инде. Ә үҙе шул тиклем игелекле, балаларға йомшаҡ, ярҙамсыл. Абайлағанығыҙ бармы – ғөмүмән, эскеселәрҙең күпселеге бик һәйбәт кешеләр була.
Саҙрый бабай саҡ ҡына сатанлай, әллә шуға мин аҡһаҡ баланы уғата яҡын күрә, үткән-һүткәндә башымдан һыйпап, кеҫәһенән берәй кәнфит сығарып тоттора. Тышы бысранып, ҡағыҙы йәбешеп, тәмәке еҫе һеңеп бөткән булһа ла, ул кәнфиттән дә тәмле нәмә юҡ. Былай беҙҙең балалар йортонда ашауға аптыратмай торғайнылар, ризыҡ мул, тәмле була торғайны. Саҙрый бабайҙың ул кәнфитте тик минең өсөн генә һаҡлап йөрөгәне ҡиммәт ине.
Бер көндө йәнә кәнфит тотторҙо. Һаман иҫемдә: лимон кәнфите, карамель. Эй ята кеҫәмдә ҡыуаныс булып. Йөрөйөм-йөрөйөм дә ҡапшап ҡарайым. Хатта бармаҡтан да тәмле еҫе килә. Кәнфитте сытырлатып тешләгәнемде, эсенән килеп сыҡҡан повидлоһын телем менән нисек тоясағымды күҙ алдыма килтереп рәхәтлекте һуҙып йөрөп ятам. – Далан һөйләй, ә беҙ ул ләззәтте үҙебеҙ тойоп тыңлайбыҙ, лимон тәменән төкөрөк йыйылып китә.
– Класыбыҙҙа минән бер башҡа бейек, елле малай була торғайны. Торғайны тип, әле лә бар. Минең иң яҡын дуҫтарҙың береһе. Толянды һин беләһең бит? – тип һорай ул минән. Баш ҡағам: ул һаман да аша ҡарап тора. – Шул Толян бәләкәй саҡта ныҡ шаян, тыйыуһыҙ, һуғыш суҡмары була торғайны. Йәнә кәнфитемде ҡапшайым ғына тигәйнем, кеҫәмә ҡулын тыҡты ла кәнфитте сығарып ҡағыҙын һыҙырыр-һыҙырмаҫ ауыҙына тыҡты. Шул тиклем үкенес булды, күҙемдән йәш атылып сыҡты хатта. Ныҡ йәлләүес күрендем микән, әллә мыҫҡыл итергә теләне: ауыҙынан бәләкәс кенә ватығын сығарып миңә бирҙе. Ә мин шул хәтле ҡыуандым, телем өҫтөнә һалдым да, йәшемә ҡушып имеп торам – ышанаһыҙмы, юҡмы – ғүмеремдә ул тиклем тәмлене татыған юҡ ине. Аптырауым йөҙөмә сыҡҡандыр:
«Былай нығыраҡ тәмлесе...» – тип әйткәсем, Толян эргәлә ауыҙына ҡарап торған йәнә бер нисә малайға ла алып бирҙе – эй сабыйлыҡ – ерәнеү юҡ, сикәнеү юҡ, бер ауыҙҙан ашап үҫтек инде!
Торабыҙ дүрт-биш малай күҙебеҙ йылтырашып, тел өҫтөндәге бәләкәс кенә киҫәкте имеп – ләззәт уртаҡлашып. Аҙаҡтан институтта уҡығанда ғына белдем, ысынлап та, тәм рецепторҙарының күбеһе телдә урынлашҡан бит.
Ә был асыш беҙҙең өсөн ҙур бер нәмә булды: берәүебеҙҙең тәм-томо булһа, әллә нисәмәгә бүләбеҙ ҙә имәбеҙ, башҡалар менән бергәләп кинәнгәндән дә рәхәтлек алып торабыҙ. Ә тора-бара дуҫыңды ҡыуандырыу үҙең ашаған-дан да тәмлерәк икәнен аңлай башлайһың... – Далан ихлас итеп йылмайҙы. – Ни тиһәң дә шәп ваҡыт инде бала саҡ. Көн һайын берәй кәрәкле асыш!
– Һине тыңлаһаң, – тине Варя. – Балалар йортонда үҫмәгәнеңә үкенә башларһың. Ә шулай ҙа... – ул уйланып торҙо. Шунан тәүәккәлләне: – Ҡара әле, доктор.
– Ҡарайым, – тине Далан шаярып. – Ҡайҙа ҡарайым? Уңға ҡарайыммы, һулғамы?
– Мин һинән ысынтылап һорайым – ихлас яуап талап итәм.
– Ярар, ярар, асыуланма, һора.
– Алыҫтаныраҡ башлайым.
-Йә...
– Мин һиңә ғашиҡ түгелмен.
– Бына һиңә мә! Нишләп улай? – тип аптырай Далан күҙҙәрен көлдөрөп.
– Беҙ етди һөйләшергә килештек. – Варя ҡашын төйөп тауышын күтәрә.
– Ярар, ярар, тыңлайым.
– Ҡабатлайым: мин һиңә ғашиҡ түгелмен.
– Беләм инде, мин буласаҡ академик Варвара Николаевна Колесникованың педагогика буйынса докторлыҡ диссертацияһы өсөн тикшеренеү объектымын.
– Шулай ҙа булһын икән, ти. Йәнә бер тапҡыр әйтәм, мин һиңә ғашиҡ түгелмен, әммә бер нәмәне күҙәтәм: һин ҡайҙа килеп инәһең, шунда йәннәт була.
– Нисек улай? – Инде Далан ғәжәпләнә: – Ғәфү ит, Варя, тик мин һорауыңды аңламайым.
– Ысынлап та, – тип хәбәргә ҡушыла сәй эсеп бөтөп карауатына күсеп ултырған Раушания, бәйләгән кофтаһын ситкә һалып. – Һин килеп инһәң, бүлмә яҡтырып, күңел күтәрелеп, хатта һулыш иркенәйеп киткән кеүек була.
– Һуң мин доктормын бит...
– Һин докторһың да, беҙ ауырыу түгел бит...
– Варя әйтмешләй, хатта һиңә ғашиҡ та түгелбеҙ, – тип көлә Раушания.
– Һы, – ти Далан. – Ҡыҙыҡ икән...
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
(Аҙағы бар).