Ал таҫмалар бәйләнем мин илаҡ талға...

Алыҫта базлап янған ут, килеп етергә бер саҡрымдай ара ҡалғас, ҡапыл ғына һүнде. Юлдашым урман араһындағы үҙе генә белгән һуҡмаҡ буйлап нисек атлаған, шулай юлын дауам итте. Маяҡ булып яҡтыртыусы ут һүнеүгә күңелемде шик биләне.

Добавить в предпочтительные источники Google

Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, өндәшмәс̧ был ағайҙан бер аҙ шөрләп тә ҡуйҙым. Ҡатын-ҡыҙ башың менән ҡараҡҡа оҡшап торған ир затына эйәреп китсе?!. Улай тиһәң, Усман ағайҙың әйтеүенә ҡарағанда, бик ышаныслы кеше.

– Ҡурҡма, һылыу, ҡырыҫ тәбиғәтле булһа ла, ифрат әҙәпле ул, тик бына һүҙгә генә юҡ, – тип иҫкәрткәйне ул оҙатҡанда.
Яҙғы ташҡын ваҡытында был ауылды эҙләп килеүемдең сәбәбе ябай ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, яҡын кешемдең борсоулы хат юлдары ине. Ауылды уратып аҡҡан ҙур ғына йылға ярҙарынан сығып ике-өс саҡрымға уҡ таралыу сәбәпле, ауылға инә торған юл өҙөк булып сыҡты.
– Урауырыҡ булһа ла, урман аша юл бар барлығын, оҙатыусы кеше табылһа.
Һунарсы өйөнә тиклем барыусы кеше тиҙ табылды.
– Эйәртһә, Морат китергә йөрөй, – тинеләр.
Морат тигәндәре оҙонтороҡ, мөһабәт буйлы, ауыр ҡарашлы өлкәнерәк йәштәге ағай булып сыҡты. Уның янында бәләкәй генә булып, бөтөнләй юғалып ҡалдым. Ул миңә бер генә мәртәбә күҙ һирпте лә, юл сумкамды еңел генә эләктереп, алдан төштө. Артта ҡалмаҫҡа тырышып, уның артынан юрғаланым. Бер-ике сәғәт буйы ләм-мим өндәшмәй атланыҡ. Бара торғас, юл һөҙәкләнеп

китте лә ҡар һыуы йыйылып, йылғаға әүерелгән уйһыулыҡҡа тап булдыҡ. Морат ағай һаҙлыҡта кейеп йөрөй торған оҙон ҡуныслы итектәре менән кисеп сыҡты ла китте, ә мин, ни эшләргә лә белмәй, аптырашта торҙом да ҡалдым. Аяғымда резина итектәр булһа ла, улар менән кисеп сыға алмаҫым көн кеүек асыҡ ине. Исмаһам, боролоп ҡараһасы? Тороп ҡалмағайым, тип ҡабаланып, итектәремде сисә башланым. Ҡаршы яҡҡа тамам сығып еткәс, юлдашым ҡапыл, ниҙелер иҫенә төшөргәндәй, әйләнде лә ҡаш аҫтынан һөҙөп миңә ҡараш ташланы. Ҡулындағы олоғара юл сумкамды ағас ботағына элде лә кире сыҡты. Бер һүҙ ҙә әйтмәй, итектәрҙе кире аяғыма кейҙереп, эһ тә итмәй еңел генә итеп күтәреп алды. Уйламағанда ят ир ҡосағында ҡалыуыма уңайһыҙланып, йөҙөмдө ситкә бора һалдым. Ә Морат ағай, һаман шул килеш бер ни өндәшмәй, һаҡ ҡына ергә баҫтырып ҡуйҙы ла ары атланы. Уның артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
Һә тигәнсе ҡараңғы ла төштө. Юл барған һайын ауырлашты. Итектәргә бер иле тупраҡ йәбеште. Уларҙы тәүҙә ерҙә һибелеп ятҡан ағас ботаҡтарына ышҡып маташтым, ләкин ике-өс аҙым да үтеп өлгөрмәҫтән яңынан йәбешкән батҡаҡ ауырлығын тойоп, ҡул һелтәнем.
Ә бая алыҫта янған ут һунарсының өйө булып сыҡты. Дөрөҫөрәге, ул элек шулай аталғандыр, ә хәҙер бейек ҡойма менән уратылған ныҡлы, төҙөк йорт ине. Эт тауышына хужа утын ҡабыҙҙы. Уның артынса күтәрмәлә мөләйем йөҙлө, һалмаҡ хәрәкәтле ҡарт пәйҙә булды.
– Ә, улым, был һин икән, – тине ул юлдашыма, күрешергә ҡулын һуҙып. Күрәһең, күптәнге таныштар. Унан миңә боролдо:
– Шәпме, ҡыҙым. Әйҙәгеҙ, өйгә үтегеҙ.
Тыштан бәләкәй кеүек күренһә лә, өй эсе арыу уҡ ҙур икән. Таҡта менән икегә бүленгән. Ал яҡта ла, төпкөһөндә лә – урындык. Оҫта ҡулдар юнып яһаған кәштә, өҫтәл, ултырғыстар теҙелеп киткән. Төп яҡтағы урындыҡ өҫтөндәге урҙаға кейемдәр эленгән, мөйөшкә юрған-яҫтыҡтар өйөп ҡуйылған.
– Танышайыҡ, әләйһәң, – тине олатай, йылмайып. Уның бөтә торошонан алсаҡлыҡ, тыныслыҡ һирпелә ине.
– Сабит бабайың булам. Ә һеҙҙең исемегеҙ?
– Айһылыу.
– Алыҫтан килдегеҙме?
Мин ҡайҙан килеүемде әйттем.
– Йәшәүегеҙ ҙә шундамы?
– Юҡ, уныһы тағы ла алыҫыраҡ, Себер яғында.
– Йә, ярай, һүҙ менән генә тамак туймаҫ, талсыҡҡанһығыҙҙыр, өҫтәлгә яҡынайығыҙ, – тип саҡырҙы бабай.
Ауыл майы менән бөтәүләй бешкән картуф та, үләндән яһалған сәй ҙә иҫ киткес тәмле булды. Ашап алғас, юлдашым ҡолаҡсын мендәр эләктерҙе лә тышҡа сығып китте.
Ғәжәпле ҡарашыма өй хужаһы:
– Утъяҡҡыста ятам, тей. Унда иҫке юрғандар күп ул, – тип яуапланы. Арыған аяҡтарымды һуҙып, урындыҡҡа ҡунаҡланым.
– Олатай, ә ни өсөн бында йәшәйһегеҙ? Яңғыҙығыҙға ауыр түгелме? тип ҡыҙыҡһындым.
– Һуңғы йылдарҙа урман ҡараным. Ошо өйҙө нығытып алдым да әбейҙе лә яныма килтереп алдым. Икәү булғанда күңеллерәк ине лә. Сөкөрҙәшеп донъя көттөк. Иртә китеп барҙы шул, – хәтирәләрҙән күңеле тулышып, олатай ҡулъяулығын күҙ һырттарына тейҙереп алды. – Ауырып та ятманы үҙе, йүгереп кенә йөрөгән еренән тәгәрәне лә китеп тә барҙы... Һыйыр малдарын бөтөрҙөм. Ваҡ мал бар-барлыҡҡа, ныу ҡыш етә башлаһа, бүреләр маҙаға тейә. Ауыл яғына йөрөү ҙә ҡыйынлаша, шулай за ташлап китә алмайым, күнеккәнмен.

Өҙөк-өҙөк итеп яҡында нимәлер ухылдағаны ишетелде, тәҙрә яңағына эре ҡуңыз килеп ҡаҡлыҡты.
– Тимәк, ҡыҙым, һин хәбәрсеһең? – тип һораны Сабит бабай, һынаулы ҡарап.
– Юҡ, – ике битемдең ҡыҙарыуын тойҙом, – күберәк шиғыр, хикәйәләр яҙам. Ишеткән-күргәндәремде, ғөмүмән, кеше яҙмышына ҡағылышлы мәҡәләләр ҙә яҙғылайым.
– Улай икән. Ҡалған юлды иртәгә үҙем оҙатырмын. Юлдашыңдың үҙ мәшәҡәте.
– Рәхмәт, олатай, – тинем, ҡыуанып. – Юғиһә, бик күңелһеҙ иптәш булып сыҡты ул, ҡарашы ла ауыр, күрәһең, бик һәйбәт кеше түгелдер..
Ҡарт миңә сәйер генә итеп ҡарап ҡуйҙы ла башын сайҡаны.
– Мин һиңә, ҡыҙым, бер ғибрәтле хәл тураһында һөйләйем әле, йыбанмаһаң.
– Юҡ, олатай, киреһенсә, миңә ҡыҙыҡ, һөйләгеҙ, зинһар!
Сабит бабай тәмәкеһен тоҡандырҙы ла яйлап ҡына һөйләп китте:
– Был ваҡиғаға, яңылышмаһам, егерме биш йыллап ваҡыт уҙғандыр.

Ауылда нәҙекәй генә буйлы, уйсан ҡарашлы, аҡыллылығы менән үҙенә тартҡан Әлифә исемле ҡыҙ йәшәне. Йәшкелт күҙле, һарғылт сәстәрен төҫлө таҫмалар ҡушып икегә ярып үргән етеҙ, уңған бала ине.

Атаһы Ғәйфулла ҡаты ҡуллы кеше булды. Тиҙ ярһыусан, дошманлашһа, ғәфү итмәй торған, ғәрсел әҙәм булыуын ауыл халҡы өнәмәне. Уның тәүге ҡатыны, Әлифәнең әсәһе, икенсегә баланан бушана алмай донъянан китеп барҙы. Ғәйфулланың ҡулы ла тейгән, тип һөйләүселәр булды. Йылын уҙғарыу менән Ғәйфулла күрше ауылдан йомоҡ ҡына бер ҡыҙҙы һоратты. Биш йәше лә тулмаған Әлифә уға тиҙ эйәләште, үгәй әсә лә сабыйҙы тәүге көндән үҙенеке итеп ҡабул итте. Әлифәгә, артабан тыуған ир балалар араһындағы берҙән-бер ҡыҙ бала булараҡ, наҙ-иркә күберәк эләкте. Шулай ҙа ул тыңлаусан, ипле бала булып буй еткерҙе.
Тал сыбығылай ошо нәҙек ҡыҙға бөркөт ҡарашлы мөһабәт кәүҙәле Шаһиморат исемле егеттең күҙе төшә. Ҡыҙ ҙа уға ҡарата булған хис-тойғоларын йәшермәй.
Шаһиморат Әлифәнең үгәй әсәһенең ауылынан була. Егеттең атаһы, ниңәлер һүҙләшеп китеп, Ғәйфулланы бер йыға һуҡҡан бит. Ошонан башлап Ғәйфулла уны ҡан дошманы итеп күрә. Шаһимораттың атаһы, килешергә геләп, бер нисә тапҡыр уҙғынсылар ебәрһә лә, ҡабул итмәй. Бына шул дошманы тип һанаған кешенең улы менән үҙ ҡыҙы осрашып йөрөүен ишеткәс, Ғәйфулла сығырынан сыға. Асыуына түҙә алмай, ҡыҙына ҡәтғи рәүештә егет менән осрашыуҙы тыя. Ошоғаса атаһы һүҙенән сыҡмаған ҡыҙ хәҙер килеп атаһына буйһонорға, мөхәббәтенән баш тартырға теләмәй. Йөрәгеңде тәүге өйөү ялҡыны ялмағанда, яратҡан кешеңде онотоуҙы талап итһендәр әле! Түҙемлектең сигенә сыҡҡан Ғәйфулла егеткә төрлөсә, хатта үлтереү менән янай, атаһына улын “ауызлыҡларға” ҡушып хәбәр ебәрә. Быға ҡаршы Шаһимоаттың атаһы:

– Минең улым өркәк һарыҡ бәрәсе түгел, еткән, баһадир егет, үҙе белә, – тип кенә яуаплай. Был ҡыҙған табаға май өҫтәүгә бәрәбәр була. Ғәрсел Ғәйфулла: “Үлһәм үләм, әммә берҙән-бер ҡыҙымды дошманым улына бирәсәгем юҡ”, – тип ант итә. Йүнһеҙ анты үҙ башына түгел, ғәзизенә булырын уйламай аңра бәндә.
Сабит бабай һөйләүҙән туҡтап ҡалды. Йөрәгем сығырҙай булып, уның һүҙен дауам иткәнен көтәм Әңгәмәсемдең көсөргәнеше йөҙөнә сыҡҡан, хатта ҡулдары ҡалтырауын күрәм.
Шаһиморат ауылға килеүҙән туҡтай, ләкин Әлифә менән йәшерен осрашыуҙары дауам итә. Ауылдан йыраҡта һыу янында үҫкән талды үҙ итә ғашиҡтар. Ошонда беренсе тапҡыр, сәс толомон һүтеп, Әлифә тал ботағына ал таҫмалар бәйләй.
– Һөйөүебеҙ билгеһе булһын, икебеҙҙең береһе килә алмаһа, икенсебеҙ ошо талдағы таҫмаларға ҡарап йыуанһын, – ти ул. Үҙе һөйгәне килә алмаған саҡта юҡһынып йыр һуҙа:
– Ал таҫмалар бәйләнем мин
Илаҡ талға,
Илама, тип.
Күҙ йәшеңдән, талым,

Сикһеҙ ҡыйын,

Миңә лә, тип.
Йән һөйгәнең – дошманымдың

Улы, тиеп

Атам әйтә.
“Яратам” тип тауҙар ҡосағынан

Шаңдау ҡайта.
Бер көндө Әлифәнең йылғаға яҡын урман юлынан ҡайтып килеүен күреп, Ғәйфулла бөтәһен дә төшөнә.
Асыуына түҙә алмай, ҡыҙына ҡул күтәрә. Ҡыҙы рәнйей:
– Атай, бир ризалығыңды, йә мин Шаһиморат менән бөтөнләйгә сығып китәм, – тип киҫәтә. Ә мескен Ғәйфулла еңелергә уйламай за. Ул йәштәрҙе ҡарауыллап йөрөп, ҡасып китергә әҙерләнгәндәрендә юлдарына ҡаршы төшә. Шаһиморат, хәлде киҫкенләштермәҫкә теләп:
– Ғәйфулла ағай, зинһар өсөн ризалаш. Беҙ бит бер беребеҙҙе яратабыз. Атайым Әлифәне килен итеп алырға риза, онот үткәнде, – тип ялына.
Үс тойғоһо Ғәйфулланың күҙен генә түгел, аңын да томалаған, күрәһең. Егеттең үтенеп әйткән һүҙҙәрен ишетергә лә теләмәй.
– Нисек килгән булһаң, шул юлыңдан кирегә тай! – тип ыҫылдай зәһәр тауыш менән.
– Әлифә менән бергә генә китәсәкбеҙ, шуны бел!
Егеттең тауышы ҡоростай ҡаты яңғырай. Ул, боролоп та ҡарамайынса, һөйгәненә табан атлай. Шул секундта атаһының ҡулында ялтыраған бысаҡты күреп ағарынған Әлифә һөйгәненең алдына сығып өлгөрә...
Артабан Ғәйфулла ҡыҙының ҙур асылған күҙҙәрендә ялбарыуҙы, бармаҡтары араһынан эркелгән ҡанды, Шаһимораттың ҡыҙын күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫыуын һәм ауылға ҡарай йүгереүен генә күреп ҡала. Аяҡ аҫтына төшөп киткән ҡанлы бысаҡты ла, үҙенең, ергә тубыҡланып:
– Ҡыҙ-ы-ым... Әлифәм... – тип олоуын да аңларлыҡ хәлдә булмай.
Әлифәне икенсе көндө ерләнеләр. Шаһиморат ҡәбер янына иң һуңынан килде. Сәскә урынына ал таҫмалар һалды һәм шул сәғәтендә үк ауылды ташлап сығып китте..
Сабит бабай ҙа, мин дә шаңҡыған кеүек байтаҡ һүҙһе ултырҙыҡ. Бер аҙҙан олатайҙың тауышы ишетелер-ишетелмәс̧ кенә сыҡты:
– Ғәйфулланы нисек йолоп ҡала алғандарҙыр, тик ярты йыл үтеүгә уны сығарҙылар. Үҙе менән һис кем аралашмас̧ булды. Ауылдаштарының өнһөҙ ғәйепләүҙәрен күтәрә алмай, ул да, ғаиләһен алып, күсеп китте.
...Тағы бер аз өндәшмәй ултырғас, бабай ауыр һуланы Бөтә был мәхшәрҙе яңынан күз алдынан үткәреү уның да хәлен алғайны.
– Һин, ҡыҙым, үҙеңә урын йәй, тине аҙаҡ. Таң менән ҡуҙғалырбыз. һорауҙарыңды ла иртәгә бирерһең, ә хәҙер һуң булып китте, ял итәйек.
Ишеткәндәремдең тәьҫиренән арына алмай, байтаҡ борғосланып яттым. Беҙҙең көндәрҙә лә ике йәш йөрәктең бәхетһеҙ мөхәббәткә дусар булыуы бер нисек тә башыма һыйманы. Ниндәй ҡырағайлыҡ!
Күҙ алдыма зифа буйлы Әлифә менән бәһлеүән Шаһиморат килде. Ҡайҙа икән ул хәҙер? Онота алдымы икән Әлифәһен? Ниндәй яҙмышҡа юлыҡты икән?..
Иртән Сабит бабай мине уятҡанда, ҡояш ярайһы ғына күтәрелгәйне инде.
– Олатай, таң менән юлланырбыҙ, тигәйнең дә баһа, – тинем, ғәжәпләнеп.
Төнөн бик борһаландың, йоҡлай алмай аҙапландың, ахыры. Иртәнге татлы йоҡоңдо бүлмәйем, тинем. Унан һуң, йорт-ҡурала ваҡ-төйәк эштәрем дә бар ине.
Эҫе сәйҙе ашыҡ-бошоҡ эстем дә йыйына башланым. Бабай ҡабаланмай ғына урынынан торҙо, сынаяҡтарҙы кәштәгә теҙҙе. Һалмаҡ хәрәкәттәрендә йылдар буйына күнегелгән сабырлыҡ сағыла, беҙҙәге ише ашығыу ҙа, түҙемһеҙлек тә юҡ.

– Ә Морат ағай ҡайҙа? – тип һораным, кисәге юлдашымды иҫкә төшөрөп.
– Һи-и-и, ул күптән инде, таң һарыһы менән юл тапай, – тип көлөмһөрәне Сабит бабай.
Тупһа эргәһендә ятҡан ҙур ғына һоро эт, ҡолаҡтарын кайсылап, бабайҙың әмерен көттө.
– Һорлан, әйҙә беҙҙең менән.
Арттан эйәрергә ынтылған ҡараһына ла ҡәтғи тауыш яңғыраны:
– Шайтан, ҡал, өйҙө һаҡларһың!
Эт теләр-теләмәс̧ кире боролдо.
Әле сәскәләр булмаһа ла, һауала татлы еҫе аңҡыны.
Күкрәк тултырып һуларға ынтылдым. Сабит бабай менән, әкрен генә һөйләшә-һөйләшә, аҫҡа киткән һуҡмаҡ буйлап атланыҡ.

Барған һайын ағастар һирәгәйҙе, ҡояш мул итеп нурҙарын һипте. Яҡында ғына шаулап йылға аҡҡаны ишетелде.

Ҡапыл юлдашым туҡтаны. Ҡарашынан йылы нур бөркөлдө. Хатта күҙ тирәләрендәге йыйырсыҡтары яҙылғандай тойолдо.
– Шаһиморат булып киткән икән, – тине моңһоу ғына.
Уның ҡарашы төбәлгән яҡҡа ҡараным да баҙап ҡалдым.
Тамырҙары һыу эсендә ҡалған тал ботағында ал таҫмалар елберҙәй ине.
– Нисек?! Һин уны, ауылды ташлап китте, тигәйнең дә? – тинем, сикһеҙ аптырауға ҡалып.
– Кисә бик арығайның, ҡыҙым, һөйләп бөтмәнем. Бынан дүрт йыл элек Шаһиморатыбыҙ көтмәгәндә ҡайтып төштө. Ҡайҙа йөрөгәне, нисек йәшәгәне тураһында бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Халыҡ та төпсөнмәне. Урман хужалығын үҙ ҡулына алды, миндә лә йыш ҡына булғылай. Былтырҙары: “Өйләнергә кәрәк һиңә, улым”, тип әйтеп ҡарағайным да ул. Баш тартты. “Донъяла бер генә йәшәйбеҙ, бер генә мәртәбә ысын күңелдән һөйәбеҙ. Ә минең бар хис-тойғомдо Әлифә үҙе менән алып китте, күрәһең. Әйтерһең дә, йөрәгемде уның менән бергә ерләнем. Ә йөрәкһеҙҙең кемгә хәжәте бар?” тине.
Ул ҡайтҡаны бирле, һәр йыл яҙғы ташҡын ваҡытында ошо талдарға ал таҫмалар бәйләнә. Гүйә, Әлифә ҡыҙым нәҙек билен һығылдырып һыуға эйелә, ә ел уның таҫмаларын осортоп алып китергә теләп елберҙәтә. Аңыма барып еткән һиҙемләүҙән асҡан ауызымды ла ябырға онотоп, олатайға төбәлдем.
– Тимәк, кисәге юлдашым... Морат ағай...
– Эйе, тулы исеме Шаһиморат. Ҡырҙа йөрөп ҡайтҡандан һуң, үҙен Морат тип таныштыра. Йәштәр тиҙ эләктереп алды, ололар ғына элеккесә Шаһиморат тип өндәшә.
Кисәге шиктәрем, юлдашым хаҡындағы ғәҙел булмаған уйҙарым өсөн оят булып китте. Бер ҡарауҙа кешегә баһа ҡуйма, тип дөрөҫ әйтәләр шул. Кеше күңеле - ҡара урман, унда нимә йәшеренгәнен кем белә.
– Әйҙә, ҡыҙым, ҡояш инде төшлөкләй, ҡуҙғалайыҡ.
Мин тағы ла бер артыма боролоп ҡараным, күңелемдә Әлифәнең йыры сағылып китте:
Ал таҫмалар бәйләнем мин
Илаҡ талға,
Илама, тип...

Автор:Айгуль Клысбаева