Шулай бер ваҡыт класс етәксеһе итеп билдәләнгән йәш кенә уҡытыусы ҡыҙ уҡыусыларының ата-әсәһе менән танышып сығырға ниәтләй. Бер дәфтәргә исемлек төҙөп, завуч бүлмәһенә инә. Әкрәм ағай исемлекте ҡарай ҙа: “Һеңлем, беҙҙең ауыл бик ҙур, халҡы күп, кәрәкле кешене ҡушаматы буйынса ғына табыуы еңелерәк”, – тип, һәр исем-фамилия артына ҡушаматтарын яҙып сыға. Ғүмәрҙәр генә бишәү икән: Сатан, Кәзә, Һуҡыр, Телһеҙ һәм Алкаш Ғүмәр ҙә бар.
Ҡушаматтары менән һорашып бара-бара йәш уҡытыусы күп атай менән таныша. Тик Алкаш Ғүмәр менән генә уңайһыҙ хәлгә ҡала. Бер ҡапҡа төбөндә йыуан бүрәнәләрҙән бура бурап ятыусы киң елкәле, дастуйын кәүҙәле ир янына туҡтап: “Алкаш Ғүмәрҙәр ҡайҙа тора?” – тип һорай. Ә теге кеше иһә нәҡ ул эҙләгән Ғүмәр булып сыҡҡан.
“Мин – тап үҙе инде, ни йомош, һеңлем?” – тигәс, уҡытыусы ҡыҙ ҡойолоп төшә, оятынан ер тишегенә кереп китерҙәй була. Тегенеһе: “Ярай, ярай, уңайһыҙланма, һеңлем, күп кенә эселгәндә лә, бер ҙә иҫермәгәнгә ауылдаштар үҙ итеп таҡҡан ҡушаматым ул минең”, тигәс кенә, уҡытыусы бер хәлгә килә.
Рәжәб Әхмәтов.
Сығанаҡ: https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2026-04-23/alkash-m-r-ay-a-y-sh-y-4663124