Иман
17 Августа 2021, 17:35

Иртәгә - Ғәшүрә көнө

Иртәгә - Ғәшүрә көнөИртәгә - Ғәшүрә көнө
Иртәгә - Ғәшүрә көнө

Был көндө ураҙала үткәрегеҙ! Ғәшүрә көнөндә тотҡан ураҙа өсөн үткән йыл ғөнаһтары ғәфү ителә, тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм.

Әлхәмдүлилләһ, мосолман календарының ун икенсе айы Зөлхиджә тамамланды, һәм хәҙер беҙ яңы йылдың беренсе айы – Мөхәррәмгә килеп керҙек. Мосолман календары пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) сираһының ҙур ваҡиғаһы – Мәккәнән Мәдинәгә күсенеү, йәғни һижрә йылынан һанала. Ошо һижри беренсе йылдан алып ислам дине Ғәрәп ярымутрауында ғына түгел, бөтә донъяла ла киң тарала башланы. «Һижри», йә «ай календарын» ошо йылдан һанауҙы бөйөк хәлифә Ғүмәр ибн Хаттаб ҡарар итте. Ул христиан календарынан ун, йә ун бер көнгә ҡыҫҡараҡ, шуға уның айҙары йылдың төрлө миҙгелдәрендә «шылып» йөрөй.

Мосолман айҙары ла ун ике. Мөхәррәм айының исеменә килгәндә, ул ғәрәп телендә «тыйылған» тигән мәғәнәгә килә. Ғалимдар ошо айҙың был исемен өс сәбәптә күрә: бәлки, был айҙа гөнаһ ҡылыуы башҡа харам айҙарынан ҡурҡынысыраҡ булғанға; бәлки Шайтанға, йәғни Иблискә, йәннәт ошо айҙа харам ҡылынғанға; бәлки, Мөхәррәм айында дошмандарға һуғыш иғлан итеү тыйылғанға. Өсөнсө фекер – иң дөрөҫө. (Шулай ҙа дошмандар үҙҙәре һөжүм иткән хәлдә һаҡланыу тыйылмаған). Шулай итеп, беҙ был айҙа ла гөнаһтарҙан нығыраҡ тыйылырға тейешбеҙ, Мөхәррәм айында харам ҡылмайыҡ. Хәҙерге көндә христиан айҙарын киң ҡулланғаныбыҙ өсөн, йыш ҡына «һижри календарының ниндәй айы әле?» тип уйлап та ҡуймайбыҙ, ә ҡайһы берәүҙәребеҙ бөтөнләй «христианса» йә «комунистарса» йәшәй: декабрь килеп еттеме, «Яңы йыл» тип йүгерекләй башлай, ғинуар айында – «Иҫке яңы йыл», февралда – «Совет армияһы көнө», мартта – «Ҡатын-ҡыҙҙар көнө», апрелдә – «Шаяртыу (дөрөҫөрәге “алдау”) көнө»… Быға тыуған көндәрҙе һәм «профессия байрамдарын» өҫтәһәк, һәр айҙа исламға хилаф килгән әллә нисә «байрам» үткәрелә һәм ғәмәл ҡылына. Был көндәрҙә хәмер эселмәһә лә уларҙы байрам тип һанау ҙа гөнаһ булыр ине, ә уларҙы «байрам итеү» рәүешен хәтерләп тә тормайыҡ…

Аллаһ Тәғәлә беҙгә айҙарҙы дөрөҫ һанауҙы бойороп, был эштең динебеҙ менән тығыҙ бәйләнештә булыуын белдертеп, ошолай ти: «Ысынлап та, Аллаһ Тәғәләнең айҙары – ун ике. Ул күктәрҙе һәм ерҙе яратҡанда уҡ шулай яҙылып ҡуйғайны. Был айҙарҙың дүрте – харам айы. Ошо – хаҡ дин. Ул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ... ». («Тәүбә» сүрәһе, 9:36 аят). Золом ҡылыу йылдың бөтә айҙары һәм көндәрендә лә тыйылһа ла, Аллаһ Тәғәлә дүрт айҙы айырым әйтеп киткән. Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): «Рамаҙандан һуң иң яҡшы ураҙа – Аллаһ Тәғәләнең Мөхәррәм айында» – тине. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Иғтибар итһәгеҙ, был хәҙистә Мөхәррәм «Аллаһтың айы» тип аталған, һәм был уның бөйөк дәрәжәһен иҫбатлай.

Пәйғәмбәребеҙгә (ﷺ) тиклем ғәрәптәр Сәфәр айын харам айы тип иғлан итеп, Мөхәррәм айындағы һуғышты рөхсәт иткәндәр ине. Ә был хәҙистә Мөхәррәмдең «Аллаһ айы» тип аталыуы уның әһәмиәтен тағы ла арттырған. Был хәҙискә шәрх – аңлатма – биргән Ән-Нә́үәүи имам шулай тигән: «Әгәр кемдер “хәҙистә әйтелгәнсә, Рамаҙандан һуң иң хәйерле ураҙа – Мөхәррәм айында икән, ни өсөн пәйғәмбәр (ﷺ) Мөхәррәмдә түгел, ә Шәғбән айында күберәк ураҙа тотҡан?” – тип һораһа, яуап шул: бәлки, Мөхәррәм айының фазиләте тураһында пәйғәмбәребеҙгә (ﷺ) һуңыраҡ, уның тормошоноң һуңғы йылдарында асылғандыр, һәм ул (ﷺ) был айҙа күберәк ураҙа тотоп өлгөрмәгән. Бәлки лә пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) тормошонда ниндәйҙер хәлдәр сығып торған да (сәфәр, ауырыу һ. б.) һәм улар уға Мөхәррәм айында ураҙа тоторға ҡамасаулаған».

Ибн Рәджәп хәбәр итеүенсә, ғалимдар араһында ҡайһы харам айының иң хәйерле булыуы тураһында төрлө фекерҙәр әйтелгән. Сәхәбәләрҙән һуң килгән тәбиғиндәрҙән булған Әл-Хә́сән Әл-Басри́ тигән бөйөк мәшһүр ғалимдың шундай һүҙҙәре килтерелә: «Аллаһ Тәғәлә йылды харам айы Мөхәррәмдән башлап уны икенсе харам айы Зөлжиджә менән тамамлаған. Һәм Рамаҙандан һуң Мөхәррәм кеүек бөйөк ай юҡ!». Мөхәррәм айында гөнаһ ҡылыу һәм һуғыштар ҡәтғи тыйылғаны өсөн, элек уның тағы бер исеме булған – «әл-әса́мм». Ғәрәп теленән был һүҙ (الأصمّ) «һаңғырау», «тығыҙ ябылған» тип тәржемә ителә.

Имам Ән-Нәсәи Әбү Ҙәрҙән ошондай хәҙис риүәйәт итә: «Мин пәйғәмбәрҙән (ﷺ) “Төндөң ҡайһы өлөшө иң хәйерле? Ҡайһы ай иң хәйерле?” – тип һораным. Ул: «Төндөң иң хәйерле мәле – уның уртаһы, ә иң хәйерле ай – һеҙҙең Мөхәррәм тип атаған айығыҙ» – тине. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан).

Мөхәррәм айының тағы ла бер үҙенсәлеге – уның «Ғәшүрә́» тип аталған унынсы көнө. Был көндө ураҙа менән үткәреү бик хуп күрелә. Бының турала хәҙистәр бар, шуларҙың ҡайһыларын килтерәйек.

Әр-Рубәййә бинт Мүғәүүиҙ тигән сәхәбә ҡатын һөйләүенсә, «Ғәшүрә көнөнөң уртаһында пәйғәмбәр (ﷺ) ансарҙар йәшәгән ауылға кешене ебәрҙе һәм уларға шуны әйтергә ҡушты: “Кем бөгөн ураҙа тотмай, шул көндөң аҙағына тиклем ашау һәм эсеүҙән туҡтаһын, ә кем иртәнән ураҙа тота, шул дауам итһен”. Бынан һуң беҙ ураҙа тоттоҡ һәм балаларыбыҙға ла быны ҡуштыҡ. Уларҙан кемдер асығып илай башлаһа, буялған йөндән уйынсыҡтар яһап, беҙ уларҙы ифтар ваҡыты еткәнсе әүерәтеп торҙоҡ». (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан).

Ибн Ғәббәс риүәйәт итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) Мәдинәгә килгәндә, йәһүдтәрҙең Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоуон күрҙе. Уларҙан был көн тураһында һорағас, йәһүдтәр: «Был бөйөк көн! Ошо көндә Аллаһ Тәғәлә Исраил улдарын уларҙың дошманынан ҡотҡарған, һәм Муса был көндә ураҙа тота башлаған» – тинеләр. Быға пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): «Мин һеҙгә ҡарағанда Мусаға яҡыныраҡ» – тине һәм үҙе лә ураҙа тота башланы һәм сәхәбәләргә лә быны бойорҙо. (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан). Ибн Ғәббәстән Ғәшүрә ураҙаһы тураһында һорағастар, ул: «Ғәшүрә көнөнән башҡа пәйғәмбәрҙең (ﷺ) ниндәйҙер көндө өҫтөнөрәк күргәне өсөн ураҙа тотоуон белмәйем. Шулай уҡ Рамаҙан айынан башҡа ниндәйҙер айҙы өҫтөнөрәк күргәне өсөн унда ураҙа тотоуо миңә билдәле түгел». (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан).

Шулай уҡ Әбү Ҡатәдә риүәйәт итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) шулай тине: «Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала булған кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йыл һәм быйыл ҡылынған гөнаһтарҙы юйыр тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа өсөн Ул үткән йыл гөнаһтарын юйыр тип өмөт итәм». (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан).

Тимәк, Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа үткән йылдың гөнаһтарын юя, шуға ошо көндө үткәреп ебәрмәгеҙ – мосолман календарына, дөрөҫ календарға иғтибар итегеҙ!

Пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺ) Аллаһ Тәғәлә хозурына күсергә бер нисә ай ҡалғас, ул: «Киләһе йылға тиклем ҡалһам, туғыҙынсы Мөхәррәмдә лә ураҙа тотасаҡмын» – тине. (Мүслим риүәйәт итте). Ләкин пәйғәмбәребеҙгә (ﷺ) киләһе Мөхәррәмгә тиклем йәшәргә насип булманы... Ә беҙгә Мөхәррәм айының туғыҙынсы көнөн дә («Тәсүғә́»), унынсы көнөн дә («Ғәшүрә́») ураҙа, истиғфәр, зикерҙәр һәм доғалар менән үткәрергә мөмкинселек бирелә.

Ғәшүрә көнө тотолған ураҙабыҙ ҡабул булып, үткән йыл хаталарыбыҙҙан таҙарынып, был йылды икенсе хәләт менән башларға, йылдың билдәле көндәрендә генә түгел, ә бөтә ваҡытта ла дөрөҫ мосолман булып йәшәргә яҙһын. Джәһилийәнән һәм уның байрамдарынан арынырға ярҙам итһен. Әмин.

Хәҙрәт И. Хәйбуллин.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас