Ҡылған доғалар йышыраҡ ҡабул ителә торған ваҡыттар:
* Аҙан менән ҡамәт араһында.
* Сәфәр мәлендә.
* Ауырыу хәлдә.
* Ямғыр яуған ваҡытта.
* Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғ-бәтулла күҙгә салынғанда.
* Ҡәғбәтулланың ҡара ташы алдында.
* Ғәрәфәт тауында.
* Дини ваҡиға һәм байрам көндәрендә.
* Дини байрам көндәрендә.
* Ҡөрьән сүрәләрен бағышлаған ваҡытта.
* Йома төндәрендә.
* Рәжәб айының беренсе төнөндә.
* Рамаҙан айында.
* Ураҙа тотҡанда.
Ашты «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип башларға, ашап туйғас, биргән ниғмәттәре өсөн Аллаһҡа шөкөрана итергә кәрәк. Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рәхмәт һәм ризалыҡты белдерергә тейеш:
Әлхәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәни үә сәҡани үә жәғәләни минәл-мүслимин. Аллаһүммә бәрик ләнә фиһи үә әтғимнә хайран минһү. Аллаһүммә әтғимнә ризҡан хәләлән үә әнтә хайрур-разиҡин. Аллаһүммә нәүүир ҡулүбәнә үәр-хәмнә үәр-ҙа ғәннә. Үә әғтинә тәмәмә ниғмәтикә үә дәүәмә ниғмәтикә үә тәмәмә тәүфиҡиҡ.
Бихүрмәти нәбиййик. Үәл-хәмдү, лил-ләһи раббил-ғәләмин.
* Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ.
* Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ.
* Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ.
* Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә, ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ.
* Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ, берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ.
* Аштан һуң ҡулдарығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.