

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә, быйыл ул 18 октябргә тура килә. Ә Рабиғел әүүәлдең 11-се кисе Мәүлит кисе булып тора.
Был төндә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән. “Мәүлит” – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм Миләди иҫәп менән 571-се йылда Рәбиғел әүүәл айының 12-һендә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр – Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай, әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе, халыҡ араһында абруйлы, ышаныслы ир булып буй еткерә.
Мәүлит, Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған көн – ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә Рәсуллулла йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы.
Йола буйынса, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр, салауат әйтәләр. Ислам динен тотоусылар һый-хөрмәт менән табын әҙерләп милләттәштәрен һыйлай.
Мәүлит шәриф кисәһендә Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, әжер сауаптарын Сахибел-Мәүлит-Шәриф Мөхәммәдел-Мостафа (салләл-лааһу ғәләйһис-үәс-сәләмгә бағышлау йөҙөнән 1000 мәртәбә
اللَّهُمَّ صَلِّ عَلى سَيِّدِنَا مُحَمًّدٍ النَّبِيٌِ وَ عَلَى آلِهِ وَ سَلِّمْ
Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мухәммәдинин-нәбиййил-үммиййи, үә ғәләә әәлиһи үә сахбиһи үә сәллим тип уҡырға кәрәк.
Мәүлит кисе мөбәрәк булһын!