Аллаһҡа шөкөр итеү ‒ байлыҡты, муллыҡты арттырыуҙың асҡысы булып тора.
Аллаһҡа яҡынайыуҙың асҡысы ‒ Уны зикер итеү.
Уңышлы булыуҙың асҡысы ‒ тәҡүәлек.
Тәүфиҡтең асҡысы ‒ Аллаһҡа ынтылыу һәм Уның язаһынан ҡурҡыу.
Доға ҡылыу Аллаһтан яуап килһен өсөн асҡыс булып тора.
✅ Ахирәт тормошона ынтылыуҙың асҡысы ‒ донъя ниғмәттәренә иҫ китмәү.
✅ Имандың асҡысы ‒ Аллаһ фекер итергә саҡырған нәмәләргә ҡарап уй йөрөтөү.
✅ Йөрәктең тереклеге өсөн асҡыс ‒ Ҡөрьәнде фекерләп уҡыу, төн аҙағында Аллаһҡа доғалар менән ялбарыу һәм гонаһтарҙан баш тартыу.
✅ Аллаһтың мәрхәмәтенә ирешеү өсөн асҡыс ‒ ғибәҙәтте урын-еренә еткереп башҡарыу һәм Аллаһтың ҡолдарына файҙа килтерерлек эштәр менән булышыу.
✅ Ризыҡтың асҡысы ‒ тәүбә һәм тәҡүәлек менән сәбәптәр ҡылыу.
✅ Көс-ҡөҙрәткә эйә булыу өсөн асҡыс – Аллаһҡа һәм Уның Пәйғәмбәренә (ﷺ) итәғәтлек.
✅ Ахирәткә әҙер тороуҙың асҡысы ‒ өмөттәр бағлағанда сама белеү.
✅ Бөтә изгелектең асҡысы ‒ Аллаһҡа һәм мәңгелек тормошҡа ынтылыу.
✅Бөтә яуызлыҡтың асҡысы ‒ был донъяны яратыу һәм өмөттәр бағлағанда сама белмәү.
Һәр изгелектең асҡысы булған кеүек, һәр яуызлыҡтың да асҡысы була. Уларҙы белеү яуызлыҡ ишектәрен асыуҙан һаҡланыу өсөн кәрәк.
✅ Тамуҡтың асҡысы ‒ Аллаһҡа тиңдәштәр ҡатыштырыу (ширк ҡылыу), тәкәбберлек, Аллаһты зикер итеүҙән, Уның хаҡтарын үтәүҙән һәм Пәйғәмбәргә (ﷺ) эйәреүҙән баш тартыу.
✅ Һәр гонаһтың асҡысы ‒ хәмер. Зинаның асҡысы ‒ йыр-моң. Насар уйҙарҙың, насар ғашиҡлыҡтың асҡысы ‒ ҡараш. Уңышһыҙлыҡтың һәм юғалтыуҙарҙың асҡысы ‒ ялҡаулыҡ һәм эшһеҙлек.
✅ Көфөрлөктөң асҡысы ‒ итәғәтһеҙлек. Ике йөҙлөлөктөң асҡысы ‒ яһалмалыҡ, ялғанлыҡ. Һаранлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ туғандар араһы боҙолоу өсөн асҡыс булып тора. Аллаһ рәсүленең (ﷺ) рисәләтен һанға һуҡмау ‒ бидәғәттәрҙең һәм аҙашыуҙарҙың асҡысы.
Имам Ибн әл-Ҡаййим.