Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Февраль 2022, 08:45

Бөгөн - Йома!

Бөгөн ЙОМА! Күңелдәргә Иман нурҙары тулһын! Тормоштарға шатлыҡ бөркөп - Йома мөбәрәк булһын!

Изге эштәр ҡылып ҡалайыҡ -
Изгелек ерҙә ятмаҫ!
Ҡайтарырға теләһәк тә,
Миҙгелдәр кире ҡайтмаҫ!

Ожмахтарға кергәндә лә,
Әҙер булыр яуабың!
Бөгөн ЙОМА! Иманлы бул -
Аллаһ бирер сауабын!

Ғаиләләр бәхет менән,
Ҡыуаныс менән тулһын!
Шөкөр генә булып йәшәйек -
ЙОМА мөбәрәк булһын!

Ирек Илһамлы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: