Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Февраль 2022, 16:50

Кодировка

Эсергә яратҡан ҡустыһын дин юлында булған, эсмәй, тартмай сәләмәт тормош алып барған ағаһы, бер нисек тә эсеүенән арындыра алмай. Өгөт-нәсихәт тә, әрләү-оялтыу ҙа ярҙам итмәй был насар ҡылығынан арындырырға.

Эсергә яратҡан ҡустыһын дин юлында булған, эсмәй, тартмай сәләмәт тормош алып барған ағаһы, бер нисек тә эсеүенән арындыра алмай. Өгөт-нәсихәт тә, әрләү-оялтыу ҙа ярҙам итмәй был насар ҡылығынан арындырырға.
Уны ҡурсалап ҡыш өйөнә яғырға, һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ булырға тырышһа ла тағы килеүенә ҡустыһы похмелдән ауырый, ағаһынан инәлеп баш төҙәтерлек аҡса теләнә.
Ағаһы иғтибар итмәй мейес алдында торомбаштарҙы болғаштырып гәзит уҡый.
-Ыстаааа... ҡаралҽ, ҡустым, бынауында пивоны (һыраны) Ҡытайҙа, кеше һейлегенән яһайҙар, тип яҙғандар. Белмәгәйнем әлҽе. Вәт, маладис ҡытайҙар, бҽр ниндәй отходтарын да әрәм итмәйҙәр, ниңә һыраны әсетеп расходланырға, әҙер сырье, беҙгә килгәнсе барыбер әсеп сыға поезд цистерналарында. Күптәр шул Ҡытай халҡы, оло бер ҡалаһының һейлектәрен йыйһалар ҙа бер цистерналыҡ йыйылалыр. Уҡы әле ... ҡыҙыҡлы яҙылған. Юғалтмай һалып алырмын, иптәштәргә уҡытырға...
Ерәнеүенән аҡтарып ҡоҫа башлаған ҡустыһының гәзит уҡырға хәле ҡайҙан булһын, ағаһының ҡулындағы гәзиткә ҡарай ҙа уҡшый икән.
Ул күрмәгәндә ағаһы гәзитте утҡа ырғыта, ҡустыһы шунан һуң һыраны эсә алмай, күрһә күңеле болғана икән.
Гөлдәр әбей яҙмалары.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: