Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Февраль 2022, 09:57

Ғәли Соҡорой 1872 йылғы карантин тураһында

1872 йылда ла карантин булған?! Ул турала шул йылда хаж ҡылған билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир һәм дин әһеле Ғәли Соҡорой былай тип яҙа:

Ғәли Соҡорой 1872 йылғы карантин тураһында
Ғәли Соҡорой 1872 йылғы карантин тураһында

1872 йылда хаж ҡылған билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир һәм дин әһеле Ғәли Соҡорой, ул осорҙа булған карантинды һүрәтләп, былай тип яҙа: "Беҙҙең карапта һатыуға тигән йөҙгә яҡын ат һәм һыйыр бар ине. Уларҙың бөтәһен дә ярға ебәреп, шулай уҡ карантинға яптылар. Ә беҙҙе карапта биш көн тоттолар. Ошо биш көндә беҙ ни тиклем алыҫҡа китә алыр инек! Күпме эш башҡарып, маҡсаттарына ирешергә мөмкин ине! Күпме аҡса, аҙыҡ-түлек үҙебеҙҙә ҡалыр ине. Был карантин хаж ҡылыусылар өсөн оло ғазап булып тора. Бөтөнләй булмаһа, күпкә тынысыраҡ булыр ине. Әммә был бөтә Европала илдәр килешеүе буйынса барған ғәмәл. Карантин иғлан ителһә, уға буйһонмау мөмкин түгел. Карантиндың бортта үтеүе беҙҙең өсөн бик уңышлы булып сыҡты. Яр буйындағы ҡайһы бер биналарға урынлаштырылһаҡ, мәшәҡәттәр күпкә артығыраҡ булыр ине. Мөлкәтебеҙҙе һаҡлау, барлыҡ йөктәребеҙҙе ярға ташыу өсөн кемделер ялларға тура килер ине. Беҙ үҙебеҙ бер урында, мөлкәт икенсе урында, шулай уҡ караптан карапҡа күсеү мәшәҡәттәре булыр ине. Был беҙҙе хафаға һалып, борсолоу, ғазап килтерер ине. Карантин төрлө ауырлыҡтарға, күңел төшөнкөлөгөнә әйләнер ине. Ә беҙ карапта ял итеп кенә торҙоҡ" (Ғәли Соҡоройҙың хажнамәһен тулыраҡ "Диәнәт" журналында уҡығыҙ).

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: