Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Февраль 2022, 11:35

Миғраж төнө - хикмәтле, мөғжизәле, бәрәкәтле төн

Бөгөн, рәжәп айының 26-һынан 27-һенә ҡараған кисендә бөтә донъя мосолмандары Миғраж кисен ҡаршылай.

Миғраж төнө - хикмәтле, мөғжизәле, бәрәкәтле төн
Миғраж төнө - хикмәтле, мөғжизәле, бәрәкәтле төн
Миғраж кисе, төнө бик хәйерле, сөнки нәҡ Миғраж төнөндә мосолмандарға 5 ваҡыт намаҙ индерелгән. Был хаҡта Ҡөрьән аяттары, Хәҙистәр һөйләй.
“Аяттарыбыҙҙың бер өлөшөн күрһәтәйем тип, бер төн эсендә илсеһен (Мөхәммәдте с.ғ.с.) Харам мәсетенән (Сәғүд Ғәрәбстанындағы Ҡәғбәтулланан) тирә-яғы ниғмәт-бәрәкәт менән тулы Әл-Аҡса (Иерусалимдағы) мәсетенә килтергән Аллаһ кәмселектәрҙән азат. Ул, ысынлап та, ишетеп, күреп тороусы”. (“Исра” (“Төнгө күсереү, йөрөү, Яҡуп улдары” сүрәһе (17-се) 1-се аят.)
Бохари сахих хәҙистәр йыйынтығында(1-се том, 8-се бүлек (намаҙ китабы), 1-се глава (төнгө сәйәхәт ваҡытында намаҙ уҡыу ҡушылыуы тураһында) , 211 (349-сы) хәҙистә Әнәс бин Маликтан (уға Әбү Зәрр еткергән, Аллаһ уларҙан риза булһын) пәйғәмбәребеҙҙең һөйләгәндәре еткерелә:
"Мин Мәккәлә сағымда минең өйөмдөң ҡыйығы асылып китте лә, унан Ябраил фәрештә килеп төштө. Ул, минең түшемде ярып, Зәмзәм һыуы менән йыуҙы. Унан мине Бураҡҡа атландырып, Ябраил фәрештә менән күктең иң аҫҡы ҡатына мендек. Унда Әҙәм ғәләйһис-сәлләм ине. Икенсе һәм артабанғы ҡаттарҙа Иҙрис, Муса, Ғайса, Ибраһим ғәләйһис-сәлләмдәр менән осраштыҡ. Шунан беҙ шундай юғары мендек, мин хатта фәрештәләрҙең Аллаһ бойороғо буйынса кешеләрҙең тәҡдирҙәрен Ләүхел Мәхфүзгә (Сохраняемая Небесная Скрижаль) ҡауырһын менән яҙған тауыштарын ишеттем. Аллаһы Тәғәлә минең өммәткә (мосолмандарға) көнөнә 50 намаҙ уҡырға бойорҙо. Ҡайтыр юлда мин Муса ғәләйһис-сәлләм эргәһендә туҡтаным. Ул минән Раббыбыҙ минең аша өммәтемә нимә бойорғанлығын һорашты. Мин көндәлек 50 намаҙ, тигәс, ул өммәтең быны эшләй алмай, кире Раббыбыҙ эргәһенә бар, кәметтер, тине. Мин Муса ғәләйһис-сәлләм менән Раббыбыҙ араһында көндәлек намаҙ 5-әүгә ҡалғансы йөрөнөм. Муса ғәләйһис-сәлләм, өммәтең уныһын да үтәй алмай, кире борол, һора, тиһә лә, мин: ”Аллаһы Тәғәлә миңә шуны аңларға бирҙе: был донъяла көнөнә 5 ваҡыт намаҙ уҡыһаҡ, беҙгә 50 намаҙҙың сауабы яҙыласаҡ“, - тинем.

Миғраж кисе- хикмәтле, мөғжизәле, бәрәкәтле кис. Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәребеҙгә ошо кистә бик аҙ ғына ваҡыт арауығында ожмахты, тамуҡ ыҙаларын, унда кемдәр эләккәнен күрһәтә. Был – пәйғәмбәребеҙ саллал лаһу ғәләйһи үә сәлләм менән булған мөғжизә – Мөхәммәт саллал лаһу ғәләйһи үә сәлләм Мәккәнән 2,5 мең саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Иерусалимдағы әл-Аҡса мәсетенә Бураҡҡа атланып (мулдан бәләкәй, ишәктән ҙур аҡ төҫтәге хайуан) алыҫ араны күҙ асып йомғансы үтә . Иерусалимда, Әл-Аҡса мәсетендә, ул үҙенән алда ергә килеп киткән пәйғәмбәрҙәргә имам булып, намаҙ уҡый. Ябраил фәрештә уның менән ете ҡат күккә аша, Сидратүл- Мөнтәһәгә етә, (ул 7 ҡат күктең өҫтөндә урынлашҡан - лотос крайнего предела) унан Бәйтүл-Мәғмүрҙе күрһәтәләр (унда көн һайын 70 мең фәрештә ғибәҙәт ҡыла, күктәге мәсет) , артабан Ябраил, янам тип, үтмәй, пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. үҙе үтә, Аллаһ менән һөйләшә. Шунда 5 ваҡыт намаҙ инә. Төнгө миғраждың әһәмиәте – 5 ваҡыт намаҙ индерелә, “Баҡара” сүрәһенең һуңғы аяттары төшөрөлә, Аллаһ бәндәләренең гонаһтарын ярлыҡай. Шуға был көндө, кисте изге эштәрҙә ярышып, күберәк доға ҡылып, нәфел намаҙҙар уҡып үткәреү сауаплы.
Интернеттан.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: