Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Март 2022, 11:20

Бер йыллыҡ яҙмыш билдәләнер көн

14-се шәғбанда ҡояш байығас та, Бәрәкәт кисәһе башлана. Быйыл был кисә 17 марттан 18-енә ҡаршы төнгә тура килә. Риүәйәттәргә ҡарағанда, кешеләрҙең бер йыллыҡ яҙмышы, бәхете, тормошондағы уңышы, рәхәт, етеш йәшәүе ошо кистә билдәләнә.

Бер йыллыҡ яҙмыш билдәләнер көн
Бер йыллыҡ яҙмыш билдәләнер көн

17 марттан 18-енә ҡаршы төн Бәрәкәт кисәһе – Тәүбә һәм гөнаһтарҙан арыныу кисәһе. Был кисәлә мосолмандар, Аллаһы Тәғәләнән үҙҙәренең һәм мәрхүмдәрҙең гөнаһтарын ярлыҡауын һорап, доға ҡыла. Был төндө Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең йыллыҡ яҙмышын билдәләй.

БЫЛ ИЗГЕ КИСӘЛӘ ГӨНАҺТАРҘАН АЗАТ БУЛЫУ, БӘХЕТКӘ ҺӘМ ИМЕНЛЕККӘ ИРЕШЕҮ КИСӘҺЕ БУЛЫП ТОРА. ТАП ОШО КӨНДӨ АЛЛАҺ ТӘҒӘЛӘ ҺӘР ӘҘӘМ ЗАТЫНЫҢ ЯҘМЫШЫН БИЛДӘЛӘЙ ҺӘМ КЕШЕЛӘРҘЕҢ БЕР ЙЫЛЛЫҠ БӘХЕТ-СӘҒӘТТӘРЕ БИЛДӘЛӘНЕП ҠУЙЫЛА.

БӘРӘКӘТ КИСӘҺЕНДӘ УҠЫЙ ТОРҒАН ДОҒА:

Аллаһүммә ин күнтә кәтәбетә исмии шәкыййән фии диүәәниль-әшкыйәәи фәмхуһүү үәктүбе фии диүәәнис-сүгәдәә. Үә инкүнтә кәтәбетә исмии сәгиидән фии диүәәнис-сүгәдәәи фәсбүтһү фәиннәкә культә фии китәәбикәль- кәриим. Йәмхуллааһү мәә йәшәәү үә йүсбит үә гиндәһүү уммуль-китәәбе.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: