Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Март 2022, 17:15

ҠУНАҠ МЕНӘН БЕРГӘ ФӘРЕШТӘЛӘР ИНӘ ӨЙГӘ (хикмәтле хикәйә)

Бер ҡатын Мөхәммәтﷺ пәйғәмбәргә иренең өйгә күп ҡунаҡ алып ҡайтыуына зарланған. Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ бер нимә лә өндәшмәгән, тик бер аҙҙан ҡунаҡҡа киләсәген хәбәр иткән.

ҠУНАҠ МЕНӘН БЕРГӘ ФӘРЕШТӘЛӘР ИНӘ ӨЙГӘ (хикмәтле хикәйә)
ҠУНАҠ МЕНӘН БЕРГӘ ФӘРЕШТӘЛӘР ИНӘ ӨЙГӘ (хикмәтле хикәйә)

Ирле-ҡатынлы быға ныҡ ҡыуанғандар, ҡатын кеше күп итеп тәмлекәстәр бешергән.

Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ уларҙа ҡунаҡ булғас, рәхмәт әйтә лә үҙе өйҙән сыҡҡанда тупһаға ҡарарға ҡуша. Тупһаны аша атлаған ҡунаҡ менән бергә төрлө ерәнес заттар ҙа - тараҡандар, бөжәктәр, селәүҙәр сыға икән. Хужалар таң ҡалған.Мөхәммәт пәйғәмбәрﷺ
әйләнеп ҡараған да: "Бына шулай һәр ҡунаҡ менән йорттан бөтә насар нәмә китә. Шуға күрә кешене асыуланмай, ихлас ҡаршы алыр кәрәк. Аллаһ Тәғәлә ҡунаҡсыл өйҙө һәм уның хужаларын ярата. Унда ҡот һәм бәрәкәт инә", - тигән.

Тағы бер хәҙистә былай тиелә: "Әгәр Аллаһ Тәғәлә кемгәлер яҡшылыҡ ҡылырға теләһә, уға ҡунаҡ рәүешендәге бүләк яһай. Ҡунаҡ менән бергә йортҡа муллыҡ килә, уның менән бергә хужаның гонаһтары китә". Йәнә бер хәҙистә: "Ҡунаҡ килмәгән өйгә фәрештәләр инмәй", - тиелә.

 (Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА)

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: