Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Март 2022, 12:45

Хуш киләһең, изге Рамаҙан!

1 апрелдә ҡояш байыу менән ураҙаға аяҡ баҫабыҙ. 2 апрель – изге Рамаҙан айының тәүге көнө. Төркөмдәштәребеҙҙең һорауы буйынса апрель айына намаҙ уҡыу ваҡытын бирәбеҙ. Ваҡыты беҙҙең район өсөн эшләнелгән.

Аллаһ Тәғәлә беҙҙе яҡшы эштәр өсөн сауаптар арттырып яҙыла һәм гонаһтар ғәфү ителә торған, кешеләрҙең дәрәжәләре артҡан бәрәкәтле осорҙар менән бүләкләгән. Бындай мәлдәрҙә иманлылар уңышҡа ирешә, иманһыҙҙар иһә, киреһенсә, күп әжер-сауаптан мәхрүм ҡала. Рамаҙан айы – шундай бәрәкәтле осорҙарҙың береһе.  

"Ейәнсура таңдары" гәзитенең 1 апрелдә сығасаҡ һанындағы махсус бите  ошо изге айға һәм был айҙа үтәлә торған иң бөйөк ғибәҙәт – ураҙа ғәмәленә арналасаҡ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: