Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Апрель 2022, 14:12

Ил, халыҡ именлеген хәстәрләп

29 мартта район хакимиәтендә Дәүләт конфессия-ара мәнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Ауылдарҙағы мәсеттәрҙән килгән дин әһелдәре ҡатнашҡан сараны   хакимиәт башлығы Дәмин Юланов алып барҙы. 

- Йылдан йыл халыҡтың иманға ҡарата ҡарашы үҙгәреүе, дин юлына баҫыусылар артыуы ҡыуандыра. Районда әле 25 Аллаһ йортто эшләй. Йыл һайын ауыл халҡы тырышлығы, яҡташтар ярҙамы менән яңыларына нигеҙ һалына, төҙөлә, асыла.

Районда әле 25 Аллаһ йортто эшләй. Йыл һайын ауыл халҡы тырышлығы, яҡташтар ярҙамы менән яңыларына нигеҙ һалына, төҙөлә, асыла. Былтыр Байдәүләттә халыҡ аҡсаһына төҙөлгән мәсет эшләй башланы, Сәғиттә оҙаҡ йылдар төҙөлөп килгән мәсет тә асылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Өмбәт, Ғәббәс, Мәзит ауылдарында бер мәсет тә юҡ. Халыҡ никах уҡытыу, сабыйҙарға исем ҡушыу өсөн Иҫәнғолға йә башҡа ауыл мәсеттәренә йөрөне. Шуға күрә өмбәттәр дәррәү күтәрелеп сығып, иман йорто төҙөү буйынса бик әүҙем эш алып баралар. Етерлек аҡса йыйҙылар, “Һаумыһығыҙ, Ауылдаштар!” байрамында асырбыҙ. Унан тыш бик ҙур мәсет төҙөлә Юлдыбайҙа. 

Районда мәсеттәр эшләй, шуныһы ҡыуандыра: уларҙы күберәк авторитетлы имамдар етәкләй. Был ауылды тәртиптә тоторға ярҙам итә. Тик ҡайһы бер ауылдарҙа имамдар юҡ, мәҫ. Вәлишәлә, Ҡужанаҡта һәм Әбүләистә. Беҙ бергәләп ошо һорауҙы хәл итергә тейешбеҙ, – Дәмин Марат улы шулай уҡ проблемалар тураһында ла һөйләп китте.

Украинаға бәйле    һуңғы осорҙағы хәл-ваҡиғалар, хаҡтарҙың, эшһеҙлектең артыуы, ауылдарҙа суррогат алкоголь һатылыуы ла башлыҡ телмәренән ситтә ҡалманы. Берҙәм булып, бергә эш алып барһаҡ, беҙ был ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ.

Йәмғиәтте ағыулаусылар – халыҡҡа суррогат һатыусыларҙы тотоу буйынса эштәр бара, дүшәмбе Вәлишәлә һатыусыны тотоуға ирешкәндәр, Иҙелбәктә балаға һатыу осрағын асыҡлағандар. Былар   полиция, ауыл биләмәһе башлығы менән бергә алып барыла. Ошо контрафакт араҡы һатыусылар менән  дин әһелдәре, ирҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән бергә һөйләшеү алып барһа – һөҙөмтәлерәк булыр ине.  Тағын бер ҙур бәлә – суицид. 2018 йылда 26 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалһа, 19-сы йылда был һан ун бергә төшкән. 2020 йылда суицидтың ете факты асыҡланһа, 21-се йылда был һан тағы ун бергә еткән, ә 2022 йылдың ғинуар-февралендә суицидтың ете факты асыҡланған. Был йүнәлештә эштәр дауам ителһә, әлеге һандарҙы кәметергә булыр ине.

Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Хәбир Танһыҡҡужин район ауылдарында экстремистик йүнәлештә эш алып барған кешеләр күренһә, был турала биләмә башлығын, участковыйҙарҙы иҫкәртеү  кәрәклеге тураһында белдерҙе. Бындай эштәр өсөн статья ҡаралған, ҡыуанысҡа күрә, әлеге ваҡытта беҙҙең районда бындай граждандар юҡ. Шулай уҡ контрафакт араҡы һатыусылар менән эштәр, алда торған Ҡорбан, Ураҙа байрамдарына әҙерлек тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китте.

Алда торған ҙур, изге торған Рамаҙан айын үткәреү тураһында Иҫәнғол мәсете имамы Хажи Фәрит хәҙрәт Вәлиев сығыш яһаны.

Бик кәрәкле һәм халыҡ өсөн көнүҙәк булған темалар тураһында һөйләшелде, кәңәшләшелде был ултырышта. Шулай уҡ  Самаҙы ауылы мәсетенә имам ҡуйыу, байрам осоронда балаларҙы мәсеткә йәлеп итеү, аттестация срогының ураҙа осоронда сығыуы һ..б. тураһында  һораусыларға тулы яуаптар бирелде.

Тулыраҡ гәзит биттәрендә яҡтыртылды. 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: