Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Апрель 2022, 16:50

Ураҙа тотоу еңелерәк булһын тиһәгеҙ

Ураҙа тотоу еңелерәк булһын өсөн бер нисә кәңәш:

Ураҙа тотоу еңелерәк булһын тиһәгеҙ
Ураҙа тотоу еңелерәк булһын тиһәгеҙ

    Ураҙа тотоу еңел булһын өсөн               1.Ураҙа тотҡан ваҡытта көн торошон белеү мөһим . Әгәр көн һыуыҡ торһа, былау кеүек туҡлыҡлыраҡ аҙыҡ ашап, һыуҙы әҙерәк эсергә була. Сөнки көндөҙ йылыныу өсөн кешегә туҡ булыу яҡшыраҡ. Ныҡ тирләтмәгәс, һыу, сәй һәм башҡа эсемлектәр ул тиклем кәрәкмәй. Ә көн, киреһенсә, эҫе торһа, ашты шыйығыраҡ итеп, күберәк ашағыҙ. Ләкин үтә күп эсеү ҙә дөрөҫ түгел, сөнки кеше тирләп, тағы ла нығыраҡ һыуһай . Беҙҙең яҡта ураҙа йәй һәм яҙ миҙгелдәренә тура килгәндә күптәр сәхәрҙән һуң йоҡларға ята. Ошо мәлдә һаҡ булығыҙ: әгәр ҡояш нурҙары төшкән йылы урында йә үтә ҡалын юрған аҫтында оҙаҡ йоҡлаһағыҙ, һыуһап килеп торасаҡһығыҙ. Ә кискә тиклем тағы әллә нисәмә сәғәт түҙергә кәрәк! Шуға йоҡлағанда тирләмәҫкә тырышығыҙ.Ҡайһы бер ризыҡтар ныҡ һыуһата (балыҡ (етмәһә, тоҙло булһа), ҡәһүә, шәрбәтле тәм-том, ныҡ майлы аҙыҡтар). Ураҙа ваҡытында бының кеүек ризыҡтарҙы ифтарҙа ашаһағыҙ ҙа, сәхәр ваҡытында уларҙан тыйылып тороғоҙ.Ураҙа тотҡан ваҡытта бик мөһим нәмә – кешенең ураҙа тотоуға ныҡлап ниәтләүе мөһим. Әгәр ул үҙен йәлләүсән булып: «Аһ, ҡасан ғына ашайым инде? Ҡасан эсергә була инде?» – тип уйланып йөрөһә, ураҙа бик ауыр тойоласаҡ. Әгәр инде: «Был ғына нимә ул. Ҡайһы бер кешеләр дауаланам, тип кенә лә 24 сәғәт буйы ашамай. Мин дә түҙермен әле», – тип үҙен дәртләндерә белһә, уның тәне лә ошо “бойороҡтар”ға итәғәт итә башлай.Ураҙаны ҡыйынлаштырған тағы бер насар ғәҙәт – ифтар ваҡытын көтөп, эшһеҙ “ыҙалап” ултырыу йә ятыу. Киреһенсә: «Ураҙа бөтөүгә ике сәғәт кенә ҡалды, ошо нәмәне эшләп өлгөрһәм ине», – тип ең һыҙғанып, ниндәйҙер оло ғына эште башлап ебәрергә кәрәк. Мәҫәлән, күрше ауылға эш буйынса барып ҡайтыу, утын ярыу һәм башҡаһы. Шулай итеп, ниндәйҙер эш менән булышып, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. 6.Файҙалы хәйләләрҙең тағы береһе – организмды ҡыйыныраҡ хәлдәрҙә сыныҡтырыу. Мәҫәлән, быға тиклем: “Асығырмынмы икән көнө буйы?” – тип, ике-өс тәрилкә ашай торған булһағыҙ, бөгөн әҙерәк ашап, әҙерәк эсеп йөрөп ҡарағыҙ. Үҙегеҙ аңларһығыҙ – бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ. Тора-бара сәхәрҙә бер финик һәм бер стакан һыу менән сикләнеп булыуын аңларһығыҙ. Тәнде ауырыраҡ шарттарға өйрәтеүҙең тағы ла бер сараһы – башҡа кешеләр “ураҙала быны эшләп булмай ул” тигән нәмәләрҙе башҡарып ҡарау (утын ярыу, бесән сабыу һ.б.). Әлбиттә, һаулыҡҡа зыян килергә тейеш түгел, ләкин кешенең тәне һеҙ үҙегеҙ ҙә белмәгән ауыр эштәргә һәләтле. Тик беҙ үҙебеҙҙе йәлләргә яратабыҙ шул. Әгәр ураҙа ваҡытында көн бик эҫе тороп, ә һеҙ ауыр эш башҡарырға мәжбүрһегеҙ икән, ул эште иң эҫе мәлгә тура килтермәгеҙ – йә иртәнге һыуығыраҡ ваҡытта, йә ҡояш баш осонан үтеп байыу яғына киткәс эшләгеҙ.Йыш ҡына кешеләр: “Ураҙа ваҡытында ныҡ һыуһата, шуға тота алмайым”, – тип зарлана. Һыуһынды баҫыуҙың еңел бер ысулы – һыу инеп сығыу. Ураҙа көнөндә ипләп кенә, ауыҙға һыу индермәй, йылғаға, күлгә йә душҡа инеп сыҡһаң һәм тәнеңде һыуытып алһаң, һыуһын баҫыла. Ғөмүмән, быға оҡшаш “хәйләләр”ҙе белмәһәк тә (элек мосолмандар ошондай күнекмәләрҙе “риязәт” тип атаған, ләкин хәҙерге заманда риязәтте күп кеше “спорт” тип кенә аңлай). Беҙ шуға инанғанбыҙ: ураҙа – ул ғибәҙәт. Ә ул, ни тиклем ауыр булмаһын, кеше өсөн изге нәмә. Ураҙа тотоп йөрөгән ваҡыттың һәр секунды бөйөк ғибәҙәт булғанын аңлап торһаҡ, беҙ бар ауырлыҡҡа ла әҙер булыр инек. Әле һанап үткән нәмәләр физик сәбәптәр булһа, ураҙаның ҡәҙерен белеү – бөйөк рухи фактор, һәм ул һигеҙ түгел, һикһән хәйләнән дә өҫтөн.

Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин.

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите төркөмө

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: