Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Апрель 2022, 14:22

Ҡәҙер кисе ҡасан була?

Йылдың иң мөһим кисе ҡайһы көндә булыуы аныҡ ҡына билгеле түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с.: “Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун таҡ көнөндә эҙләгеҙ”, – тине. Бер Ҡәҙер кисе мең айға торошло. Кем дә кем Ҡәҙер кисендә ихлас күңелдән, Аллаһҡа ышанып тәүбәләр ҡылһа, ул кешенең бөтә гонаһтары ла ғәфү ителер, юйылыр. Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙҙән һораны: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?” – тиеп. Пәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе: ”Аллаһуммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии“.  Йәғни: ”Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине.” Аллаһы Субхәәнә үә Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, тәсбих-зикерҙәребеҙҙе, төнгө ғибәҙәттәребеҙҙе, тәүбәләребеҙҙе ҡабул итеп, ил-йорттарыбыҙға тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ, ғәиләләребеҙгә мөхәббәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ, динебеҙгә ҡеүәт һәм ураҙа айында алған күркәм тәрбиәне, сабырлыҡты, йыл дауамында, йә иһә ғүмеребеҙ буйына дауам иттерергә насип итһен. Амин!

Йылдың иң мөһим кисе ҡайһы көндә булыуы аныҡ ҡына билгеле түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с.: “Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун таҡ көнөндә эҙләгеҙ”, – тине.

Бер Ҡәҙер кисе мең айға торошло. Кем дә кем Ҡәҙер кисендә ихлас күңелдән, Аллаһҡа ышанып тәүбәләр ҡылһа, ул кешенең бөтә гонаһтары ла ғәфү ителер, юйылыр.

Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙҙән һораны: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?” – тиеп.

Пәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе: ”Аллаһуммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии“. 

Йәғни: ”Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине.”

Аллаһы Субхәәнә үә Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, тәсбих-зикерҙәребеҙҙе, төнгө ғибәҙәттәребеҙҙе, тәүбәләребеҙҙе ҡабул итеп, ил-йорттарыбыҙға тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ, ғәиләләребеҙгә мөхәббәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ, динебеҙгә ҡеүәт һәм ураҙа айында алған күркәм тәрбиәне, сабырлыҡты, йыл дауамында, йә иһә ғүмеребеҙ буйына дауам иттерергә насип итһен. Амин!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: