Бөтә яңылыҡтар
Иман
24 Апрель 2022, 14:19

Рамаҙан — Ҡөрьән индерелгән ай, ә Ҡөрьәндең инә башлаған ваҡыты — Ҡәҙер кисе

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисе хаҡында: "Ошо кисте изге Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнең бер таҡ кисендә эҙләгеҙ", - тигән.

Рамаҙан — Ҡөрьән индерелгән ай, ә Ҡөрьәндең инә башлаған ваҡыты — Ҡәҙер кисе
Рамаҙан — Ҡөрьән индерелгән ай, ә Ҡөрьәндең инә башлаған ваҡыты — Ҡәҙер кисе

Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Минең өммәтемә Аллаһ уға тиклем йәшәгән бер халыҡҡа ла бирмәгән Ҡәҙер кисен индерҙе», — тигән.«Уны — Ҡөрьәнде — Беҙ мөбәрәк бер кистә индерҙек, — тиелә аяттарҙа, — һәм хикмәтле нәмәләрҙең бөтәһе лә ошо кистә хәл ителә».

Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ярҙамынан ташламаһын! Рәхимле, бәрәкәтле, иманлы ғүмер юлы кисерергә яҙһын һәр беребеҙгә!  Аллаһ Тәғәлә гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итһен🤲! Хәйерле, еңел, бәхетле тәҡдир бирһен. Һәр кемгә иман нуры биреп, һаулыҡ, сәләмәтлек, именлек, хәләл ризыҡ насип итһен ине🤲! Шулай уҡ ғәилә бәхете, ил тыныслығы, хәйерле ғилем бирһен. Әмин! 🤲🤲🤲!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: