Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Апрель 2022, 15:03

Быйыл фытыр саҙаҡаһы күләме күпме?

“Хәйерле көн, “Ейәнсура таңдары”! Йыл да изге ураҙа айы тамамланғас фытыр саҙаҡаһы бирәбеҙ. Быйыл уның күләме күпме икән? Уны кемдәргә биргәндә һауаплыраҡ?” С. Кәримова. Был һорауға яуапты Иҫәнғол мәсете имамы хажи Фәрит хәҙрәт Вәлиев бирҙе:

- Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһү! Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын! Фытыр саҙаҡаһына килгәндә, уны донъяһы етеш кеше рамаҙан айында бирә. Бигерәк тә ураҙаның һуңғы көндәрендә, Ғәйет алдынан биреп, байрам итергә мөмкинлеге булмаған мосолманды ҡыуандырһаң, тағы ла һәйбәтерәк. 

Фытыр саҙаҡаһы ла, зәҡәт менән ғөшөр кеүек, фәҡир кешеләргә генә бирелер. Ауырлыҡ менән донъя көткәндәргә фитыр саҙаҡаһы биреү мотлаҡ түгел. Әгәр ҙә бирергә ниәтләһәләр, үҙҙәренән дә фәҡирерәк кешегә биреү тейеш.

Быйыл фытыр саҙаҡаһының иң кәме кеше башына 150 һум менән иҫәпләнә. Ҡалғанын үҙҙәре, мөмкинлегенә ҡарап, күпме теләй – шунса бирә ала. Уны  мохтаждарға, етем балаларға, юлда аҡсаһыҙ ҡалғандарға, шулай уҡ ике-өс туғандарға ла бирергә була. Тик һуңғылары быға мохтаж булырға тейеш.

Донъяһы етеш кешегә үҙе һәм сабый балалары исеменән фытыр саҙаҡаһы биреү үәджиб. Ҡатыны һәм балалары бәлиғ булып, етеш йәшәһә, фытыр уларҙың үҙҙәренән тейеш.

 

30 апрель – һуңғы тәрәүих

1 май – ураҙаның аҙаҡҡы көнө

2 май – Ураҙа байрам

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: