Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Июнь 2022, 11:20

Ураҙа менән Ҡорбан байрамдары араһында никах уҡытырға яраймы?

Халыҡта "ике ғәйет арасында никах уҡытырға ярамай", тигән һүҙ йөрөй. Дин буйынса ике ғәйет араһында никахлашыу ысынлап та тыйыламы?

Ураҙа менән Ҡорбан байрамдары араһында никах уҡытырға яраймы?
Ураҙа менән Ҡорбан байрамдары араһында никах уҡытырға яраймы?

"Ислам динендә “ике ғәйет араһында никахлашыу тыйыла” тигән ҡағиҙә юҡ. “Ярамай” тиеүселәр шәриғәт хөкөмдәренә түгел, ә төрлө имеш-мимештәргә таяна. Дөрөҫлөктә иһә Ҡөрәндә лә, хәҙистәрҙә лә Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре араһында никахлашыу хәрәм тигән тыйыу юҡ. Киреһенсә, мәғлүм булыуынса, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең Әбү Бәкер ҡыҙы Ғәйшәгә Рамаҙан айынан һуң килеүсе Шәүүәл айында никахланғаны билдәле.

Никах изге ғәмәлдәрҙән санала. Ә изгелекте ҡасан ҡылһаң да дөрөҫ була. “Рамаҙан айында никах уҡытырға ярамай” тигән фекер ҙә дөрөҫлөккә тура килмәй, сөнки динебеҙҙә ундай тыйыу юҡ. Эйе, ҡайһы берәүҙәр ғаилә ҡороуҙы Рамаҙан айына билдәләмәй, сөнки ураҙала көн дауамында мәжлес ойошторорға, йәғни ашарға-эсергә ярамай. Әмма ахшам намаҙына бер сәғәт ҡала йыйылып никахтың рәсми өлөшө үткәрелһә, ҡояш байығандан һуң иһә мәжлес табын алдында дауам ителһә – дөрөҫ була.

 “Ғәйет көндө никах уҡытырға яраймы?” – тип тә һорайҙар. Шәриғәт буйынса ғәйет көндәрендә никахлашыу тыйылмый, ләкин дини байрамдар ваҡытында имамдарҙың, ғәҙәттә, мәшәҡәттәре күп була, шуға күрә был осраҡта никах мәжлесе мәсьәләһен алдан килешергә кәрәк: имам ризалыҡ бирһә – үткәрергә мөмкин.

Һүҙ уңайынан шуныһын да билдәләп үтергә кәрәктер: “кәбисә йылында (високосный год) өйләнешергә ярамай” тигән фекер ҙә – диндән йыраҡ булған кешеләрҙең уйҙырмаһы. Пәйғәмбәребеҙҙең (уға Аллаһының сәләме һәм рәхмәте булһын): “Диндең зәғифләнгәнен шунан белерһегеҙ – кешеләр төрлө ырым-шырымдарға, хөрәфәттәргә ышана башларҙар һәм быны дин булараҡ ҡабул итерҙәр”, – тип әйтеп ҡалдырыуы беҙҙең өсөн был йәһәттән киҫәтеү булып тора. Шуны онотмаһаҡ ине", тип яҙа Ришат хәҙрәт Ҡурамшин.

Сығанаҡ: “Ҡыҙыл таң

Фото: almode.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: