Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Июль 2022, 10:00

Ҡорбан ҡағиҙәләре һәм йолалары

Аллаһ насип итһә, иртәгә, 9 июль – мөбәрәк Ҡорбан ғәйете – Ғәйд әл-әҙха. Мосолман донъяһында ике иң ҙур байрамдың береһе булған Ҡорбан ғәйете айҡанлы Иҫәнғол мәсете имамы Фәрит хәҙрәт Вәлиев менән ҡорған әңгәмәне сайтта уҡырһығыҙ.

 Әссәләмү ғаләйкүм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү! Ҡорбан ғәйете хаҡында ни әйтерһегеҙ?

  • Үә ғаләйкүм әссәләм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү! Килеп етеп килгән Ҡорбан ғәйеттәрен күрергә насип иткән Раббыбыҙ Аллаһуның үҙенә маҡтауҙарыбыҙ булһын! Ҡорбан ғәйете ул – Аллаһҡа яҡынайыу. Раббыбыҙ кешеләрҙе бәхетле булһын өсөн яратҡан, әҙәм балаһы бәхетле булһын өсөн Аллаһҡа ышанырға тейеш һәм Аллаһ ҡушҡанса йәшәргә тейеш. Шул саҡта әҙәм балаһы бәхеткә ирешә ала. Йылына бер мәртәбә Ҡорбан ғәйете көнөндә ҡорбан салабыҙ. 10-сы зөлхизәлә, йәғни 9 июлдә, ғәйдел – ғәйет намаҙынан һуң   бер ҡорбан салып, яҡындарын, күршеләрен һәм фәҡирҙәрҙе хөрмәт ҡылыу үәджибтер.

– Ғәйеттең тәртиптәре?

  • Ғәйеттең тәртибе шулай: иртәнсәк тороп, ҡояш сығып бер сәғәт үткәс, иртәнге намаҙға барабыҙ.  Ҡорбан намаҙын уҡыу шулай уҡ үәджиб. Ир-егеттәр ҡорбан ғәйете намаҙын уҡырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар барһа ла була, бармаһа ла ярай.

Ике рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Имам имам булып, башҡалар эйәреп уҡый. Ҡорбан ғәйетенең айырмаһы шунда, “Әл-Фәтихә” сүрәһен уҡырҙан алда, өс мәртәбә тәҡбир әйтәбеҙ. Һуңғы рөҡүғтан алда өс мәртәбә тәҡбир әйтәбеҙ ҙә, дүртенсеһен әйтеп, рөҡүғҡа китәбеҙ.  Шул намаҙҙан һуң доғалар ҡылабыҙ ҙа ҡорбан салырға таралышабыҙ.

Ҡорбан ниндәй көндәрҙә салына һәм ҡорбанлыҡ мал ниндәй булырға тейеш?

– Байрамдың беренсе, икенсе, өсөнсө көнөндә салһаҡ, ҡорбан ҡорбандан китә.  Ҡорбан салыу аҡылы булған, бәлиғ йәшенә еткән, тормошо етеш булған, мөмкинлеге булған  кешегә ул үәджиб, әлхәмдүллиләһ. Үәджиб – ул фарыздан ҡала үтәлергә тейеш хеҙмәт. Мөмкинлегебеҙ бар икән, беҙ иң кәмендә һарыҡ салырға тейешбеҙ. Бер кешегә – бер һарыҡ йәки кәзә.

Ҡорбанлыҡ өсөн бөтөн ағзалары теүәл булған, сәләмәт, ҙур мөгөҙлө һимеҙ мал хәйерлерәк. Үтә ныҡ ябыҡ, йөрөй алмаҫ дәрәжәлә сатан, ҡолағының, мөгөҙөнөң йә ҡойроғоноң өстән бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан, бер күҙе һуҡыр үә ҡолаҡһыҙ, йә ҡойроҡһоҙ мал ҡорбанлыҡ өсөн ярамай.

  • Ҡорбанды алдан салып, әҙерләп ҡуйырға яраймы?
  • Ҡорбан ғәйет намаҙы уҡығандан һуң ғына салына. Алдан ярамай. Кистән, йәки иртән, ғәйет намаҙына тиклем салып әҙерләп ҡуйыу дөрөҫ булмай, ул ҡорбандан китмәй. Был ғәмәлде Раббыбыҙ Аллаһтың аятына таянып ҡылабыҙ. “Әл-Кәүҫар” сүрәһендә былай тип әйтелә: “Биссмилләәһи-ррәхманир-ррахим. Иннәә әғтайнәәкәл-кәүҫар. Фәсалли ли-раббикә үәнхали”. Тәржемәһе: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Беҙ, ысынлап та, һиңә муллыҡ бирҙек. Шуның өсөн раббыңа намаҙ уҡы, ҡорбан сал!”  Йәғни мин һиңә күп ниғмәттәр бирҙем, шулай булғас, намаҙ уҡы, ҡорбан сал, ти. Шуға таянып, беҙ тәүҙә намаҙ уҡыйбыҙ, шунан ҡорбан салабыҙ. Ғалимдар шулай тип өйрәтә.

Ҡорбан итен нисек бүлергә?

  • Бай кешегә шундай хөкөм бар: бай кеше өстән берен үҙендә ҡалдыра ала, өстән беренә ҡунаҡтар саҡыра, өстән берен тарата. Был – мотлаҡ.
  • Бай кеше тип кемдәр һанала?
  • 32 мең һум ирекле аҡсаһы булған кеше бай тип һанала. Йәки шул суммала алтын-көмөшө, малы, тауары, йә ҡиммәтле ҡағыҙы (мәҫәлән, акция) булырға мөмкин. Әгәр шундай мөмкинлеге бар икән, шул кеше ҡорбан салырға тейеш.
  • Ә бындай суммаһы булмаған кеше ҡорбан салмаһа ла яраймы?
  • Сала ала, итте үҙенә генә лә тотона ала. Яҡындарын саҡырып, табын ҡорһа ла ярай – уныһы уның иркендә.
  • Ҡорбан итен таратһаң да яраймы?
  • Ярай, көн дә ит ашай алмаған мохтаж ғаиләләргә таратып бирһәң – сауап ҡына. Раббыбыҙ күреп тора, белеп тора.

Ҡорбанды кем   салырға тейеш?

  • Ҡорбанды мосолман салырға тейеш. Ул бәлки, намаҙ уҡымайҙыр ҙа, әммә Аллаһының барлығына ышанған, тәһәрәт алған, доға ҡыла белгән кеше булырға тейеш. Бында иң мөһиме: “БиссмиЛлаһи Аллаһу әкбәр”, йәғни “Аллаһ – бөйөк” тип салынырға тейеш. “БиссмиЛлаһ” менән салынған ит кенә хәләл була. Һәм ниәт дөрөҫ булырға тейеш. Аллаһыбыҙ күреп тора, ул биргән малды Уның ризалығы өсөн ҡорбан килтерәбеҙ.

Иң һәйбәте хужа кешенең үҙенең салыуы, инде сала алмай икән, башҡа кешенән салдырһа ла була.

Ҡорбанлыҡтың тиреһен, баш-тояғын, эс-ҡарынын ташларға буламы, әллә эшкәртеү мотлаҡмы?

  • Әгәр ташлаһаҡ, ул исраф тип атала. Башын-тояғын өтөп, эс-ҡарынын эшкәртеп, аш итеп ашаһаҡ, һәйбәт була. Тиреһен элек эшкәртеп, тун тектерер өсөн хәйер итеп биргәндәр. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тапшырырға урыны ла, алыусыһы ла юҡ. Был осраҡта күмәбеҙ. Баш-тояғын, эс-ҡарынын бик тә эшкәртә алмаһағыҙ – күмергә була. Берәүҙәр яндырырға ти, әммә йән эйәһенең тәнен яндырырға ярамай. Эткә бирергә мөмкин. Эттең дә өйҙә бәйҙә торғаны, хеҙмәт иткәне, көтөү көткәне булырға тейеш. Урамда йөрөгән хужаһыҙ эттәргә бирергә ярамай. Эт һөйәктәрен ашап бөтмәһә, уны йыйып, күмеп ҡуйырға кәрәк.
  • Эс-ҡарынды йыуып, таҙалап һалып ҡуйып, һуңынан тотонһаң да яраймы?
  • Әлбиттә, ярай.
  • Ҡорбанлыҡтың йәше тураһында ла әйтһәгеҙ.
  • Ҡорбан ителәсәк һарыҡ йәки кәзәнең – бер йәше, һыйырҙың – ике йәше, дөйәнең биш йәше тулған булыуы кәрәк. Һимеҙ һәм ҙур булһа, ярты йәшлек һарыҡты ла ҡорбан ҡылырға була.
  • Ҡорбан ашы уҙғарыу мотлаҡ тейешлеме? Әллә үҙеңдең ғаиләң, балаларың менән генә лә табын ҡорһаң яраймы?
  • Был байрам – ғаилә байрамы. Туғаныңды саҡыра алаһың икән, һәйбәт, саҡыра алмаһаң – ғәйеп юҡ. Ғаиләң менән байрам табыны үткәрһәң – шул да ярай.
  • Ҡорбан ашында хәйер таратыу мотлаҡмы?
  • Мотлаҡ түгел. Таратһаң да була, таратмаһкаң да ғәйеп юҡ.
  • Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Әссәләмү ғаләйкүм!
  • Килеп етеп килгән ғәйет байрамы менән ҡотлайбыҙ! Аллаһ тәғәләнең рәхмәте булып, салған ҡорбандарыҙы ҡабулдарҙан ҡылһын. Илдәр тыныс булһын, донъялар имен булып, үҙебеҙ һау-сәләмәт булып, киләһе байрамдарҙы ла күререгә насип итһен. Үә ғаләйкүм әссәләм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү!
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: