Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Июль 2022, 15:15

Тоҙ – изге ризыҡ

Аят уҡылған мәжлестәрҙә мулла алдына тоҙ ултыртыу тураһында

Беҙҙең гәзит архивынан

Шәйшәриф хажи Юлтимеровтың “Ейәнсура таңдары” гәзитенең 2011 йылдағы һандарының береһендә баҫылған яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡөрьән уҡылған мәжлестәрҙә мулла алдына бер нисә һауыт менән тоҙ ултырталар. Бындай тәртип шәриғәт ҡанундарында ҡаралмаған, ул ата-бабаларыбҙҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәт кенә.

Бер мәжлестә бер йәш ҡатын: «Ҡөрьән уҡығанда алдарында ултырған тоҙға мулла бабайҙарҙың төкрөгө сәсрәй һәм тоҙ дауаға әйләнә икән, тиҙәр, шул ысынмы?» – тип һорау бирә. Был, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Ләкин ул тоҙҙо бушҡа ғына ултыртмайҙар.

Аллаһы Тәғәлә йән эйәләренең барыһына ла, шул иҫәптән, әҙәм балаларына ла ризыҡ бар иткән. Шул ризыҡтарҙың бер нисә төрөн Аллаһ үҙе генә, кеше ҡулы теймәһә лә, ашарға ярарлыҡ иткән. Мәҫәлән, урман-яландарҙа еләк-емештәр, үләндәр һәм һыу менән тоҙ. Кеше еләк-емеште, үләнде көн дә ашамаһа ла түҙә. Уларҙы файҙаланырға үҙ миҙгелдәре бар. Ә бына һыуһыҙ һәм тоҙһоҙ бер көн дә йәшәй алмай. Шуға күрә, әҙәм балаһы өсөн иң кәрәкле, иң ҡәҙерле ризыҡ – тоҙ менән һыу. Ошо ике ризыҡтың береһенә – тоҙға беҙ мосолмандар өҫтөнлөк бирәбеҙ, ә христиандар – һыуға. Шуға ла, улар йорт ҡотлағанда ла, дин ҡабул иткәндә лә, балаларына исем ҡушҡанда ла һыу ҡуллана.

Әйткәндәй, мосолмандар һыуҙы ла кәмһетмәй, дауа урынына файҙалана. Тоҙҙа, һыуҙа ҡалған ризыҡтарға ҡарағанда ыңғай энергия (дин телендә беҙ уны, Аллаһы Тәғәләнең изге нурҙары, тип йөрөтәбеҙ) һәм айырым, үҙенсәлекле сифаттары бар. Тоҙҙо алһаҡ, унда үҙләштереү, үҙенә һеңдереү сифаты бик көслө. Ҡайһы кешеләр йорттоң ике ҡат тәҙрәһе араһына һауыт менән тоҙ ултырта, шулай иткәндә тәҙрәләр туңмай, ҡоро тора.

Тоҙҙоң ошондай үҙенсәлекле сифатын белеп, боронғолар Ҡөрьән уҡыусының алдына тоҙ ултыртҡандар. Ҡөрьән уҡыған кеше үҙенең һүҙен түгел, Аллаһы Тәғәләнең һүҙен әйтә. Бына шул Аллаһтың, Ҡөрьән һүҙҙәрен тоҙ үҙләштереп, үҙенең эсенә алып, сифатын үҙгәртә, изге нурҙар менән шифалы дауаға әүерелә. Ҡөрьән уҡып бөткәс, мәжлестә ҡатнашыусылар тоҙҙо ауыҙ иткәс, мулла кеше: «Ауыҙ иткән тоҙобоҙҙағы Аллаһының шифалары барыбыҙға ла файҙалы булһын. Шуның бәрәкәтенә ауырымай, һыҙланмай ғына, һау-сәләмәт йәшәргә насип булһын», – тип доға ҡыла.

Мәжлестәге генә түгел, бүтән осраҡтарҙа ла был тоҙҙо аш-һыу әҙерләгәндә тотонмай, һаҡлап дауаға ғына ҡулланғандар. Бигерәк тә, сабый балалар тынысһыҙланып ауырығанда, күҙ тейгәндә ҡулланғандар. Килешкән.

Тоҙҙо мәжлестә нисек итеп ауыҙ итеү, ялау тураһында ла бәхәстәр күп, төрлөсә аңлаталар, төрлөсә ҡулланалар. Мәҙрәсәлә уҡыған ваҡытта мөғәллимә абыстай былай тип аңлата ине: «Тоҙҙо ике бармаҡ менән дә, өс бармаҡ менән дә семтеп ауыҙ итмәгеҙ. Сөнки ике бармаҡ менән еврейҙар, өс бармаҡ менән христиандар суҡына, ярамай. Тоҙҙо һуҡ бармаҡҡа ғына һылап, йәбештереп ауыҙ итегеҙ».

Бының менән мин килешмәнем, килешмәйем дә. Беренсенән, еврей менән рустар минең бармаҡтар менән түгел, үҙҙәренең бармаҡтары менән суҡыналар. Минең бармаҡтың ниндәй ҡыҫылышы бар? Икенсенән, еүеш тәнле, ҡоро тәнле кешеләр бар. Ҡоро тәнле кешеләрҙең бармаҡтарына тоҙ йәбешмәй. Шул саҡта ундайҙар бармаҡтарын ауыҙҙарына ҡабып төкрөкләйҙәр ҙә тоҙ һауытына тығалар. Былай килешмәй. Күмәкләп төкөрөклө бармаҡтарыбыҙ менән тоҙ һауытына тығылһаҡ – тоҙҙоң йәме лә, тәме лә, сифаты ла үҙгәрмәҫме икән? Гигиена талаптарына ла тура килмәй. Сөнки, күмәк кеше араһында төрлөһө бар, ауырыуҙар ҙа булыуы мөмкин, ҡайһы берәүҙәрҙең шикләнеүе лә бар. Иң ҡулайлыһы, дөрөҫө, зарарһыҙы – ике бармаҡ менән семтеп ауыҙ итеү. Мөмкин өс бармағың менән дә. Һәр кеше үҙенең ҡулын, бармаҡтарының таҙа икәнен белә. Үҙенеке үҙенә.

Тоҙ иң изге ризыҡтарҙың береһе булғас, уны беҙ һәр саҡ ҡәҙерләргә, исраф итмәҫкә тейешбеҙ. Шундай ниәт менәндер ҙә тоҙҙо өҫтәлгә, аҫтына таҫтамал, йә салфетка һалып ултыртырға кәңәш иткәндәр.

Ә бына бер ҡап тоҙҙо, мәйеттең эсе күпмәһен, тип һалып ҡуйыу яраған эш түгел, хатта гонаһлы ғәмәл. Сөнки Аллаһы Тәғәлә бер нәмәне лә исраф итергә ҡушмаған. Мәйеттең эсе күпмәһен, тип тоҙ түгел, ә берәр тимер һалырға кәңәш ителә. Хатта 5-3 тинлек тимер аҡса һалһаң да ярай. Күп осраҡтарҙа, бысаҡ йә ҡайсы һалалар. Ҡайсы һалыу хәйерлерәк. Бысаҡты беҙ аш-һыу әҙерләгәндә, икмәк ҡырҡҡанда ҡулланабыҙ бит.

Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ насип итеп, уның ҡушҡандарын эшләп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә яҙһын. Иншалла.

Читайте нас: