Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Август 2022, 19:10

Ризығың хәләл булһын!

Ҡөрьән-Кәримдә һәм Мөхәммәт бәйғәмбәр хәҙистәрендә мосолмандар өсөн тыйылған өммәттәр аныҡ билдәләнә

Ризығың хәләл булһын!
Ризығың хәләл булһын!

"Үләкһә, ҡан, сусҡа ите, шулай уҡ мосолманламайынса (аҫып, бәреп үлтерелгән, бейектән ҡолап, һөҙөлөп, йыртҡыстан тамаҡланып үлгән мал) һуйылған ит ашау тыйыла..." – тиелә Ҡөрьәндә.

Бәйғәмбәр хәҙистәрендә кеше сәләмәтлегенә зыян килтереүсе ризыҡ менән туҡланған һәм кешелә ерәнеү тойғоһо уятҡан йәнлек-хайуандар хәрәм тип иҫәпләнә. Улар – йылан, ҡомаҡ, сысҡан, ташбаҡа, һуҡыр сысҡан, терпе, себен, селәүсендәр. Саранчанан тыш, башҡа бөжәктәр ҙә хәрәм. Хәнәфи мәҙһәбенә ярашлы, йыртҡыстар – айыу, бүре, шәшке, һуҫар, эт, бесәй, төлкө ите лә, ҡарға менән ябалаҡ кеүек йыртҡыс ҡоштар ите лә хәрәм һанала. Сөнки улар үҙҙәре шикелле йылы ҡанлы йәнлектәр менән туҡлана.

Аңды томалаған, ағыулаған һәм сәләмәтлеккә башҡа төрлө зыян килтергән иҫерткес эсемлектәр, наркотиклы матдәләр шулай уҡ тыйыла.

“Киске Өфө”нән.

Читайте нас: