Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Август 2022, 18:50

Иң хәтәре ошоноһо

Шаҡ ҡатырғыс факт: 14 быуат элек, кешелек әле биология, микробтар, бактериялар, трихиндар, гормон һәм антиесемдәр тураһында белмәгәндә, Ҡөрьәндә сусҡа итенең зыяны һәм уны ҡулланыуҙы тыйыу тураһында туранан-тура иҫкәртеү яҙылған була.

Иң хәтәре ошоноһо
Иң хәтәре ошоноһо

"Эй, иман килтергән әҙәмдәр, үҙегеҙгә бирелгән ризыҡтарҙың саф-таҙа, хәләл булғандарын ғына ашағыҙ. Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап һуйылған итте харам ҡылды. Ләкин мәжбүр хәлдә ҡалһа, саманан тыш булмағанда, әҙ миҡдарҙа ашаһа, гонаһ булмаҫ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхимлелер". /"Һыйыр" сүрәһе, 2:173/.

Сусҡа итен ризыҡ урынына ҡулланыу кеше сәләмәтлеге өсөн бик ҡурҡыныс һәм зарарлы. Бының шулай икәнен кешеләр элек-электән белә, әммә уны ҡулланыуҙы дауам итә. Сусҡа ниндәй генә гигиеник шарттарҙа аҫыралмаһын һәм таҙа аҙыҡ менән туҡланмаһын, ул барыбер үҙ бүлендектәре (һейҙек, тиҙәк) менән туҡланған хайуан булып ҡала. Ошондай физиологик үҙенсәлеге арҡаһында уның организмы башҡа бөтә хайуандар менән сағыштырғанда күберәк антиесемдәр етештерә. Бөтә был антиесемдәр һәм үҫеү гормондары матдәләр алмашынған ваҡытта тәбиғи рәүештә сусҡаның мускулдар туҡымаһына барып эләгә. Сусҡа итендә холестерин һәм липидтар кимәле лә бик юғары. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә шул асыҡланды: тап ошолар, йәғни антиесемдәр, үҫеү гормондары, холестерин һәм липидтар кимәленең юғары булыуы арҡаһында сусҡа ите кеше сәләмәтлегенә ысын ҡурҡыныс менән янай.

Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, сусҡа итен АҠШ-та һәм Германияла иң күп ҡулланыусылар йәшәй, тап шуға ла был илдәрҙә йәшәүсе халыҡтың яртыһынан күбеһе һимеҙлектән яфалана. Сусҡа итенән торған туҡланыу рационы кеше организмын үҫеш гормоны һөжүменә дусар итә. Шул арҡала артыҡ килограмдар йыйыла, аҙаҡ уларҙан теләһә ниндәй диета менән дә ҡотолоп булмай, улар май ҡатламы булып ятып, буй-һынды үҙгәртеүгә алып килә.

Быларҙан тыш, сусҡа ите йыш ҡына кеше организмына зарарлы паразиттар, мәҫәлән, сусҡаның мускулдар туҡымаһында тупланған түңәрәк ҡорттар - трихиндар йоҡтора. Кеше организмына барып эләккәс, был трихиндар йөрәк мускулдарына урынлашып, шунда үрсей башлай һәм кешегә үлем ҡурҡынысы тыуҙыра.

Бөтә был сәбәптәрҙең барыһы ла беҙгә Хоҙайҙың сусҡа итен ашауҙы тыйыуының мәғәнәһен асып һала. Бынан тыш, Аллаһының тыйыуы - ул кешеләрҙе сусҡа итенең зарарлы йоғонтоһонан һаҡлау ул. Хатта иң стершие шарттарҙа үҫтерелһә, әллә ниндәй эшкәртеүҙәргә дусар ителһә лә сусҡа итенең был үлемесле зыянынан ҡотолоу мөмкин түгел.

Теге быуаттың 20-се йылдарына тиклем кешеләр сусҡа итенең кеше организмына туранан-тура зыян итеүен белмәгән. Хәҙер медицина ла сусҡа итенең зыянлы булыуын һәм кеше организмы ихтыяжына физиологик яҡтан тап килмәүен раҫлай.

"Ҡөрьән мөғжизәһе" китабынан.

Читайте нас: