Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Сентябрь 2022, 18:50

Бисмилләнең сауаптары

Һәр эштең башында "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим"ды әйтергә кәрәк.

Бисмилләнең сауаптары
Бисмилләнең сауаптары

Мөхәммәт өммәтенең бер рәҡәғәт намаҙҙарының сауабы ғәйре өммәттәрҙең мең рәҡәғәт сауабына тиңләшер, бәлки, артығыраҡ та булыр.

Аллаһы Тәғәлә әйтер: "Сөнки Мөхәммәт өммәтенең намаҙҙарында "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим" тигән һүҙ бар. Ғәйре намаҙҙарында юҡтыр".

Кеше ашарға ултырһа, ул кеше менән бергә шайтан да ултырыр. Шайтан да шул кеше менән ашар – әгәр ҙә ул ултырғанда һәм ашағанда "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим" тип әйтмәһә. Әммә "Бисмиллә" әйткән кешеләрҙән ҡасыр.

"Бисмилләһир-рахмәнир-рахим", тип өйөңә, һарайыңа, мунсаға, малдың эргәһенә, баҡсаңа йәки башҡа урындарға кергәндә, ултырғанда, ятҡанда, торғанда әйтмәк кәрәк, был осраҡта шайтан һиңә эйәрә алмаҫ, был кеше миңә юлдаш түгел, тип, ҡасыр.

Эскән ваҡытта, һәм шуның кеүек, ятҡан-торған ваҡытта һәм шулай уҡ ҡатыныңа яҡынлыҡ ҡылғанда ла "Бисмиллә" тип әйтергә кәрәк, "Бисмиллә"не әйтмәһә, кеше менән шайтан бергә булыр һәм ул эшләгән эштәрҙе шайтан да эшләр.

Ҡасан атҡа атланһаң, машинаға ултырһаң, "Бисмилләһир-рахмәни-рахим" тип атлан йә ултыр. Атланған атыңдың аҙымдары һанынса изгелек яҙылыр, юлың бәлә-ҡазаһыҙ булыр.

Берәй кеше "Бисмилләһир-рахмәни-рахим" тип яҙған ҡағыҙҙы, ололап, ерҙән йәки башҡа ҡәҙерһеҙ урындан алып, хөрмәтләп, ҡәҙерләп тотһа, Аллаһы Тәғәлә уны дуҫтарынан һанар, ата-әсәһе боҙоҡ гонаһлы булып вафат булған булһалар ҙа, Аллаһы Тәғәлә уларҙың ғазаптарын еңел итер.

Кем дә кем "Бисмилләһир-рахмәни-рахим"ды даими әйтеп йөрөһә, ул кеше утта янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ, уны йылан-саян саҡмаҫ һәм ағыуҙар зарар итмәҫ.

Читайте нас: