Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Сентябрь 2022, 19:20

Мосолман әҙәбе. Хәҙистәр биргән һабаҡтар

Ғибәҙәткә һәм йолаларға ғына бирелеп киткән күптәр бөгөн диндең хикмәтле хөкөмдәренә ҡолаҡ һалып бармай, тормошта уларҙы йүнәлеш итеп тә ала белмәй. Ә бит диндең нигеҙе – әҙәп менән күркәм холоҡ.

Мосолман әҙәбе. Хәҙистәр биргән һабаҡтар
Мосолман әҙәбе. Хәҙистәр биргән һабаҡтар

"Бер генә ата ла үҙ балаһына күркәм холоҡтан да ҡиммәтерәк бүләк бирә алмаҫ", - тигән Бәйғәмбәр ғәләйһи үәссәләм.

"Яҡшылыҡты үҙегеҙ эшләй алмаһағыҙ ҙа, яҡшылыҡҡа башҡаларҙы өйрәтеүҙән баш тартмағыҙ. Яманлыҡтан үҙегеҙ тыйыла белмәһәгеҙ, башҡаларҙы унан тыя белегеҙ".

"Яҡшылыҡҡа өйрәтеүселәрҙән һәр кем, хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа гонаһтарынан ярлыҡауҙы һорар".

"Мөьмин кеше бер ҡатлы, изге була. Боҙоҡ кеше генә мәкерҙән һәм кешеләрҙе хурлап йөрөүҙән арына алмай".

"Әҙәпкә мине Аллаһы Тәғәлә үҙе өйрәтте, күркәм холоҡло итеп Ул тәрбиәләне", – тиелә хәҙистәрҙә.

"Минең өммәтем өсөн йәннәткә инеүҙең иң яҡшы юлы - тәҡүәлек менән күркәм холоҡ".

"Ата-әсәнең шатлығы Аллаһҡа ла һөйөнөс, ата-әсәнең асыуын килтергән нәмә Аллаһты ла асыуландыра".

"Ауырыуҙарығыҙҙы дауалау өсөн ярҙам итеп кенә тороғоҙ. Хәйриә эштәре бәндәләрҙе бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалай, сырхауҙарҙы ҡыуып тора. Улар һеҙҙең ғүмерҙе оҙайта, игелектәрегеҙҙе ишәйтә".

Читайте нас: