Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Сентябрь 2022, 19:20

Бер ҡанатында – ауырыу, икенсеһендә – дауа

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: "Әгәр бер һауытҡа себен төшһә, кеше шул себенде тәүҙә батырып алһын, һуңынан ғына алып ырғытһын үә ашын ашаһын. Дөрөҫлөктә, уның бер ҡанатында ауырыу булһа, икенсеһендә дауаһы" (Бохари йыйынтығынан).

Бер ҡанатында – ауырыу, икенсеһендә – дауа
Бер ҡанатында – ауырыу, икенсеһендә – дауа

Был хәҙисте күптәр аңламай. Хатта муғтәзилиттәр ваҡытында "Аллаһ илсеһе Мөхәммәт яңылышҡандыр", тип уйлағандар. Әле лә күптәр был юлдарҙы уҡығас, "Себен төшкән аш-һыуҙы нисек ашарға була?" тип аптырай. Ҡасим университетының микробиолог талиптары Бәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен тәжрибә ярҙамында һынап ҡарай. Таҙа (стериль) һыуға себенде яртылаш төшөрөп үә тулыһынса сумырып, һыуҙарҙы Петри һауыттарына һалалар. Себен яртылаш сумырылған Петри һауытында кеше өсөн хәүефле сальмонелла, стафилококк һәм башҡа бактериялар булыуы асыҡлана. Ә икенсеһендә, себен тулыһынса сумырып алынған Петри һауытында, бактерия түгел, ә антибиотик эшләгәндә ҡулланылған актиномицет булыуын күрәләр. Эксперимент Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисен иҫбатлай.

Доктор Мөхәммәд әс-Сәмәхи, тикшереү үткәреп, себен эсендә күҙәнәктәр (продольные дрожжевые клетки) барлығын асыҡлаған. Ул күҙәнәктәр һыуһыҙ хәрәкәткә килмәй, ә шыйыҡсаға барып эләгеү менән бөтә зарарлы бактерияларҙы юҡ итә. Шуға күрә себен бысраҡ урында йөрөһә лә, үҙе ауырып үлмәй. 1932 йылда, Һиндостанда ваба киҙеүе барса халҡын үлтереп бөтә яҙғанда, бер ауыл халҡы ғына һаҡланып ҡалған. Ғалимдар ауыл халҡын тикшергәс, уларҙың себендәр йөҙөп йөрөгән ҡоҙоҡтан һыу эсеүен белгән. Шул һыу уларҙы ҡотҡарып ҡалған да инде.

Был феноменды Австралиялағы Маккуори университеты профессоры Энди Битти ҙа тикшергән. Тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: себенде һыуға сумырғанда бактериофаг бүленеп сыға. Ул бактериофаг башҡа зарарлы бактерияларҙы ашай. Бактериофагтың ҙурлығы - 20-25 микрон, уны үтә көслө микроскоптар аша ғына күрергә мөмкин. Себен бактериофагтарынан бик көслө антибиотиктар ҙа эшләй башлағандар.

Быларҙы бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм нисек белгән, тигән һорау тыуыр. Ябай кеше түгел, хатта ғалимдар ҙа бактериофагтар барлығын яңы асыҡланы бит. Әлбиттә, уның белеме - Аллаһтан.

Илшат ХАФИЗОВ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: