Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Октябрь 2022, 16:50

Бер нимә лә мәңгелек түгел...

Хәҙер муллыҡ заманында йәшәйбеҙ. Мал-мөлкәт, өй тулы йыһаз, шкаф тулы кейем-һалым. Тик бер нимә лә мәңгелек булмаған кеүек, әҙәм балаһы ла бер көн, бар байлығын ҡалдырып, ер йөҙөнән китә. Уның ғүмер буйы йыйған малы, әйберҙәре – барыһы ла өйөлөп ҡала. Үлгәндән һуң бурысы ҡалған мәрхүм, ул бурысты кемдәр өҫтөнә алырға тейеш, мираҫ бүлеү һәм мәрхүмдең шәхси әйберҙәрен ни эшләтергә?

Пәйғәмбәребеҙ (саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)дең бер хәҙисендә: “Бурыслы булып вафат булған кеше ҡәберендә бығауланып торор, был бығауҙан уны бурысын түләү генә азат итер”, – тип әйтелә.

Йыназа намаҙы уҡылған ваҡытта имам: “был кешенең бурыстары ҡалдымы?” – тип һорарға тейеш. Кемдер: “Эйе”, – тип яуап биреп, дәлилдәрен дә килтерһә, имам: “Был бурысты кем ҡайтара?”  - тип туғандарынан һорай. “Эйе, түләйбеҙ”, – тигән осраҡта ғына йыназа намаҙы уҡыла. Кире осраҡта мулла йыназа намаҙын уҡымаҫҡа ла хаҡлы. Әгәр имам был турала һорамаһа, ул гонаһлы булып ҡала.

Пәйғәмбәребеҙ (саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Аллаһы Тәғәлә юлында үлеүселәргә йәннәт ишектәре асыҡ, әгәр бурысы булмаһы”, – тип әйтә. Аллаһы Тәғәлә был кешенең бурыстан ҡала бөтөн гонаһтарын ярлыҡай. Сөнки башҡа ғәмәлдәре – Аллаһы Тәғәлә хаҡы, бурыс – кеше хаҡы. Тимәк, уның хаҡын был донъяла түләмәһәк, ул ҡиәмәт көнөнә ҡала.

 Бурысты кемдәр өҫтөнә алырға тейеш һуң? Әлбиттә, иң элек милек вариҫтары. Улар милекте лә, уның бурыстарын да үҙ өҫтәренә ала.

 Мираҫты бүлгәнсе, иң элек бурыс ҡайтарылырға тейеш. Мәйетте оҙатып, бер аҙ тынысланғас, яҡындары ҡаршыһына тағы бер ауыр һорау килеп баҫа.

Мираҫ бүлеү һәм мәрхүмдең шәхси әйберҙәрен ни эшләтергә?

 Мираҫ бүлеү, васыятнамә – быныһы айырым ҙур тема. Уға ҡағылышлы һорауҙар менән шөғөлләнеүсе айырым кешеләр бар. “Ниса” сүрәһенең 33-сө аятында: “Һәр кемде (ирҙе, ҡатынды) ата-әсәһенән һәм туғандарынан ҡалған малға мираҫсы итеп ҡуйҙыҡ”... – тиелә. Ислам дине был мәсьәләне шул тиклем ғәҙел, теүәл итеп ҡуя. Мираҫ ҡалдырыусы кеше үҙенең вариҫтарын белергә бурыслы.

 Мираҫҡа кемдең хаҡы бар?

Мәрхүмдең балалары, ата-әсәһе, ҡартай-ҡәрсәй-өләсәһе, ейәне-ейәнсәре, ата-әсәһе яғынан туғандары һәм уларҙың балалары – былар барыһы ла вариҫтар. Әммә ләкин уның ата-әсәһе, балалары, ҡатыны йә ире иҫән булғанда, мираҫ фәҡәт улар араһында тигеҙ итеп бүленә, сөнки былар беренсе категория туғандар исемлегенә инә. Әгәр ошо төр туғандарҙан береһе лә булмаһа, мал икенсе категория туғандар араһында бүленә, улар мәрхүмдең бер туған ағаһы-апаһы, ҡустыһы-һылыуы булырға мөмкин. Инде улары ла булмаһа, мираҫ малында мәйеттең ата-әсәһе менән бер туған ағай-апаһы, ҡусты-һеңлеһе һәм уларҙың балаларының да хаҡтары, һәр береһенең өлөшө бар.

Ғөмүмән алғанда, мәрхүмдең малы бишкә бүленә. Иң беренсе кәфенләү, ҡәбер ҡаҙыу, күмеү мәшәҡәттәре хәл ителә. Унан һуң мөлкәтен залогҡа биреп тормағанмы, шуны ҡарарға. Унан килеп, мәрхүмдең бурысы булһа, уны түләү тейеш.

  Пәйғәмбәребеҙ дә (саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үлер алдынан, минең һеҙгә бурысым ҡалманымы, тип һорағаны мәғлүм. Шуныһы ла билдәле,  пәйғәмбәребеҙ (саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), мөмкинлеге булғанда, мәрхүмдәрҙең бурысын үҙ өҫтөнә алған.

Әгәр мәрхүм үҙ малының өстән берен фәҡирҙәргә васыят иткән булһа, шуны эйәләренә тапшырғандан һуң ғына ҡалған мал туғандар араһында бүленә. Ата-әсәнең матди байлығына эйә булыуҙан тыш, балалар уларҙың дуҫтарын дуҫ тоторға ла бурыслы.

Күптәрҙе мәрхүмдең кейемдәр мәсьәләһе борсой. Үлгән кешенең кейемдәре, шул уҡ иҫән кеше кейемдәре шикелле, йәғни кейем хөкөмөндә йөрөй. Әгәр ҙә улар иҫкергән, туҙған икән, яндыраһығыҙ йәки ташлайһығыҙ. Ә инде кейергә яраҡлы булһа, балалары, туғандары кейә ала йә иһә мохтаждарға бирергә була.

Әгәр ҙә үлгән кешенән ҡалған әйберҙәрҙең ҡиммәте бар икән, мәҫәлән, алтын-көмөш әйберҙәр, улар вариҫтарға мираҫ булып ҡала. Ҡиммәтле булмаған әйберҙәр, әйтәйек, протез тештәр, мәйет менән бергә күмелһә лә була, әммә күмеп ҡуйыу мәжбүри түгел.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: