Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Октябрь 2022, 15:10

Рабиғел әүүәлдең 11-се (7 октябрь) кисе – Мәүлит кисе

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм тыуған көн – ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе.

Рабиғел әүүәлдең 11-се (7 октябрь) кисе – Мәүлит кисе
Рабиғел әүүәлдең 11-се (7 октябрь) кисе – Мәүлит кисе

Был төндә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән. «Мәүлит» – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рәбиғел әүүәл айының 12-һендә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр – Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай, әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе, халыҡ араһында абруйлы, ышаныслы ир булып буй еткерә.

Йола буйынса, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр, салауат әйтәләр. Ислам динен тотоусылар һый-хөрмәт менән табын әҙерләп, милләттәштәрен һыйлай.

Мәүлит шәриф кисәһендә Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, әжер сауаптарын Сахибел-Мәүлит-Шәриф Мөхәммәдел-Мостафа салләл-лааһу ғәләйһис-үәс-сәләмгә бағышлау йөҙөнән 1000 мәртәбә «Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мухәммәдинин-нәбиййил-үммиййи, үә ғәләә әәлиһи үә сахбиһи үә сәллим» тип уҡырға кәрәк.

Читайте нас: