Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Октябрь 2022, 07:05

САҘАҠАНЫҢ ФАЗЫЛӘТТӘРЕ ҺӘМ ЕМЕШТӘРЕ ТУРАҺЫНДА ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

1. Саҙаҡа биреү мал-мөлкәтте ишәйтә, ризыҡты арттыра. 2. Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, тиелә бер хәҙистә. Йәғни саҙаҡа ‒ сирҙән дауа. 3. Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ иманлылыҡ билдәһе.  

4. Саҙаҡа биреү ‒ тәҡүәлеккә ирешеүҙең бер сәбәбе.
5. Саҙаҡа йәнде сафландыра һәм уның дәрәжәһен арттыра.
6. Саҙаҡа Ҡиәмәт көнөндә уны биреүсегә күләгә буласаҡ.
7. Саҙаҡа биреү ‒ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ холоҡ-фиғеле.
8. Саҙаҡа биреү туған-тыумасалар араһын нығыта.
9. Саҙаҡа бөтә насар нәмәләрҙән һаҡлай һәм Раббының асыуын баҫа.
10. Саҙаҡа ‒ ҡаты бәғерлелектән дауа. Ҡаты бәғерлелеккә зарланған бер кешегә Аллаһ рәсүле ﷺ етемдең башынан һыйпарға һәм мохтаждарҙы ашатырға кәңәш иткән.
11. Саҙаҡа ‒ Тамуҡ утынан ҡотолоуҙың бер сәбәбе.
12. Саҙаҡа хата-гонаһтарҙы юя.
13. Саҙаҡа биреү – Аллаһтың һөйөүенә ирешеүгә бер сәбәп.
14. Фәрештәләр саҙаҡаға йомарт кеше өсөн көн һайын доға ҡылып тора.
15. Ҡайһы бер саҙаҡа өсөн әжер-сауаптар кешегә уның үлеменән һуң да яҙылып тора.
16. Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ Ожмахҡа инеүҙең бер сәбәбе.

«Ваҡыт!» гәзитенән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: