Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Ноябрь 2022, 14:02

Иҫәнлектең ҡәҙерен белә ауырыу кеше генә

“Яҡыным ауырый. Кешегә сир ни өсөн ебәрелә? Ауырығанда доға ярҙам итәме? Бындай ваҡытта Аллаһҡа нисек мөрәжәғәт итергә?” Сәлиә Н. Һорауға яуапты Иҫәнғол мәсете имамы хажи Фәрит хәҙрәт Вәлиев бирә:

- Әссәләмәғәләйкүм үә бәрәкәтү, ҡәрҙәштәрем. Бик урынлы һорау.  Был донъя килеп кенә китә торған донъя, уның һынауҙарын үтәбеҙ. Раббыбыҙ Аллаһтың рәхмәте менән тормош бара. Ул юҡтан бар яһаған. Әгәр ҙә Ул мәрхәмәтле булмаһа, хәрәкәт иткән йән эйәһе лә булмаҫ ине. Был донъя Раббыбыҙ Аллаһ тәрбиәләгәнсә, шуға ла ауырыуҙар, бәлә-ҡазалар ебәреүе бар. Ул кешене гонаһ ҡылыусы итеп яратҡан. Фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр генә гонаһһыҙ, ә Әҙәм балаһы гонаһһыҙ булмай.  Гонаһтарыбыҙҙың элеккеләре лә, әлегеләре лә, белеп тә, белмәй ҙә ҡылғандары бар. Кем дә кем “Минең гонаһым юҡ”, ти икән, ул да гонаһлы була. Раббыбыҙ шул тиклем мәрхәмәтле, гонаһ ҡылған әҙәм балаһының ғәфү үтенгәнен ярата. Баҡара сүрәһенең 222-се аятында әйтелә: “Тәүбә итеп, таҙарынғандарҙы ярата”.

Пәйғәмбәребеҙгә бер ҡатын тураһында һөйләгәндәр. Шунан Ул һораған: “Был ҡатын ауырығаны бармы?” – тигән. “Юҡ, был ҡатын ауырығаны юҡ”, – тигәндәр. “Эй, Аллаһтың рәхмәте булмаған икән”, – тигән. Был ауырыу ҙа Аллаһтың рәхмәте булыуы хаҡында һөйләй. Беҙ уны Аллаһтың рәхмәте тип ҡабул итәбеҙ.

Аллаһы Тәғәлә ауырыу ебәреп әҙәм балаһын һынай. Аллаһы рәхмәте менән кешенең иҫәнлеккә лә мохтаж икәнен күрһәтә. “Иҫәнлектең ҡәҙерен белә ауырыу кеше генә”. Эйе, ысынлап та кеше шәбәйгәс кенә һаулыҡтың ҡәҙерен белә башлай. Ауырыу килә икән, беҙ һауығыуға сәбәп тә итергә тейешбеҙ. Ауырыйым тип ятырға түгел, шәбәйеү сараларын табырға кәрәк. Иҫәнлек тә аманат, ғүмер ҙә аманат итеп бирелгән. Инде беҙ аманатты һаҡларға, ауырыуҙы дауалау сараһын эҙләргә тейешбеҙ.

Ауырыуҙы еңеләйтеүҙә иң еңел сараһы: истиғфар, ғәфү үтенеү.  

Башта иман килтерергә тейешбеҙ. Иманлы кешенең доғаһы ҡабул була. “Ләәә иләәһә илләллаааһү Мүхәммәдүр-рәсүүлүллаааһ” тип ни хәтле күп әйтһәк, шул хәтле һәйбәт була, сикләү юҡ, тел менән әйтеп, үҙебеҙҙең мосолман икәнебеҙҙе иҫбатлайбыҙ.

Шунан шәһаҙәт кәлимәһен әйтәбеҙ:Әшһәдү әл ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ”. Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ икәненә һәм Мөхәммәд Пәйғәмбәр  уның илсеһе икәнлеген таныуҙы, шаһитлыҡ итеүҙе белдерә.

Унан истиғфар ҡылабыҙ: “Әстәғәфируллаһ, әстәғәфируллаһ” тип йөҙ мәртәбә әйтәбеҙ. Истиғфарҙың мәғәнәһенә туҡтаһаң, тел менән Аллаһтан ғәфү итеүҙе һорау һәм йөрәк менән гонаһ ҡылмайым тип һүҙ биреү. Был “ғәфү ит, Аллаһым!” тигәнде аңлата. Көн дә белеп тә, белмәй ҙә гонаһ ҡылып, ғәфүҙәр үтенеп торабыҙ. “Көндөҙ көтә төндә гонаһ ҡылған өсөн ғәфү итер өсөн, төндә көтәләр көндөҙ ҡылған гонаһты  ғәфү итер өсөн”. Ғәфү үтендек икән, тимәк, беҙ Аллаһҡа яҡынайҙыҡ.

Иң башта ышаныу кәрәк. Шунан ғәфү үтенәбеҙ. Ышанған кешене ғәфү итә, ышанған кешенең генә доғаһын ҡабул итә. Нимә генә булмаһын: бәндә намаҙ уҡый, ураҙа тота, доға ҡыла, Аллаһынан  ярҙам һорай – ышаныуыбыҙ  көслө булһа ине.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: