Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Ғинуар 2023, 08:35

Изге йома көнө

«Әжер-сауаптарҙың күпме булыуын белһәгеҙ, мәсеткә һеҙ шыуыша-шыуыша булһа ла барырға тырышыр инегеҙ»

Изге йома көнө
Изге йома көнө

Бәндәләрҙең хаталарын, тәүбә итә белгәндәрҙең гонаһтарын кисереү, әжер-сауаптарын күберәк биреү өсөн Аллаһы Тәғәлә төрлө изге көндәр һәм кистәр булдырған. Йома – ошо мөбәрәк көндәрҙең береһе. «Әлбиттә, йома намаҙы еңел түгел, әммә был намаҙ өсөн әжер-сауаптарҙың күпме булыуын белһәгеҙ, мәсеткә һеҙ шыуыша-шыуыша булһа ла барырға тырышыр инегеҙ», – тигән пәйғәмбәребеҙ.

Йома көн – мосолмандарҙың был фани донъялағы һәм әхирәттәге байрам көнө. Ғибәҙәттәрҙе көсәйтеп, нәсихәттәргә нығыраҡ иғтибар итеп, иманды нығытып ала торған көн.

«Әгәр ҙә мосолман был көндө яҡшы итеп йыуынып, йома намаҙына барһа, уның был аҙнала эшләгән бөтә гонаһтары ярлыҡаныр, намаҙға барған ваҡыттағы һәр аҙымы өсөн уға әжер-сауаптар бирелер. Әгәр йома намаҙынан һуң «Әл-Ихлас», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен ете тапҡыр уҡып сыҡһа, был кешене Аллаһ аҙна буйына төрлө бәлә-ҡазаларҙан һәм бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлар», – тип тә әйткән пәйғәмбәребеҙ.

Читайте нас: