Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Ғинуар 2023, 10:10

Бөгөн кис, ҡояш байыу менән, Рәғәиб кисе башлана

Исламда изге кистәрҙең береһе - Рәғәиб кисе тип атала. Бөгөн үҙегеҙгә, яҡындарығыҙға изге теләктәр теләргә онотмағыҙ.  

Рәжәб айы ғәрәптәрҙә Исламға тиклем үк изге ай булараҡ ҡабул ителгән.

Рәжәб айында – уның тәүге көнөндә Нух, ғәләйһис-сәләм, үҙенең кәмәһенә баҫа. Муса, ғәләйһис-сәләм, диңгеҙ кисеп, үҙ халҡын Фирғәүен золомонан ҡотҡарып ҡала. Әҙәмдең, ғәләйһис-сәләм, бөтә кәмселектәре Рәжәб айында ғәфү ителә. Ибраһим  менән Ғайса, ғәләйһис-сәләм, Рәжәб айында тыуа.

Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: “Рәжәб – Аллаһтың үҙ айы, Шәғбан – минең айым, Рамаҙан – өммәтем айы”, – тигән. Изге айҙарҙа ғибәҙәткә күберәк торорға, насар ғәҙәттәрҙе ташлап, игелектәрҙе күберәк эшләп ҡалырға бойорған.

Тағы ла әйткән ул: “Рәжәб – бик тә оло һәм хөрмәтле ай. Уның көндәре күктәрҙең алтынсы ҡатында яҙып ҡуйылған. Әгәр кем дә булһа берәү Рәжәб айын хөрмәт итеп һәм ололап был айҙа бер көн ураҙа тотһа, алтынсы күктәге ҡапҡа әйтер: “Эй Раббым! Һинең олуғ айыңды хөрмәт итеп был бәндәң ураҙа тотто. Шуның бәрәкәтендә был бәндәңдең гонаһтарын ярлыҡа”, – тиер ти”. Рәғәиб кисендә Аллаһ үҙ ҡолдарына рәхмәтен дә күберәк бирә, бәндәләрҙең доғаларын да ҡабул итеп кенә тора, тип өйрәтә дин.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: