Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Февраль 2023, 16:31

Хикмәтле һәм бәрәкәтле кис

Бөгөн, йәғни 17 февралдән 18-енә ҡараған кис – Миғраж кисе

Хикмәтле һәм бәрәкәтле кис
Хикмәтле һәм бәрәкәтле кис

Һәр йыл Рәжәп айының 26-һынан 27-һенә ҡараған кисендә Ислам донъяһында Миғраж кисе билдәләнә. Нимә ул Миғраж? Ул ғәрәпсә күтәрелеү тигәнде аңлата. Бөтә ғаләм өсөн Миғраж кисенең әһәмиәте һанап бөткөһөҙ. 124 мең пәйғәмбәр үҙенең халҡына әхирәт, йәннәт, йәһәннәм тураһында һөйләп килде. Был донъя менән генә кешенең яҙмышы теүәлләнмәй, тине. Әле был донъянан һуң бар әхирәт – Аллаһы Тәғәләгә ҡайтыу,ҡылған ғәмәлдәреңә хисап, тинеләр. Әммә үҙ күҙҙәре менән күргән бер кем дә булманы. Тарихи шәхес Мөхәммәт с.ғ.с.Рәсүлебеҙгә, Ер йөҙөндәге бөтөн халыҡтан айырмалы, махсус, тик Уға ғына рөхсәт бирелде был донъянан сығып, әхирәтте күреп ҡайтырға. Рәсүлебеҙ Миғражда йәннәтте һәм уның әһелдәрен, йәһәннәмде һәм уның әһелдәрен күрә. Сәхәбәләр бығаса шаян булған Рәсүлебеҙҙең Миғраждан һуң бер ҙә көлмәүен күреп һорағас, Ул: “Һеҙ мин күргәнде күрһәгеҙ, ғүмерегеҙ буйы илар инегеҙ”, – ти.

Шулай итеп, Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡөҙрәтен күрһәтеү өсөн ике айҙа үтә торған юлды бер миғта үтергә булышлыҡ итә. Был донъяла бар нәмә лә тик Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса. Бөтөн донъяны Ул яралҡан, Ул белә һәм Ул идара итә.

Миғраж кисе – хикмәтле, мөғжизәле, бәрәкәтле кис. Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәребеҙгә ошо кистә бик аҙ ғына ваҡыт арауығында ожмахты, тамуҡ ыҙаларын, унда кемдәр эләккәнен күрһәтә. Был – пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. менән булған мөғжизә – Мөхәммәт с.ғ.с. Мәккәнән 2,5 мең саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Иерусалимдағы әл-Аҡса мәсетенә Бураҡҡа атланып (мулдан бәләкәй, ишәктән ҙур аҡ төҫтәге хайуан) алыҫ араны күҙ асып йомғансы үтә. Иерусалимда, Әл-Аҡса мәсетендә, ул үҙенән алда ергә килеп киткән пәйғәмбәрҙәргә имам булып, намаҙ уҡый. Ябраил фәрештә уның менән ете ҡат күккә аша, Сидратүл- Мөнтәһәгә етә, унан Бәйтүл-Мәғмүрҙе (көн һайын 70 мең фәрештә ғибәҙәт ҡылған күктәге мәсет) күрһәтәләр, артабан Ябраил, янам тип, үтмәй, пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. үҙе үтә. Аллаһ менән һөйләшә.

Бохари сахих хәҙистәр йыйынтығындаӘнәс бин Маликтан пәйғәмбәребеҙҙең һөйләгәндәре еткерелә:

"Аллаһы Тәғәлә минең өммәткә (мосолмандарға) көнөнә 50 намаҙ уҡырға бойорҙо. Ҡайтыр юлда мин Муса ғ.с. эргәһендә туҡтаным. Ул минән Раббыбыҙ минең аша өммәтемә нимә бойорғанлығын һорашты. Мин көндәлек 50 намаҙ, тигәс, ул өммәтең быны эшләй алмай, кире Раббыбыҙ эргәһенә бар, кәметтер, тине. Мин Муса ғ.с. менән Раббыбыҙ араһында көндәлек намаҙ бишәүгә ҡалғансы йөрөнөм. Муса ғ.с., өммәтең уныһын да үтәй алмай, кире борол, һора, тиһә лә, мин: ”Аллаһы Тәғәлә миңә шуны аңларға бирҙе: был донъяла көнөнә 5 ваҡыт намаҙ уҡыһаҡ, беҙгә 50 намаҙҙың сауабы яҙыласаҡ“, – тинем.

Төнгө миғраждың әһәмиәте – 5 ваҡыт намаҙ индерелә, “Баҡара” сүрәһенең һуңғы аяттары төшөрөлә.

Хәлиҙә Мөрсәлимова, Татарстандың “Аҡ мәсет” мәҙрәсәһенең 4-се курс шәкерте.

Күгәрсен ауылы.

 

КҮСЕРЕП БАҪҠАНДА САЙТҠА ҺЫЛТАНМА МОТЛАҠ!!!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: