Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Март 2023, 12:08

Яҙмыштар яҙылыр кис

Бөгөн Ислам донъяһы Бәра’әт кисәһен билдәләйәсәк.  Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (с. ғ. с): «Шәғбан айының 15-се кисен ғибәҙәт менән үткәрегеҙ, – тип нәсихәт бирә, – көндөҙ ураҙа тотоғоҙ. Был кистә Аллаһы Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: “Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде һораусылар юҡмы? Булһа, гонаһтарын ғәфү итәм. Ризыҡ һорап йөрөгәндәр юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәргә тарып, сәләмәтлектәре юғалып, яфа сигеп ятҡандар юҡмы? Булһа, тәндәренә тынғылыҡ, ауырыуҙарына шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре бар – һораһындар – бөтә теләктәрен үтәйем”, – тиер. Был мөрәжәғәт таңға тиклем дауам итер», – тигән.

Исламға тиклем үк төрлө халыҡтарҙа был кис – Бәра’әт кисе – гонаһтарҙан арыныу, тәүбә итеү, ураҙа тотоу, мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу менән үтә торған була. Ислам дине лә уны ҡәҙерле, изге кисәләрҙең береһе – гонаһтарҙан арыныу кисе булараҡ ҡабул итә. Шәғбан айының 14-нән 15-енә ҡарай был кистә япраҡтарына Ерҙә йәшәгәндәрҙән һәр кемдең исем-шәрифтәре яҙылған тормош ағасы тетрәнеп, япраҡтары ҡойолор ҙа, исемдәре ошо япраҡтарҙа булғандар йыл дауамында фани донъянан күсеп китер. Ә йәшәп ҡалғандарҙың яҙмышы фәрештәләр ихтыярына тапшырылыр йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең ейер ризығы, бәндәләрҙең байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы төрлө дәрәжәләре, был донъяға тыуасаҡ һәм үләсәк бәндәләр – бөтәһе лә был кистә билдәләнеп ҡуйыла, ти.

Ғәрәпсә был байрамдың исеме “Ләйләтүл-бәра’әт” тип атала. Беҙҙеңсә ҡотолоу, аҡланыу мәғәнәһенә эйә. “Ләйлә” тигән исем бар. Төн тигәнде аңлата. Был исемде, ғәҙәттә, төндә тыуған ҡыҙҙарға ҡушалар.

Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем ғәрәптәрҙең календарында – тап шул саҡта йәйҙең иң оҙон көнө үтеп, төндөң иң ҡыҫҡа сағы булған. Шул кистә боронғо ғәрәптәр Яңы йылды ҡаршылаған. Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу тап шул кистә сауаплы һаналған.

Аҡланыу (ярлыҡаныу), гонаһтарҙан азат ителеү (арыныу) кеүек йола ғәрәптәрҙә Ислам динен ҡабул иткәнгә ҡәҙәр ҙә булған: Ислам диненә күскәс тә был йола һаҡланған. Пәйғәмбәрҙәрҙең байтағы тап ошо тәүлектә (15 шәғбанда) бәләләрҙән ҡотолған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: