Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Март 2023, 10:50

Рамаҙан айына календарь

Быйыл Рамаҙан айы 22 март кисендә, йәғни, ҡояш байыу менән башланып китә. 

Рамаҙан айына календарь
Рамаҙан айына календарь

Быйыл Рамаҙан айы 22 март кисендә, йәғни, ҡояш байыу менән башланып китә. Был изге кистә йәстү намаҙының ике рәҡәғәт сөннәтенән һуң беренсе тәрәүих намаҙы уҡыла. Ул сөннәт ғәмәл, 8 һәм 20 рәҡәғәт уҡырға мөмкин. Әгәр ҙә 20 рәҡәғәт уҡыһаң, сауабы ла күберәк. Кемдәр тәүге тапҡыр ул намаҙҙы уҡырға йыйына, алдан нисек уҡырға кәрәклеген белгәндәрҙән, имамдарҙан һорашып ҡуйыу яҡшы.

Тәрәүих намаҙын мәсеттәргә йыйылып, йәмәғәт менән уҡыу сауаплы ғәмәл. Ошо намаҙҙан һуң витр үәджиб намаҙы уҡыла һәм ғәҙәттәгесә тамамлана. 23 март иртәнге сәғәт  05:08-ҙә сәхәрҙе тамамлайбыҙ, ҡояш ҡалҡырҙан алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:

“Нәүәйтү ән әсүүмә саумә шәһри рамадаанә минәль-фәжри иләль- мәғриби хаалисән лилләәһи тәғәәлә. Әмин”.

Мәғәнәһе: “Ысын күңелдән ниәт ҡылдым Аллаһы тәғәлә ризалығы өсөн иртәнге таңдан ҡояш байығанға тиклем изге Рамаҙан ураҙаһын тоторға”.

Ниәт ҡылынғандан һуң беҙ көнө буйына ашамаҫҡа-эсмәҫкә һәм хәләл ефетебеҙ менән яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылырға тейешбеҙ.

Ҡояш байыу менән бер йотом һыу йә тоҙ менән, емештәр менән ауыҙ асыу яҡшы.

Ошондай доға уҡыла: “Бисмилләһир-рахмәәнир-рахим. Аллаһүммә-рахмәәнир-рахиим. Аллаһүммә ләкә сүмтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадим мин шәһри рамаҙанә нәүәйтү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үәмә әххартү”.

Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарымды ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!”

Ауыҙ асҡандан һуң аҡшам намаҙы уҡып, ашау-эсеүҙе дауам итәбеҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: