Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Март 2023, 14:21

“Ураҙа тотоу һаулыҡҡа зыян килтерәме?”

Һорау-яуап Тот ураҙа, сәләмәт  булырһың  “Ураҙа тотоу һаулыҡҡа зыян килтерәме?” Гөлшат. Иҫәнғол мәсете имамы Фәрит хәҙрәт Вәлиев яуап бирә: 

“Ураҙа тотоу һаулыҡҡа зыян килтерәме?”
“Ураҙа тотоу һаулыҡҡа зыян килтерәме?”

Фәрит хәҙрәт Вәлиев, Иҫәнғол мәсете имамы: 

  • Әссәләмәғәләйкүм! Ураҙа сәләмәтлеккә зыян килтермәй. Хатта бер хәҙистә: “Тот ураҙа, сәләмәт булырһың”, – тип әйтелә. Беҙ ураҙаны сәләмәтлек өсөн, йә иһә ябығыр өсөн түгел, Раббыбыҙ ризалығы өсөн тип тотабыҙ. Әгәр  уны Хаҡ Тәғәлә ҡабул итеп, ураҙа ғибәҙәтенән ебәрһә – ҡалғанын Раббыбыҙ Үҙе белеүсе. Әгәр сәләмәтлегебеҙҙе генә уйлап, йәки ябығыр өсөн – ауырлығыбыҙ кәмеһен тип кенә ураҙа тотһаҡ, бының файҙаһы фәҡәт донъялығыбыҙ өсөн була.  Кеше күрһен, башҡалар мине ураҙалы тип әйтһен өсөн генә йөрөһәк, был бигерәк тә гонаһлы. Ә сирле кеше, әгәр уға дарыу ҡабырға кәрәк икән, сәләмәтлегенә зыян килерлек икән – ураҙа тотмаҫҡа.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: