Аллаһыға шөкөр Ураҙа ыңғай ғына тотола. Бер ҙә өҙмәй генә, тыныс ҡына үҙ яйы менән үтә.
Кисә кистән бәләкәй генә ейәнсәремде миндә йоҡларға ҡалдырып киттеләр. Улым менән киленем һәр кемеһе үҙ эше буйынса командировкаға китте.
Иртәнсәк ипләп кенә тороп сәхәр эсергә әҙерләнәм. Тауыш сығармаҫҡа тырышып, бесәй шикелле генә баҫып йөрөйөм. Ә шулай ҙа, инде генә өҫтәл артына ултырҙым тигәндә, ейәнсәремдең мине күҙәтеп ятҡанын күреп ҡалам. Ҡайһы арала уянғандыр инде сабыйым. Бына ул минең саҡырыуыма һикереп тороп ҡуйыныма килеп һыйына. Мин уның бите-ҡулын йыуҙырып эргәмә сәй эсергә ултыртам. Ул ҡыуана-ҡыуана эргәмдә ултыра. Уға алдына ҡуйған ризыҡ та, яһап биргән сәй ҙә ҡыҙыҡ түгел, тик бер генә уртлап ҡуйҙы. Бәпәй генәм күҙҙәре ялтырап, ҡыҙыҡһынып минең янымда ултыра. Уға шулай ултырыу, ҡартәсәйен күҙәтеү ҡыҙыҡ. Ошо бәләкәй генә ҡәҙерле йомғаҡты ҡосаҡлап, арҡаһынан тупылдатып һөйөп, мин икһеҙ сикһеҙ бәхеткә сумам. Аллаһыға шөкөр, һау ғына булһындар инде бәпәйҙәрем.
Шунан минең үҙемдең бала сағым иҫемә төшә.
☘Ураҙа тотҡан, намаҙ уҡыған ҡартәсәйемде, өләсәйемде иҫләп алам. Йәндәре йәннәттә булһын ҡәҙерлеләремдең. Беренсе тапҡыр ҡартәсәйемдең ураҙа тотҡанда сәхәр эсергә йыйынғанын күҙәтеп ятҡанда ошо сабыйымдан саҡ ҡына ҙурыраҡ булғанмындыр инде.
Бына ҡараңғыла, күҙгә төртһәң дә бер нимәлә күрерлек түгел, бөтөнләй ҡараңғыла ҡартәсәйем урынынан тороп китә. Башҡаларҙы уятмаҫҡа тырышып, ипләп кенә йөрөп мейескә ут яғып ебәрә. Кистән ҡоро утын тултырып, туҙ тығып ҡуйғанға, утын тиҙ генә тоҡанып китә, туҙына шырпы менән ут төртөү ҙә етә. Утын ҡуҙланғас та самауырына һыу тултырып, торбаһына тере ҡуҙ һалып, ҡайнатырға ҡуя. Самауыр күңелле генә шыжлап йырлай ҙа башлай. Ҡартәсәйем йомортҡаларҙы яҡшылап йыуып, самауырҙың ҡапҡасын асып, марля менән шунда бешерергә ҡуя. Инде шыр ҡуҙға әйләнгән утта, кистән баҫып ҡуйған әсе ҡамырынан май икмәктәр күптереп ала. Һуңынан һүрелеп килгән талғын ғына утта, өйгә тәмле еҫтәр таратып, бутҡа бешерә. Көршөгөнән һап һары тары бутҡаһын сеүәтәгә бушата ла өҫтөнә ҙур ғына һары май киҫәге төшөрә. Шунан һуң ҡартәсәйем, беҙ икәү бергә йоҡлаған урындыҡ ситенә ашъяулыҡ йәйеп, сәй эсергә әҙерләнә башлай. Ашъяулыҡҡа тәмле ризыҡтарын теҙә, самауырын алып килеп ултырта, сәйнүккә тәмле сәй һалып самауырҙан ҡайнар һыу ағыҙа ла кәмфәркә өҫтөнә бешерергә ултырта. Сығып соландан сәйгә һөт, йәтеш кенә сеүәтә менән ҡаймаҡ алып инә. Бөтә булған был эштәрҙе ҡартәсәйем тауыш тынһыҙ ғына йөрөп эшләй. Уның йомшаҡ ҡына баҫып йөрөүҙәре һаман да күҙ алдымда тора. Бына ҡартәсәйем минең күҙҙәрем йызлап уны күҙәтеп ятҡанымды күреп ҡала. Ул күҙҙәре менән генә көлөп, бармағы менән ымлап мине янына саҡыра. Мин һикереп тороп уға һыйынам. Рәхәтләнеп мине һөйөп, иркәләп туйғас, ҡартәсәйем ҡомғандан һыу ҡойоп минең битемде, ҡулымды йыуҙыра. Шунан эргәһенә ултыртып сәй яһай башлай. Шулай итеп беҙ ҡартәсәйем менән ҡабаланмай ғына ризыҡланабыҙ. Тары бутҡаһына сират еткәс ҡартәсәйем сеүәтәләге үҙе яғындағы бутҡаны майы менән бергә болғап ала. Минең яғындағыһына теймәй.
🥧Мин бутҡа өҫтөндәге һап һары майҙы бутҡа менән ҡуша һоҫоп ашарға яратҡанды белә шул ул. Шуға ла болғатмай, ә миңә шулай тәмлерәк тойолғандыр инде.
Бына һыйланыуыбыҙ тамам. Ҡартәсәйем доға уҡып әпәр иткәндә, мин дә ҡулдарымды бергә ҡуйып әпәр итәм.
Шунан тағы ҡартәсәйемә килеп һыйынам да: "Ҡартәсәй, әйҙә иртәгә лә урлап сәй эсәйек йәме,"- тейем. Бөтә кеше иҫе китеп йоҡлағанда, бесәй шикелле генә баҫып йөрөп, тауыш-тын сығармай ғына сәй эскәнгә, "урлап эсәбеҙ", тип уйлағанмындыр инде мин бала аҡылы менән. Ҡартәсәйем усы менән ауыҙын ҡаплап, эстән генә кет, кет көлөп алған була. Шунан миңә: " Әллә оҡшап ҡалдымы, балаҡайым? Юҡ бәпкәм, беҙ урлап сәй эсмәнек. Мин ураҙа тотам бит. Шуға күрә таң һыҙылыр һыҙылмаҫ борон, ҡараңғыла сәхәр эсәм, ә ҡояш байығас инде ауыҙ асам,"- тип аңлата.
"Атыу ней мин дә һинең менән бергә ураҙа тотам, сәхәр эсәм, ауыҙ асам. Ә ауыҙҙы ҡайһылайтып асаһың ул? Ошолайтыпмы?"- тип мин ауыҙымды ҙур итеп асып күрһәтәм ҡартәсәйемә. Ул баяғы һымаҡ ипләп кенә көлөп. "Юҡ балам, улай итеп асмайһың ауыҙҙы. Кискеһен ҡояш байығас, ҡараңғыла тамаҡ ашайым, сәй эсәм. Шул ауыҙ асыу була. Иртәнсәк ауыҙымды көнө буйына ябып ҡуям, бер тамсы һыу ҙа йотмайым. Кискеһен, ҡояш байығас ауыҙымды асам, аңланыңмы? Ә ураҙа тоторға һиңә иртәрәк әле сабыйым. Үҫә торған балаға ураҙа тоторға ярамай, әҙер түгелһең әле балам. Ваҡыты еткәс тоторһоң Аллаһы бирһә. Йә ярай, бар инде урыныңа ят, артабан йоҡла. Мин намаҙ уҡып алайым." - тип ҡартәсәйем мине урыныма яҡтыра. Оҙаҡламай мин иҙрәп йоҡлап та китәм.
Эй бер ҡайғы, хәсрәтһеҙ, үтә бәхетле бала сағым! Ҡартәсәйле, өләсәйле иркәләргә, наҙҙарға, һөйөүҙәргә төрөнөп йәшәгән сабый мәлдәрем! Йөрәгемдә Аллаһы Тәғәләгә ышаныу, уның биргән ниғмәттәренә һөйөнөү, шөкөр итә белеү орлоҡтары һалған. Күңелемә ислам нуры индергән, Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ юҡҡа инандырыу, Ҡөрьән Кәримде ололау, һаҡлау, бисмиллаһи рәхмәнир рәхимде, Лә иллаһи иллаЛлаһ, Мәхәммәт Рәсүлуллаһ тип иман килтереүҙе өйрәткән ҡартәсәйем, өләсәйемдәргә мең рәхмәтлемен ошо көндө. Ейәнсәремә ҡарайым да, үҫеп еткәс, ул ваҡытта мин донъя менән хушлашкан да булырмын, бәлки, уның иҫтәлектәрендә мин булырмынмы икән? Миңә ҡартәсәйем, өләсәйем, әсәйем, атайым ҡалдырған рухи мираҫтарҙы бүләләремә ҡалдыра алырмынмы? Йөрәктәренә Аллаһы Тәғәләгә инаныу, тик уға ғына ышаныу орлоҡтары һибә, күңелдәренә ислам нуры индерә алырмынмы? Эй Аллаһы, ошо изге ғәмәлдәрҙе үтәргә насип итһәң ине...
Автор:
Зилдә Хәмиҙуллина.