Иман
16 Апреля 2023, 07:24

"Үткәрмә Йәсин": ышанырғамы, юҡмы?

Хәҙер Интернетта "Үткәрмә Йәсин" һатылыуы, үткәрелеүе хаҡында иғландар йыш осрай. Ышанырғамы уға, әллә юҡмы? Дини күҙлектән ҡараусылар ниндәй фекерҙә.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Үткәрмә Йәсин""Үткәрмә Йәсин"
"Үткәрмә Йәсин"

Интернетта Ишморат Әбү Әхмәт, Әбдүлхәким хәҙрәт бына ошолай яуап бирә:

"Әс Сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Халыҡ араһында шарлатандар "Үткәрмә Йәсин" тигән нәмә тарата. Йәнәһе, тик Ҡөрьән генә яҙылғас, яҡшы нәмә. Был — бидғәт һәм алдак, ышанмағыҙ. Быны тәҡдим иткән кешеләрҙе (1500 һум һораусыларҙы) тәнҡитләргә һәм шелтәләргә кәрәк.
Дөрөҫөн әйткәндә, был ҡағыҙ ҡулса нисек ҡулланыла икән — белмәйбеҙ, ләкин шул "үткәреү" ваҡытында кеше аяттар яҙылған ҡағыҙҙы ашаҡлана икән, был — Ҡөрьәнгә ҡарата ихтирамһыҙлыҡ! Ҡөрьән аяттарын тубыҡтан аҫҡараҡ төшөрмәйҙәр."

Беҙ иһә үҙебеҙҙең районда йәшәгән мөслимәгә шундай уҡ һорау менән мөрәжәғәт иттек. 

Автор:Альмира Аюпова