“Ул йылдарҙағы юҡлыҡты хәҙер күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Миңә беренсе класҡа барырға ваҡыт еткәс, әтейем Сабатар баҙарында бер ҡәләм һатып алды ла шуны һуғышта һәләк булған ҡустыһының ҡыҙы Минзифа апайым менән икебеҙгә бүлеп бирҙеләр. Ике ҡәләм алырға – аҡсаһы юҡ. Дәфтәр генә түгел, яҙырға йүнле ҡағыҙ юҡ. Нимә тура килһә, берәй ҡағыҙ остоғомо, китаптың ситтәреме – шуға яҙабыҙ. Уҡыуға төшкәндә күмәк кенә инек, һалҡындар башланғас, күптәр килмәй башланы – кейергә кейемдәре юҡ. Ағалы-ҡустылы Мусаҡаев Насип менән Мирастың икеһенә бер пар кирза итек. Шуға күрә уҡыуға алмашлап йөрөйҙәр. Белем алырға теләк шул тиклем ҙур булған инде. Иҙәштә башланғыс мәктәпте тамамлағас, Үтәғол ауылына йөрөп уҡый башланыҡ. Һаман да күҙ алдымда: көн үҙәккә үтерлек һыуыҡ, әсе ел. Аталары һуғышта һәләк булған Фәтих менән Фәрит Уразовтар бер-береһенә һыйынып, икеһе бер һалдат одеалы ябынып килгән булалар. Ашау ғынабыҙ ҙа шул. Байышта уҡығанда, интернатта яттыҡ. Биштәреңә бер аҙналыҡ таҡы-тоҡо ризығыңды һалаһың да, йәлп-йөлп йәйәү атлайһың. Шул күтәреп алып барған тәғәмде нисек тә бер аҙнаға еткерергә кәрәк. Һәр беребеҙҙең йәтеш кенә тимер сүлмәге була торғайны. Уны ҡайҙан алған булғандарҙыр инде. Шуларға һыу һалып, мейес эсенә тығабыҙ ҙа, ҡайнап сыҡҡас, бер ус он һалып болғайбыҙ. Шул боламыҡты күтәреп эскән булаһың да, дәрескә китәһең” , – тип хәтерләй Гөлдәр Ҡыуандыҡова.
Гөлдәр апайым беҙҙең нәҫелдә иң өлкәне хәҙер – һикһән биш йәшен тултырҙы быйыл. Ул Ҡолислам ҡартайымдың бер туған һылыуы Рәхимә менән кейәүе Хәмәтҡәленең ғәзиз балаһы. Рәхимә инәйем бөтәһе туғыҙ бала тапҡан. Шул сабыйҙарҙың өс бөртөк кенәһе тере ҡалған. Гөлдәр апайым оя төбө, айырыуса аяулы бала. Шуға күрәмелер, күпме генә ҡайғы-хәсрәттәр кисермәһен, үҙ баһаһын бер ваҡытта ла төшөрмәҫлек эске бер ныҡлыҡ бар унда.
“Мәктәпте тамамлағас, Роза әхирәтем менән комсомол райкомына эш һорап барырға булдыҡ. Ул заманда район үҙәге Абзан ауылында ине. Иртүк тороп, йәйәүләп сығып киттек. Мине Үтәғолға клуб мөдире итеп билдәләнеләр. Әхирәтемә эш табылманы”, – тип хәтер йомғағын артабан һүтә апайым.
Иҫке генә клубта берҙән-бер ҡиммәтле нәмә – ул да булһа мөйөштәге өҫтәлдә торған гармун. Егеттәр йүнләп бикләнмәгән ишекте асып уны алып сығып китә лә, кисәге мәктәп уҡыусыһы илай-илай ауыл буйлап клубтың иң затлы мөлкәтен эҙләп йөрөй. Шунда төшөнә йыр-бейеүгә һәләтле йәш ҡыҙ был эштең үҙенә ҡулай түгелен. Тап шул мәлдә, нисек был эштән иҫән-аман ҡотолорға тип йөрөгән сағында, Мөхәммәт Ҡыуандыҡов тигән егет армиянан хеҙмәтен тултырып ҡайтып төшә. Тәбиғи инде, кисәге һалдат: “Ауылда арыу ғына ҡыҙҙар бармы?” – тип ҡыҙыҡһына, ә дуҫы: “Икәү бар ҙа, тик уларҙың береһе – минеке, ә Гөлдәргә яҡын барырлыҡ түгел ул”, – тип яуап ҡайтара. Сәмләнеп киткән егет, бәхетен һынап ҡарамаҡсы була ла, бер-береһенә насип булған ике йөрәк үҙҙәренең ғүмерлек мөхәббәтен осрата. Йөҙө көлөп тоған алсаҡ, ҡыйыу егеткә бер күреүҙән күңел һала бығаса “эре” булып йөрөгән ҡыҙ. Ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ҡайны менән бейем йортона күсеп, тормош мәшәҡәттәренә сумған киленсәккә көтмәгәндә күңеленә ятҡан һөнәр алырға форсат асыла. Абзанда трахоматоз сестралары курсы асыла.
Был һөнәрҙең асылын аңлар өсөн саҡ ҡына тарихҡа күҙ һалмай булмай. Трахома йөҙҙәрсә мең кешенең һуҡырлығына сәбәп булған бик ҡурҡыныс, ныҡ йоғошло хроник ауырыу. Ул егерменсе быуаттың баштарында айырыуса ныҡ таралған була. Граждандар һуғышы туҡталып, илдең хәле саҡ ҡына һәйбәтләнә төшөү менән был ауырыуға ҡаршы көрәш ойошторола. Һәр республикала трахоматоз институттары ойошторола, медицина хеҙмәткәрҙәренән торған “күҙ бригадалары” республика буйлап йөрөй. Был көрәштең ни тиклем киң йәйелдерелгәнен күҙ алдына килтереү өсөн бер генә миҫал: 1940 йылда 2 154 202 кешене тикшерәләр, 183 915 кешелә трахома табыла. Көрәш тәүге һөҙөмтәләрен биргән мәлдә илебеҙгә гитлеровсылар ябырыла, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Ҡурҡыныс ауырыуға ҡаршы көрәш туҡталмаһа ла, ауылдарға сығыу мөмкинлеге бөтә, төп иғтибар – яу яланына китеүселәргә йүнәлтелә. Бөйөк Еңеүҙән һуң, илде аяҡҡа баҫтырыу менән бергә, был афәткә ҡаршы көрәш көсәйә. Трахома эпидемияһының иң күп таралған осоро 1952-1953 йылдарға тура килә. 1950 – 1960 йылдарҙа был ауырыуҙы, ниһайәт, еңеү өсөн бик күп көс һалына.
Инфекция таралыуҙың шарттары – әлеге шул юҡлыҡ, ярлылыҡ. Ә ҡайҙа ярлылыҡ, шунда антисанитария, йонсоу көнитмеш. Ябай ғына миҫал: инфекция сирленән сәләмәткә күсмәһен өсөн ғаиләлә һәр бер кешенең үҙенең шәхси таҫтамалы булырға тейеш. Ә бер ғаиләлә эреле-ваҡлы тигәндәй ун кеше булһа – ул заманда балалар ишле, ғаиләләр ҙур, өйҙәр бәләкәй – уларҙың һәр береһенә ҡайҙан таҫтамал еткермәк кәрәк?
Бына шундай шарттарҙа тыуған ауылы Иҙәштә трахомаға ҡаршы көрәш сестраһы булып эшкә тотона Гөлдәр. Ә был эштә башҡаларға һүҙең үтһен өсөн иң тәүҙә үҙең өлгө булырға тейешһең. Бала саҡтан хәтеремдә тороп ҡалған бер күренештең асылын хәҙер генә аңлайым. Беҙҙең өйҙөң тәҙрәһенән Иҙәш күпере күренеп тора торғайны. Сәй эскәндә, телевизорға текләгән һымаҡ, шунда ҡарап ултырабыҙ. Бөхтә итеп кейенгән Гөлдәр апайым “болитка”һын тотоп – дарыуҙар һалынған йәтеш кенә бер сумканы шулай ти торғайныҡ – көнөнә бер нисә тапҡыр шул күпер аша үтә. Бәләкәй генә көйөмә апайымдың тап шулай йыйнаҡ итеп кейенгәненә, уғата ыҫпайлығына иғтибар иткәнмен.
Апайым һымаҡ меңдәрсә медиктарҙың тырышлығы бушҡа китмәй, 1962 йылда эпидемия артҡа сигенә. Ә был йылдарҙа үҙен ыңғай яҡтан раҫлап өлгөргән Гөлдәр Ҡыуандыҡова Иҙәш фельдшер пунктында патронаж сестра итеп ҡалдырыла һәм ошо эшендә утыҙ йыл буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Фельдшер Фирҙәүес Ишбулдина менән бик килешеп эшләйҙәр, әллә нисә тапҡыр декретҡа киткән саҡтарында бер-береһен алмаштырырға ла тура килә. Ул мәлдәрҙе хәтерләй ҙә: “Хоҙай тәғәлә Үҙе ярҙам иткәндер инде, – тип аптырап ҡуя. – Нимә генә күрелмәне. Һыуға батҡанын да ҡотҡарҙыҡ, аҫылынғанын да алып ҡалдыҡ… Һөйләп бөтөрөрлөк түгел инде”.
Мөхәммәт еҙнәй менән бик килешеп, тойғоларҙы һыуытмай ғүмер итәләр, бер-бер артлы балалар тыуа, бер-береһен уҙышмаҡтай булып тупырлашып үҫәләр. Шулай бәхетле генә йәшәп ятҡанда, тирмәнгә он тартырға ғына киткән еренән ғаилә башлығы юл һәләкәтенә юлығып, вафат була. Биш баланың бәләкәйенә алты ғына йәш була ҡырҡ йәштә тол ҡалған Гөлдәр апайымдың. Ҙурҙары ла әле ныҡлап аяҡҡа баҫмаған. Уларҙы уҡытырға, һөнәр бирергә, туйҙар яһап, өйҙәр һалышып башҡа сығарырға кәрәк. Барыһын да күтәрә көслө рухлы әсә. “Балалар күрмәһен, етемлектәрен тоймаһын, тип илағанымды күрһәтмәй торғайным”, – тип хәтерләй ул, инде йылдар үткәс күҙенә йәш алып. “Әсәйем беҙгә ныҡ талапсан булды. Атайыбыҙ иртә мәрхүм булғас, беҙҙе аҙып-туҙып китә күрмәһендәр, тип тә ҡаты булырға тырышҡандыр инде”, – тигәйне бер мәлде Иҙәш мәктәбендәге иң абруйлы уҡытыусыларҙың береһе Шәмсиһан һылыу унан уғата тыйнаҡ, үтә сабыр булыуының сәбәбе менән ҡыҙыҡһынғас. Шунһыҙ мөмкин булмағандыр яңғыҙ әсәгә. Әммә бер балаһын да кәм-хур итмәй, яурынына ятҡан барлыҡ бурыстарын да атҡарып сыға бөгөнгө көндә биш балаһынан тыуған ун ете ейән-ейәнсәр, ун туғыҙ бүләр-бүләсәрле булып ултырған апайым. “Ҡайғымдан, һағышымдан хыялыйҙар булыр саҡтарымда кеше араһында булырға тырыштым, сәхнәнән төшмәнем. Яҙмышыма тап килерҙәй йырҙы һайлай торғайным да, күңелемде шуның менән баҫыр инем”, – ти ул.
Оҙон ғүмер өсөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әрнеүле юғалтыуҙар менән түләргә тура килә шул. Был – ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ. Шулай ҙа зарланып ултырыу һис кенә лә холҡона хас түгел уның. Йәтеш кенә итеп үҙенә айырым һалдырып алған өйө һәр саҡ йыйнаҡ, һыйы тәмле. Йәйен-көҙөн баҡсаһында емеш-еләге мул өлгөрә, ихатаһы тулы сәскә. Ҡулынан ошо көнгә тиклем бәйләме төшмәй. Аллы-гөллө ептәргә күңел йылыһын ҡушып урындыҡ япмалары бәйләп ултырған көнө әле һикһән биш йәшендә лә. Бәйләй ҙә тыуған-тыумасаларына бүләк итеп өләшә. Намаҙға баҫҡанына, урын-еренә еткереп аяттар уҡығанына ла бик күп йылдар инде апайымдың. Ҡатмарлы туҡһанынсы йылдарҙа ҡорҙаштары менән йома намаҙҙарын ҡалдырмайынса мәсетте тотоп торған кешеләрҙең дә береһе ул. Иманы менән йәштәргә өлгө апайым. Күптән түгел, Иҙәштә балалар өсөн үткәрелгән ҡорбан байрамында бар халыҡты хайран итеп мөнәжәт уҡыны, өлкәне лә, йәше лә, бала-сағаһы ла әҫәрләнеп, тетрәнеп тыңланы, фәһем алды, аҡыл төйнәне.
Ниндәйҙер бер айырым йәм, ырыҫ бар бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән быуын кешеләрендә. Рухи ныҡлыҡ, булмыштарында нур бар, томошҡа тоғролоҡ, йәшәү дәрте бар ун бер-ун ике йәштән үк һөйрәгә егелеп, колхоз эшенән ҡалмай, ил хәстәрен өлкәндәр менән тиң күтәрешкән был быуындың. Апайым Гөлдәр Ҡыуандыҡова ла бына шул күркәм заттарҙың бер вәкиле.
Гөлсирә Ғиззәтуллина.