"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Август 2023, 14:25

Иман нуры тулды күңелдәргә

“Ал елкән” лагерында балалар өсөн дини һабантуй ойошторолдо

Иман нуры тулды күңелдәргә
Иман нуры тулды күңелдәргә

Иман барҙа – әҙәп бар, тиҙәр. Динен һөйгән илен дә һөйә. Шуға күрә киләсәк быуынды әхлаҡлы итеп үҫтереү һәм тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған был сара райондың Ирҙәр ҡоро менән Ағинәйҙәр ҡоро “Үҫәргән” дини ойошмаһы менән берлектәге башланғысы. Бығаса бер нисә йыл дауамында Байыш ауыл биләмәһендә үткәрелгән бындай һабантуйҙың район кимәлендә ойошторолоуы тәүгә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул шәп килеп сыҡты.

Сараның инициаторы – райондың Ирҙәр ҡоро етәксеһе Ришат Ҡыуатов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һәм Иҫәнғол ауылы мәсете имам-хатибы Фәрит хажи Вәлиев байраға килеүселәрҙе сәләмләгәс, төп бәйге – Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүселәр араһында ярыш башланды. Уны Фәрит хәҙрәт, уның ярҙамсыһы Вәҙиғулла Тимофеев һәм Яңы Себенле мәсете имамы Фидан Ғөбәйҙуллин баһаланы. Әйтергә кәрәк, бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр күп ине. Улар араһында мәсеткә йөрөгәндәр ҙә, өйҙә өйрәнгәндәр ҙә бар. Баһалаусылар, әлбиттә, малайҙарҙың нисә сүрә белеүенән бигерәк, һәр сүрәне урын-еренә еткереп, дөрөҫ әйтеп уҡыуына иғтибар бирҙе. Шулай итеп, Иҙелбәктән Әҙил Дәүләтшин, Үрге Мәмбәтшанан Даян Ҡарасурин, Сирғолдан Абдуллахан Аҙнағолов номинацияларҙа билдәләнде. Иҫәнғолдан Алан Ғайсин,  Абзандан Ибраһим Ғәниев, Иҙелбәктән Рияз Бикташев – өсөнсө, Иҫәнғолдан Алмаз Алтынсурин менән Нурислам Тимофеев – икенсе, Башҡорт Үргене ауылынан Нурсолтан Аҡсурин беренсе урынға лайыҡ булды.

Шәриғәт талабына ярашлы, ошондай уҡ ярыш ҡыҙҙар араһында айырым барҙы. Биш ҡатнашыусы араһында иң бәләкәсе Мәрйәм Көнсыуаҡоваға (Мәзит) 4 кенә йәш ине.

Сүрәләр ятлау менән бер рәттән уҡтан атыу, кәрзингә туп ташлау кеүек уйындар барҙы. Муйнаҡ ауылынан Ирәндек Әбделғужин улы Айнур менән уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе һәм мәргәндәр ярышы ойошторҙо. Башҡа яҡта үтә лә популяр, әммә беҙҙә артыҡ таралып китә алмаған был спорт төрө өлкәндәрҙә лә, балаларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ә урындар, тупланған мәрәйҙәргә ҡарап, ошолай билдәләнде: Айҙар Ҡәйүмов (Иҫәнғол) – беренсе, Руслан Шәмсетдинов – икенсе, Салауат Ағишев (Иҙәш) өсөнсө урын яуланы. Әйткәндәй, Әбделғужиндар мәргәндәргә бүләкте үҙҙәре әҙерләгән, хатта шәхси пасекаларынан бал да алып килгәндәр.

Дингә, Ислам тәғлимәттәренә ҡағылышлы һорауҙарҙан торған викторинала ла балалар әүҙем ҡатнашты. Иң күп дөрөҫ яуап ҡайтарған Ибраһим Ғәлиев, Алан Ғайсин һәм Салауат Ағишев билдәләнде. Кәрзингә туп атыуҙа иң күп мәрәй туплаған Мәскәү ҡунағы Асель Дүшәнбаева һәм Мәзиттән бер туғандар Сәлимә һәм Камила Көнсыуаҡовалар ҙа бүләкләнде.

Уйын-бәйгеләр менән генә үтмәне сара. Фәрит хәҙрәт, Абзан мәсете имамы Булат хажи Әхмәтов, Яңы Себенле мәсете имамы Фидан Ғөбәйҙуллин, Мысырҙағы Әл-Әзһәр университеты студенты Радмир Шәйәхмәтов, Рәсәй ислам университеты студенты Нурислам Фәйрушин һөйләгән вәғәздәр һәр кемдең күңеленә барып еткәндер.

Байрам лагерь ашханаһында (ашнаҡсыһы Айгөл Шәрәфетдинова) ойошторолған ҡорбан ашы менән тамамланды. Дини һабантуйға килгән һәр кем – бала булһынмы ул, өлкән кешеме – матур ял итеп, аҙ булһа ла дини белем алып, рухи яҡтан байып, киләһе йыл йәнә лә осрашырға һүҙ ҡуйышып, таралышты.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: