"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Август 2023, 10:25

Сәфәр айы – хәүеф айымы?

17 августа сәфәр айы – мосолман календары буйынса йылдың икенсе айы башланды.

Сәфәр айы – хәүеф айымы?
Сәфәр айы – хәүеф айымы?

Сәфәр айы башланыу менән ҡайһы берәүҙәр, хәүефле айға индек, хәсрәтле була күрмәйек, тип борсола башлай. Был айҙа никах үткәрергә ярамай икән тиеүселәр ҙә табыла. Бындай ырымдар Ҡөрьән ингәндән алдағыраҡ заманға барып тоташа. Мөхәррәмдән һуң килгән сәфәрҙә Мәккә халҡы үҙ ҡалаһын ташлап сәйәхәткә киткән. Уларҙа айҙың тәүге 13 көнө бәхетһеҙлек килтерә тигән ҡараш булған. Шуға сәфәр айында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителмәгән, никахлашыуҙан, ҙур төҙөлөштәрҙән баш тартҡандар.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.в. заманында ла шундай ырымдарға ышаныусылар булған. Әммә пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в) мосолмандарҙың мәжүси ышаныуҙарға мөнәсәбәтен үҙгәртә. Ул үҙенең бер хәҙисендә төрлө нигеҙһеҙ ышаныуҙар дөрөҫ түгел, тей. Шуға күрә сәфәр айында берәр ҙур эш ниәтләп ҡуйған йәки никахлашырға йыйынған, йә юлға сығырға уйлаған булһағыҙ, шикләнмәйенсә башҡарып сығығыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: