Йылан күҙ алдында ҙурая башлай. Сүлмәктә сағында 2-3 ҡарыштан артыҡ оҙон булмаған был йылан 5-6 ҡолас оҙонлоғона етә һәм юлсыны быуа башлай. Юлсының тын алырлыҡ та хәле ҡалмай. Ярҙам итерҙәй берәй йән эйәһе юҡмы икән тип, тирә-яғына күҙ һала. Ҡапыл йәйәүле ғәскәрҙең биш һалдаты күренә. Бәләгә тарыған йәйәүле баштан-аяҡ ҡоралланған һалдаттарға ҡысҡыра. Әммә һалдаттар уға иғтибар итмәйенсә үтеп китә.
Йылан табышын быуыуҙы дауам итә. Бәләгә тарыған кеше ҡотолоуҙан өмөтөн өҙмәй. Берәйһе килеп сыҡмаҫмы, тип тағы юлға ҡайырылып ҡарай. Унда утыҙ һалдаттан торған һыбайлы ғәскәр күренә. Бөтә көсөн йыйып, бәләгә тарыған юлсы һыбайлылырға ҡысҡыра, ярҙам итеүҙәрен үтенә. Һыбайлылар бәләгә тарыған кешене күрмәйенсә үтеп китә.
Бер аҙҙан юлда зәғиф, сибек, йолҡош ҡына бер кеше күренә. Һылтыҡлай-һылтыҡлай килә ул. "Йәйәүле ғәскәр ҙә, атлы ғәскәр ҙә ҡотҡарманы. Был меҫкен генә кешенең ярҙамы тейерме икән?" - тип икеләнә хәле мөшкөл юлсы. Шулай ҙа бүтән сараһы ҡалмағас, уға өндәшә, ярҙам итеүен үтенә.
Сибек юлсы ниндәйҙер доға уҡып, сүлмәкте юл ситенә ҡуя. Йылан яңынан бәләкәй хәленә ҡайта һәм сүлмәккә инеп юғала.
Бәләнән ҡотолған кешегә ҡотҡарыусыһы ошоларҙы һөйләй: -
- Йәйәүле ғәскәрҙең биш һалдаты - биш ваҡыт намаҙың. Һин биш ваҡыт намаҙыңды уҡымағанһың. Шуға күрә теге биш һалдат һине күрмәгән дә, ишетмәгән дә, - тип аңлатҡан әүлиә. - Ә инде утыҙ һыбайлы - утыҙ көнлөк ураҙаң. Һин ураҙа тотмағанһың. Шуға улар һиңә ярҙам итмәгән.
Ҡасандыр бер фәҡиргә ярты икмәкте саҙаҡа итеп биргән була юлсы. Сибек, аҡһаҡ кеше - ана шул саҙаҡа икән. Ихлас күңелдән бирелгән саҙаҡа әҙәм балаһын бәләгә тарығанда хәленән килгәнсе ҡотҡарырға тырыша.
Исламда саҙаҡаның күләме билдәләнмәгән. Сөнки саҙаҡаны һәр кем ихлас күңелдән, хәле еткән күләмдә бирә. "Саҙаҡаны үҙеңдән башла", - тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис сәләм. Саҙаҡа кемгәлер бирелгән тиндәр йәки һумдар ғына түгел. Саҙаҡа изгелек итеү, яҡшылыҡ эшләү, һүҙ менән дә, мал менән дә ярҙам итеүҙе аңлата. Шуға күрә кеше иң беренсе нәүбәттә үҙен хәстәрләргә бурыслы. Үҙен хәстәрләй, үҙенең хәлен еңеләйтә, үҙенә изгелек эшләй алмаған кеше бүтәндәргә нимә менән ярҙам итә алһын инде? Саҙаҡа үҙеңдән артып ҡалғанда ғына бирелә. Үҙеңдең тамағың ас икән, ҡулыңдағы һуңғы телем икмәкте бүтәндәргә биреү аңлы эш рәтенә инмәй. Кеше иң элек үҙен тәьмин итергә бурыслы. Шунан һуң иң элек үҙеңдең яҡын кешеләреңде ҡарарға тейешһең. Үҙең дә, яҡындарың да мохтаж түгел икән, артабан күршеләреңде, дуҫ-иштәреңде хәстәрләйһең. Уларҙың мохтажлығы юҡ икән, шул сағында инде сит кешеләргә - мохтаждарға, меҫкендәргә, фәҡирҙәргә ярҙам итәһең. Был мәсьәлә Исламда ҡәтғи тәртипкә һалынған һәм кешелек йәшәйешенең иң юғары ҡаҙанышын билдәләй.