"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Март , 12:49

Хаж сәфәре – сабырлыҡҡа һынау

Таҙлар ауылынан Йәмилә Яҡшыбаева сирле ҡыҙы менән кесе Хаж ҡылған. – Унда  бөтөнләй башҡа атмосфера, тормош, тәбиғәт икенсе, беҙҙеке менән сағыштырып та булмай. Хаж тураһында ишетәһең, уҡыйһың, видео ҡарайһың, күҙ алдына килтерәһең, ә унда барһаң, бөтөнләй икенсе төрлө икән, хатта йөрәктәрҙең тибеүе лә икенсе һымаҡ. Аңлатып та бөтөрә алмайым. Ҡәғбә – ожмах ташы. Уның янына барып еткәндә, кеше үҙен тыныс итеп тота алмай, илай. Күҙҙән йәштәр үҙенән-үҙе аға. Мин дә бер ай буйы илап йөрөнөм. Кешеләр ихлас була, доға ҡыла, бар донъяһын, проблемаларын онотоп йөрөй. Шөкөр, һис уйламағанда шуларҙы күрергә насип итте, – Йәмилә Фәтих ҡыҙы Мәккәгә барып ҡайтыуына һаман да ышанып бөтә алмай.

Хаж сәфәре – сабырлыҡҡа һынау
Хаж сәфәре – сабырлыҡҡа һынау

Таҙлар ауылынан Йәмилә Яҡшыбаева сирле ҡыҙы менән кесе Хаж ҡылған

– Мәрзиә ҡыҙымды диңгеҙгә алып барырға тип, аҡса йыя инем. Ә бына инвалид бала менән хаж ҡылыу тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял, хатта минең ҡулымдан килә торған эш түгелдер һымаҡ ине. Аллаһы Тәғәлә ҡушһа, көтмәгәндә, булмаҫтай ҙа була икән, – тип бәйән итә Йәмилә Яҡшыбаева балалар церебраль параличы сирле 12 йәшлек ҡыҙы менән Мәккәгә барыуы тураһында.

– Рекламаһын күрҙем дә, унда хаҡтар доллар менән яҙылған ине, шылтыратып, һумдарҙа күпме булыуын һораным. Ентекләп аңлатҡас: “Бараһыңмы?” ти һораны әңгәмәсем. Хәлемде аңлаттым, балам эҫене күтәрә алмаҫ, тинем. Етмәһә, аҡсам да үҙемә генә етә   ине. Шунан унда март айында ныҡ эҫе булмауы, ҡыҙымды йөрөтөү өсөн отелдә коляска бирелеүе хаҡында аңлатты. Хажды инвалид бала менән үтәүе ауырыраҡ булһа, кесеһенең шарттары еңелерәк, тигәс, ниәт итеп ҡыҙымды ла алып барырға булдым. Ике көн эсендә виза эшләтеп, юлландыҡ. Аҡсам үҙемә генә етә ине, ҡыҙыма бүлеп түләү мөмкинлеге бирелде.

Бына шулай 2023 йылдың март-апрель айҙарында, Йәмилә апай ҡыҙы Мәрзиә менән бер ай йөрөп, кесе Хаж ҡылып ҡайталар. Улар Өфөнән оса. 59 кешенән торған төркөмдө Мораҡтан Рәсүл хажи етәкләй. Ҡыҙы самолетта тәүгә осҡас, әсән уның өсөн ҡурҡа. Әммә ҡурҡыуы бушҡа була, Мәрзиә осоуҙы бик еңел үткәрә.

– Аллаһы Тәғәлә беҙҙең өсөн нимә хәйерле, нимә хәйерле түгел икәнен белә бит инде. Диңгеҙгә барғанға ҡарағанда, Хаж ҡылыу хәйерлек булған инде. Ысынтылап та шулай булды. Алдағы йылдарҙа ҡыҙымдың мартта көнөнә алты-һигеҙ тапҡыр приступтары була торғайны. Мәккәлә булғанда өйәнәге бер тапҡыр ҙа булманы. Мин был турала иламайса һөйләй алмайым, – ти Йәмилә апай күҙ йәштәрен һөртөп. – Етәксенән рөхсәт һорап, көн һайын зәм-зәм һыуы менән ҡойондорҙом. Үҙем бара алмаған көндө, егеттәр беҙгә һыу ташыны, әлхәмдүлиллаһ, – тип ҡыуана әсә.

Таҙларҙа уҡығанында мәктәптән ҡайтҡансы тирләп, хәле бөтөп ҡайтҡан ҡыҙ Хажда тирләмәгән дә, арымаған да, бик аптыратмаған да. Үҙе ураҙала булған Йәмилә апай көнө буйы эҫелә йөрөһә лә, арыу тоймаған.

Ҡыҙыл диңгеҙҙе лә күрергә, һыу инергә лә насип була уларға. Коляска менән бармаған ерҙәрҙә Рәсүл хәҙрәт һәм башҡалар мәрзиәне күтәрешеп йөрөтә. Ғөмүмән, юлдаштары һәр саҡ бар яҡлап ярҙам итергә әҙер торалар.

– Ҡыҙыбыҙҙы өйҙә уҡыта инек. Мәктәпкә бер тапҡыр бара ине. Ни эшләптер балалар ауырыу балаға икенсе төрлө ҡарай бит, ҡыҙым булып атлап күрһәтәләр. Етмәһә яулыҡта ла бит инде. Хәҙер ҡыҙыбыҙҙы Өфөләге коррекцион мәктәпкә бирҙек. Әле уҡып йөрөй, әлхәмдүлиллаһ, – ти Йәмилә Фәтих ҡыҙы.

Тәүҙә 28-30 градус эҫелек була, апрелдә яйлап йылыта, 40-45 эҫелекккә етә. Ураҙа тотҡандарға, хаж ҡылғандарға Аллаһы Тәғәлә үҙе еңеллек бирә.

– Унда  бөтөнләй башҡа атмосфера, тормош, тәбиғәт икенсе, беҙҙеке менән сағыштырып та булмай. Хаж тураһында ишетәһең, уҡыйһың, видео ҡарайһың, күҙ алдына килтерәһең, ә унда барһаң, бөтөнләй икенсе төрлө икән, хатта йөрәктәрҙең тибеүе лә икенсе һымаҡ. Аңлатып та бөтөрә алмайым. Ҡәғбә – ожмах ташы. Уның янына барып еткәндә, кеше үҙен тыныс итеп тота алмай, илай. Күҙҙән йәштәр үҙенән-үҙе аға. Мин дә бер ай буйы илап йөрөнөм. Кешеләр ихлас була, доға ҡыла, бар донъяһын, проблемаларын онотоп йөрөй. Шөкөр, һис уйламағанда шуларҙы күрергә насип итте, – Йәмилә Фәтих ҡыҙы Мәккәгә барып ҡайтыуына һаман да ышанып бөтә алмай. Кешеләр был турала һораһа, илай-илай һөйләй.  – Барығыҙ, мөмкинлек табығыҙ. Бөтөн ниәтегеҙҙе шуға ҡуйығыҙ. Һуңлап ҡуйыуың ихтимал. Ул бит һауаплы сөннәт. Рамаҙан айында ғүмрә ҡылһаң, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа (с.ғ.с) менән бергә хаж ҡылыу һауабына өлгәшәһең, тиҙәр.

Хаж булһынмы, кесе Хаж булһынмы, был сөннәттәрҙе Аллаһ ризалығы өсөн эшләйһең һәм уларҙың шарттары бар. Сәфәргә хәләл эшләп алынған аҡсаға барырға тейешһең. Кредит аҡсаһы, бурысың булырға тейеш түгел. Йәмилә апайға ла үҙенә түләй алғас,  аҙаҡҡы билеттар янмаһын өсөн, ойоштороусылар ҡыҙына бүлеп түләүҙе үҙҙәре тәҡдим итә.

Барырға ниәтләп тә, нисектер ҡурҡып, һаман да кисектереп килгән кешеләр күп. Ундайҙар Йәмилә апайҙан нисек баҙнат итеүе хаҡында йыш һораша икән. “Аллаһтың рәхмәтенә тапшырҙым да сыҡтым да киттем”, ти.

– Барырға уйлағандар булһа, кәңәшем шул: иң беренсе барам тип ниәт алырға кәрәк, доға ҡылырға, сәбәп ҡылырға, тимәк, аҡса йыя башларға кәрәк. Һәр эш ниәткә бәйле бит инде. Тәүәкәлләй алмай йөрөгәндәргә кәңәшем: ниәткә ҡарап Аллаһы Тәғәлә үҙе еңеллеген дә, ярҙамын да бирә, юлын да аса. Оҙаҡ уйлап, аҙаҡҡа ҡалдырырға кәрәкмәй, әлегә йәш саҡта, хәл булғанда  барырға, күрергә, сөннәтте үтәргә кәрәк. Рамаҙан айында барыу ҙур һауап бит. Башҡа айҙарҙа ла йыл әйләнәһенә теләгән ваҡытыңда барырға була. Мин инде ауырыу бала менән бара алғас, башҡаларға ғүмрә ҡылыуы бик ауыр булмаҫ тип уйлайым, – ти Йәмилә апай.

Әйткәндәй, динде 40 йәштә ҡабул иткән Йәмилә Яҡшыбаева киләсәктә хажға тағы ла барырға насип итеүен ниәтләп, көн дә доғалар ҡыла. Теләгән теләктәр, уй-ниәттәр тормошҡа ашһын, ҡыҙығыҙға һәм үҙегеҙгә сәләмәтлек биреп, Хажға ла барырға яҙһын Һеҙгә.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: